Ылыҫлы урмандарҙа көн иткән был турғай башҡа ҡоштарҙан ныҡ айырыла. Иң тәүҙә уның сағыу төҫөнә, аҫлы-өҫлө сатрашланған суҡыштарына иғтибар итәһең. Өҫтәүенә уның суҡыштары бала сағында улай булмай әле. Ояһынан осоп сығып, үҙаллы туҡлана башлағас ҡына, шулай кәкрәйеп, тубырсыҡ ҡабығын асырға яраҡлаша.
Шыршы турғайының (клест) беҙҙә өс төрө осрай. Улар бер-береһенән саҡ айырылып, ҡарағай, ҡарағас һәм шыршы урмандарында йәшәй. Суҡышының рәүешенән һәм йәшәгән урынынан күренеүенсә, был ҡоштар тубырсыҡ ватып, ылыҫлы ағас орлоҡтары менән туҡланып көн итә. Әммә башҡа төр ризыҡтан да, бигерәк тә ағас ҡабығында йәшәгән ҡоротҡостарҙан баш тартмай.
Тупланып йәшәргә яратҡан ҡоштар, төп ризыҡтары булған тубырсыҡтың уңышына ҡарап, урындан-урынға байтаҡ араға күсенеп йөрөй. Хатта оя ҡороу, бала сығарыу ваҡыттарын да үҙгәртә. Уның өсөн ҡәтғи ваҡыт та юҡ: яҙлы-көҙлө күсмә ҡош булмағас, ҡасан теләй, шул ваҡытта оя ҡора башлай. Һалҡын ҡышта ла йомортҡа баҫып сығарыу бер ни тормай, шулай ҙа йышыраҡ март-апрелдә, тубырсыҡ өлгөргән ваҡытҡа тура килтерергә тырыша, ҡайһы саҡ йәйгә лә ҡала.
Шыршының ҡуйы ботаҡтары араһына ҙур һәм йылы оя төҙөп, шыршы турғайы ике аҙнала бала сығара. Уларҙы ла орлоҡ менән туйындыра. Улар оянан осоп сыҡҡас та, бер аҙ ашатыуын дауам итә. Бала ҡоштар йәшкелтерәк төҫтә була. Үҫә килә уларҙың инәләре — һарыға, аталары ҡып-ҡыҙыл йөнлөгә әйләнә.
Шыршы турғайы ботаҡтың иң осондағы тубырсыҡтың да баштүбән аҫылынып тороп, ҡабығын кимерә ала. Үрмәләп йөрөгәндә хатта суҡышын да оҫта файҙалана.