Бер бөртөк шырпынан08.05.2018
Бер бөртөк шырпынанҮҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы менән яҙ миҙгеле кеше өсөн мәшәҡәттәр ҙә, хатта хәүеф тә тыуҙыра. Хәйер, быныһына инде күпселектә әҙәм балаһы үҙе ғәйепле. Бөгөн һүҙ ана шул кеше факторы тураһында.


Яҙҙы күптәр “баҡса миҙгеле”, “ҡыр эштәре ваҡыты” тип йөрөтә. Был сағында ауыл-ҡасабаларҙы, баҡса биләмәләрен, ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешендәге баҫыуҙарҙы сүптән, көҙҙән ҡалған ҡоро-һарынан таҙарталар. Билдәле, уларҙы тейәп кенә оҙатыу мөмкин дә түгел һымаҡ. Бигерәк тә баҫыуҙарҙағын, яландарҙағын. Ләкин ошо “һымаҡ” бик ҡиммәткә төшөүсән.
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской төбәк властарынан баҫыуҙағы ҡамылдарҙы, уҙған йылғы ҡоро үләнде яндырыуҙы ҡәтғи тыйыуҙы күҙәтеүгә алыуҙы талап итте. Быларҙан тыш, ауылдарҙа ла, баҡсаларҙа ла сүп-сар яндырыу тыйыла. Элегерәк урман эргәләрендә, һыҙаттар тирәләй һаҡлағыс арауыҡ була торғайны. Ғәҙәттә, ул дүрт-алты метр киңлектә, 30—40 сантиметр тәрәнлектә һөрөлгән “таҫма”нан ғибәрәт. Былар хәҙер ҙә мотлаҡ үтәлергә тейеш.
Ҡағиҙәне үтәмәгән саҡта сүп яндырған, янғын хәүефһеҙлеген булдырған ябай гражданға 1,5-3 мең һум штраф ҡаралған. Әлбиттә, был күп тә кеүек, күп түгел дә һымаҡ. Әммә эш штрафтамы ни? Яйлап беҙ сүп-сарҙы, ҡыйҙы тәғәйен урынға илтеп түгергә өйрәнергә тейеш. Һис сер түгел, хәҙер ауылдарҙа мал һаны ҡырҡа кәмене. Элек бесәнлек өсөн тартҡылаша торғайнылар, хәҙер иһә баҡса эргәһенә сыҡ та сап — үлән тубыҡтан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улары ла сабылмай. Шуға һәр кем үҙенең йорт алдын, баҡса артын ҡарап, сабып торһа, бик ҙур эш башҡарасаҡ.
Барлыҡ янғындарҙың 59 проценты урындағы халыҡ ғәйебе менән сыға. Һәр дүртенсеһе ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешендәге ер­ҙәрҙәге ҡамылды, ҡалдыҡ һаламды, 13 процент урман янғындары ҡоро үләнде үртәүҙән килә.
Рәсәйҙә йылына ике миллион гектарғаса урман яна. Был рөхсәт ителеп һәм рөхсәтһеҙ киҫелгән ағастар майҙанынан ике-өс тапҡырға күберәк.
Урман — Башҡортостандың да иң ҙур тәбиғәт байлыҡтарының береһе. Ағастарҙың иң күп төрөнән ҡайын (26 процент), уҫаҡ (16,6), йүкә (12,5), ҡарағай (12,5), имән (10,2), саған (5,3) һанала. Тағы ла ҡара ерек, аҡ шыршы, йыла һәм башҡа ағастар үҫә. Улары 7,9 процент майҙанды биләй. Бына ошо саҡлы байлыҡты һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү — һәр кемдең бурысы.


Вернуться назад