Вәт, әй!08.05.2018
Донъяла ниҙәр генә булмай. Хәҙер иһә, компьютер заманында, быға аптырарға ла түгел. Ишетмәгәнеңде ишеткең, күрмәгәнеңде күргең килһә — монитор алдына ултыр.


Баҡһаң, айырым йәнлектәрҙән торған утрауҙар ҙа була икән. Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, ти боронғолар. Шулай ҙа...
Гавай утрауҙарының бер өлөшө булған Кауан утрауы меңләгән ҡырағай тауыҡтарҙың төйәге икән. Бында уларҙы аулаған бер генә йыртҡыс та юҡ. Ҡайһы бер ғалимдар тауыҡтарҙы ике мең йыл самаһы элек үк алып килгәндәр тип иҫәпләһә, икенселәре иһә, улар ит тауыҡтары менән һуғыш суҡмарҙары — әтәстәр ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән, ти. Нисек кенә булмаһын, бөгөн бында тауыҡтар иркенләп үрсей.
Беҙ япондарҙың төрлө заман технологияларын уйлап сығарыу буйынса алға киткәнлеген беләбеҙ. Кешелекте аптыратыусы ла шул япондар икән. Икенсе Бөтә донъя һуғышы осоронда Япон диңгеҙендәге бер утрауҙа химик ҡорал етештереү менән шөғөлләнгән йәшерен база булған. Һуғыштан һуң лаборатория юҡҡа сығарыла. Әммә... һынау үткәрелгән йорт ҡуяндары тороп ҡала. Хәҙер шулар үрсеп, тотош утрауға һибелгән. Бында иһә эт, бесәй, башҡа йорт һәм ҡырағай хайуандар алып килеү тыйылған.


Вернуться назад