Нарыҫтауҙа кемдәр йәшәй?08.05.2018
Нарыҫтауҙа кемдәр йәшәй?Йәшәйештең йәме, тормоштоң ҡото уңған ғаиләләр менән бәйле, быға тамсы ла шик юҡ. Улар бүтәндәргә һәр йәһәттән дә өлгө: бынамын тигән балалар үҫтерә, эш урынында хөрмәт ҡаҙана, өйҙәрендә тулы тәртип. Беҙгә Илсеғол ауылында йәшәгән тырыш ғаиләләрҙең береһе менән танышыу бәхете тейҙе.


Тәртип тупһанан башлана, тиҙәр. Шәйәхмә­тов­тарҙың йорто янынан бөхтәлек, таҙалыҡ, нур бөркөлә. Ҙур итеп йорт һалғандар, ихаталары иркен. Нәсимә Риф ҡыҙы ла, Ғәзинур Сәлих улы ла – уҡытыусы. Илсеғол башҡорт гимназияһы директоры Резеда Са­диҡова: “Ҙур һөйөнө­сө­бөҙ бар, Шәйәхмә­товтар ғаиләһе күптән түгел Өфөлә ойошторолған бәйгелә еңеү яуланы”, — тип шәп яңылыҡты сер итеп кенә еткер­гәйне. Ысынлап та, быйыл мартта Ғаилә йылы уңайынан “Башҡорт­остан” дәүләт концерт залында “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тигән асыҡ республика конкурс-фестивале үтте, унда Шәйәхмәтовтарҙың сағыу сығышын күптәр хәтерләйҙер – “Берҙәм йортта бәрәкәт бар” тигән номинацияла һынатманылар.
Ҡайҙа-ҡайҙа, ә Өфө һынлы Өфөгә тиктомалдан сығып китеп булмай ҙа инде? Ошо турала ҡыҙыҡһындыҡ.
– Нарыҫтауға килен булып төшкәнемә шатланып бөтә алмайым, мул тормошта ғүмер итеү өсөн һәр яҡлап та һәйбәт шарттар тыуҙырылған бында, – тип башланы һүҙен тыумышы менән Күл-Ҡунҡаҫ ауылынан булған Нәсимә Риф ҡыҙы. – Кешеләрҙең ихласлығы күңелемде арбаны, ярҙамсыл да, теләктәш тә улар. Фиҙәлиә Ниғмәтуллина менән Гөлирә Мөхәмәтйәнова, шундай-шундай ярыш көтөлә, әйҙәгеҙ, ҡатнашығыҙ, тип өгөтләне. Башта баҙнат итмәнек, тамам күңелдә өлгөргәс кенә ризалыҡ бирҙек.
Балалары-ҡошсоҡтары ла талпынып торғас, артҡа сигенеү ҡайҙа инде! Әйткәндәй, өлкән улдары Нургиз Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тир түгә, Салауат — Ҡазан дәүләт энергетика университетының II курс студенты, Ғәлиә иһә ата-әсәһе янында, VII класта “бишле” билдәләренә генә уҡый.
Ғәзинур Шәйәхмәтов билдәләүенсә, Илсеғол уңған кешеләре менән дан тота, бәрәкәтле ерҙә урынлашҡан. Башҡортос­тандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров, билдәле йырсы һәм актриса Резеда Әмәкәсова һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр бында ҡанат нығытҡан. Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләр ҡәберҙәре лә билдәле. Эргәнән генә Дим йылғаһы аға. Шулай булғас, барыһын да көнләштереп йәшәмәү яҙыҡ.
Һүҙгә тағы ла хужабикә ҡушылып бына нимә тине:
– Беренсенән, сит яҡта абруйлы конкурстарҙа таныштарҙы осратаһың, дуҫ-иш табаһың. Икенсенән, ауылдаш­тарымдың ыңғай мөнәсәбәтен күреп һөйөнәһең. Ситтә йөрөһәк тә, күңелебеҙ тыныс ине, сөнки мал-тыуар ҡараулы, өй йылы. Миңә ҡалһа, күҙҙе аса торған бәйге булды ул беҙҙең өсөн.

Миәкә районы.


Вернуться назад