Ниғмәтулла ауылы мәктәбе төрлө күрһәткестәр буйынса бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Балалар уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн бында 50 уҡыусы белем ала, шул иҫәптән күрше Байдаковка, Нефороща ауылдарынан да ҡыҙ һәм малайҙар уҡый, уларҙы автобус ташый.Ниғмәтулла мәктәбе директоры Шамил Әхмәтов һөйләүенсә, белем усағында I кластан башҡорт теле уҡытыла, иң мөһиме – бүтән милләт балалары ла телде теләп өйрәнә. Ғөмүмән, күп телдәрҙе өйрәнеү уларҙың һәр йәһәттән дә үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Кабинеттар иркен һәм яҡты, иҙән әле генә буялған шикелле ялтырап ята. Интерактив таҡта алғандар, интернет бар, музей эшләй.
Данлы юл үткән Ниғмәтулла урта мәктәбе тирә-яҡҡа үрнәк булырлыҡ белем усағы иҫәпләнә. Балалар күңеленә изгелек, миһырбанлыҡ орлоҡтары һалған уҡытыусыларға үҙ хеҙмәттәренең емешен күреүҙән дә олораҡ шатлыҡ бармы икән?! Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәй уның уҡыусылары, бихисап арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан был ауылдан. Сәсән Ғатаулла Ғәлиев, шағир Ҡасим Вахитов, ғалим Рафиғулла Хәмиҙуллин, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Әғлә Солтанаев менән Хәмит Йосопов һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.
Район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр, республика олимпиадаларында еңеү яулайҙар. Айырыуса Алина Шәйбәкова, Алена Тарасова, Максим Матвеев, Денис Ибраһимов, Аделя Хәкимова, Динар Хәйретдиновтар — уҡыу йортоноң ғорурлығы. Директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Исхаҡова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Шәйәхмәтованың һәммәһе өсөн дә маяҡ булыуын билдәләнеләр.
– Мәктәп – татыу ғаилә. Уҡыусылар, ата-әсәләр, ауылдаштар, уҡытыусылар бергә булғанда ғына эштәр алға бара. Замана берҙәм булыуҙы талап итә, шулай уҡ аңлашып эш иткәндә генә бөтә уй-ниәттәр ҙә тормошҡа аша, – тип тамамланы һүҙен Шамил Миңлислам улы.
Әлшәй районы.