Бөйөк Еңеү_көнөн_ҡаршылап: Ябай халыҡ дөрөҫлөктө таный08.05.2018
Бөйөк Еңеү_көнөн_ҡаршылап: Ябай халыҡ дөрөҫлөктө таный Элекке Чехословакияның (хәҙер айырым Чехия һәм Словакия илдәре) ҡайһы ғына еренә аяҡ баҫһаң да, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Европаны фашистар ҡоллоғонан ҡотҡарыу өсөн баш һалған совет яугирҙәре ерләнгән дөйөм зыяраттар йәки һәйкәлдәрҙе күрәһең. Мәрхүм һалдаттарҙы ҡайҙа етте шунда, йәки урындағы фараждар (католиктарҙа поптар шулай атала) ҡайҙа күрһәтә, шул ергә күмгәндәр – уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Чехияла йә Словакияла совет ҡаһармандары күмелмәгән берәй ҡала-ауыл бармы икән?!

...1944 йылда Көнсығыштан беҙҙең яугирҙәр Словакия аша Көньяҡ Моравияға үтеп инә, улар араһында СССР-ҙа әҙерлек үткән Беренсе Чехословакия армияһы корпустары ла, пехотанан тыш артиллерия, танк һәм авиация ғәскәрҙәре лә була. Махсус әҙерлек үткән немец армияһы аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Улар, бөтә Словакия һәм Чехия ерендә урынлашып, ер аҫты бункерҙары төҙөй. Кәм тигәндә мең һалдатҡа бер йыллыҡ ризыҡ, кейем-һалым, һыу һәм ҡорал менән тәьмин ителгән булалар. Оло юлдан арып, сарсап, бөтә һуғыш йыһаздарын үҙ иңдәренә йөкмәп йәйәүләп килгән совет һуғышсы­лары фашистарҙың ер аҫты бункерҙары ҡорғанын белмәгән.
1945 йылда Совет Армияһы хәл иткес һөжүмгә ташлана. Улар Балтиканан башлап Карпат тауҙарына тиклем һәм бөтә Словакияны үҙ эсенә алған, өс мең саҡрымға һуҙылған фронт линияһы булып, фашистарҙы яңынан илебеҙ территория­һына уҙғармау маҡсатында берҙәм хәрәкәт итә. Һәм ошо ерҙәрҙә улар әлеге ер аҫты бункерҙарындағы фашистарға юлығып һәләк була... Ә улар араһында кемдәр генә юҡ! Кемдеңдер ғәзиз атайҙары, ағайҙары, ҡустылары, улдары...
Ауыр һуғыш юлы үтеп, Европа һынлы Европаға килеп етеп, ҙур тәжрибә туплаған оло яугирҙәр менән бергә әле йәшәп тә өлгөрмәгән йәп-йәш егеттәр ҙә һуғыш бөтөүгә бер ай йәки бер аҙна ҡалғас һәләк булған! Иң үкенеслеһе шул: бөгөнгәсә һәләк булған 370 мең һалдат араһынан биш кенә процентының исеме асыҡланған. Ә бит уларҙы тыны менән тартып алырҙай булып әсәләре, ҡатындары, балалары көткән. Социализм ваҡытында илдәр араһында дуҫлыҡ бәйләнеше булды, мәктәп-ара хеҙмәттәшлек, эҙәрмәндәр клубтары эшләне. Хәҙер иһә был хәлдәрҙе һағынып һөйләргә генә ҡалды.
Бөйөк Еңеү_көнөн_ҡаршылап: Ябай халыҡ дөрөҫлөктө таный Быйыл 26 апрелдә Брно ҡалаһын немец фашистарынан азат итеүгә арналған тәүге һуғыш реконструк­цияһы уҙғарылды. Брноның Веньков биҫтәһендә М.П. Колосов, А.И. Меньшиков исемле һалдаттар­ҙың ҡәбере, Ходонин ҡалаһында – гвардия лейтенанты М.А. Нестеровтың ҡәбере, Брно-Кохоутовице биҫтәһендә летчик, кесе лейтенант В.С. Кашуриндың ҡәбере күпте һөйләй. Һуңғыһында бәләкәй генә плитә ҡуйылған, эргәһенә ҙур таш терәткәндәр.
Көньяҡ Моравия ҡәберлектәрендә совет летчиктарының һуңғы төйәге лә осрай. Мәҫәлән, Уральск ҡалаһында әҙерлек үткән осоусы, кесе сержант Василиса Пащенко 1945 йылдын 19 апрелендә хәрби осоштан ҡайтмаған, ул немец фашистарына ҡаршы аяуһыҙ һауа һуғышында самолеты менән бергә яна. Ә был ваҡытта уға ни бары ун туғыҙ ғына йәш була. Шуныһы аяныслы: Василисаны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индереп, ата-әсәһенә хат ебәргәс, улар ҡыҙҙарын ғүмер буйы көтә, тик 2009 йылдың 6 майында ғына хәрби осош ваҡытында батырҙарса һәләк булыуы тураһында белә.
Мин үҙем быйыл ҡыш Көньяҡ Моравияға ҡараған Слоуп-Шошувка мәмерйәләр ҡурсаулығы буйлап йөрөгәндә көтмәгәндә тағы ла бер һәйкәлгә тап булдым да... аптырап ҡалдым. Үкенескә ҡаршы, унда һәләк булғандарҙың исеме яҙылмағайны. Сит ерҙә кем яҙһын инде, ә һуғыштан һун асыҡлаусылар булмаған... “Слоу” тигән һүҙ чех телендә “ҡая” мәғәнәһен бирә, ошо исемдәге ҡасабанан ун саҡрымда ғына ятҡан Бланско ҡала­һын да 1945 йылдың майында немец фашистарынан совет яугирҙәре азат итә. Шуға арнап ҡала уртаһына һәйкәл ҡуйылған һәйкәл, шөкөр, бөгөн дә ултыра. Йәнә лә шуны әйтәйем: чехтар совет яугирҙәренең ҡәберҙәрен һәм һәйкәлдәрен матур итеп ҡарап тора, уларҙан йыл әйләнәһенә сәскәләр өҙөлмәй.
Башҡортта “Дуҫыңдан һаҡлан – бер саҡ дошманыңа әйләнер, дошманыңды һаҡла – дуҫың булыуы бар” тигән ғәжәп тапҡыр мәҡәл бар. Эйе, бөгөн заманалар үҙгәрҙе, хәҙер һуғыш күргән быуындың ейәндәре, хатта бүләләре үҫә. Күп Европа дәүләттәре һуғыш хаҡындағы дөрөҫлөктө икенсегә әйләндереп яңы тарих китаптары яҙҙы – кем ҡулы аҫтында йәшәй, шуның йырын йырлайҙар хәҙер. Шуға ҡарамаҫтан, ябай халыҡ барыбер дөрөҫлөктө аңлай һәм таный. Шундайҙарҙан мин миҫал өсөн Брно “Ҡыҙыл армия клубы” ағзалары Иржи Новак, һуғышта һәләк булғандарҙың исемен асыҡлау һәм туғандарына хәбәр итеү менән шөғөлләнгән ошо уҡ ойошма ағзалары Любовь Вондроушкова, Властимил Шилбергер, Соня Голешковаларҙы атар инем.
...Инде Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы етеп килә. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ үҫеп килә, улар тыныс тормошта үҫһен. Ер йөҙөндә бер ҡасан да башҡа һуғыш булмаһын!

Чех Республикаһы.


Вернуться назад