Юрист кәңәштәре27.04.2012
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Ҡайһылай уңайлыраҡ?

— Атай-әсәйем миңә фатирын ҡалдырмаҡсы. Быны нисек еңелерәк итеп эшләргә икән? Ниндәй юлды һайлаһаң һалымдар әҙерәк түләнә? Ошо хаҡта тулы яуап ишетке килә.
Әлфиә, Өфө ҡалаһы.


— Бының өсөн өс юл бар. Уларҙың һәр береһе тураһында ентекләберәк яҙайыҡ.

Һатып алыу-һатыу килешеүе

Бындай килешеү ата-әсә һәм 18 йәше тулған бәлиғ бала араһында дөйөм тәртиптә төҙөлә. Килешеүҙең суммаһын сикләү һәм башҡа тыйыу юҡ. Әммә ҡайһы бер һалым нескәлектәре бар. Улар фатирҙы һатҡандағы сығымға тәьҫир итә. Әгәр элекке хужа, беҙҙең осраҡта атай-әсәйегеҙ, милеккә өс йылдан кәмерәк ваҡыт эйә булһа, ул килемгә булған 13 процентлыҡ һалым түләүҙән ни бары фатирҙың хаҡы бер миллион һумдан артмаған осраҡта ғына бушатыла ала. Һатыу хаҡы миллион һумдан ашыуыраҡ булһа, әлеге 13 процент һалымды түләргә мәжбүр буласаҡһығыҙ. Ә атай-әсәйегеҙ фатирға өс йылдан ашыу хужа булһа, уның күпме тороуына ҡарамаҫтан бер ниндәй ҙә һалым түләү кәрәкмәй. Һатып алыусы бала яғынан шулай уҡ бер ниндәй ҙә һалым түләнмәй. Әммә был осраҡта баланың фатирҙы һатып алғандан һуң һалым вычеты алыу хоҡуғы ла юғала, сөнки туғандар араһында килешеүҙәр ваҡытында бындай хоҡуҡ нормалары ғәмәлдә түгел. Һығымта шундай: әгәр ата-әсәгеҙ өс йылдан әҙерәк хужа булһа, фатирҙы бер миллиондан кәмерәк хаҡҡа һатһын.

Бүләк итеү

Бүләк итеү — бер яҡлы килешеү, уның һөҙөмтәһендә бүләкте алыусы түләүһеҙ рәүештә фатирға милексе хоҡуҡтарына эйә була. Һалым йәһәтенән дә, ата-әсә лә, бала ла бер ниндәй сығым кисермәй. Дөйөм ҡағиҙә буйынса, фатирҙы бүләккә алыусы уның хаҡынан 13 процент һалым түләргә тейеш. Әммә бүләк итеүсе һәм алыусы яҡын туғандар булһа, улар һалымдан азат ителә.

Мираҫҡа ҡалдырыу

Мираҫҡа ҡалдырыу вафат булған кешенең милке һис шикһеҙ мираҫ тәғәйенләнгән кешегә васыят йәки закон буйынса күсеүен аңлата. Мираҫ алғанда өҫтөнлөк васыятта яҙылған кешеләрҙә. Әммә бында ла нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, васыятта нимә яҙылыуына ҡарамаҫтан, әгәр вафат булған кешенең бәлиғ булмаған йәки эшкә яраҡһыҙ балалары, эшкә яраҡһыҙ ире (ҡатыны) йәки ата-әсәһе һәм уның ҡарамағында булған кешеләр булһа, улар мираҫтың кәм тигәндә яртыһына дәғүә итә. Шуға күрә, бындай туғандары барлығы асыҡланһа, һеҙгә бүлешергә тура киләсәк. Әгәр фатирҙы васыят буйынса алһағыҙ, һалым түләү кәрәкмәй.
Барлыҡ булған вариантты ҡарағандан һуң, күренеүенсә, иң ҡулай ысул булып фатирҙы балаға бүләк итеү тора.

Ялдан саҡырып алдылар

— Бер айға отпуск алғайным, яртыһы ла үтмәне, хужа эшкә кире саҡыртып алды. Ялымдан ҡалған көндәрен аҙағыраҡ файҙалана аламмы икән?
Гөлфиә, Сибай ҡалаһы.


— Эйе. Ғөмүмән, ялдан тик һеҙҙең ризалыҡ менән генә саҡыртып ала алалар. Ошо айҡанлы файҙаланылмай ҡалған көндәрегеҙҙе үҙ теләгегеҙ буйынса ағымдағы йылда алырға була, йәки уларҙы киләһе йыл ялына ҡушырға мөмкин.


Вернуться назад