Балаң бармы — тимәк, һалым түләмәйәсәкһең04.05.2018
Милли ата-әсәләр комитеты башлығы Ирина Волынец балалы ғаиләләрҙе күсемһеҙ милеккә һалым түләүҙән азат итеү тәҡдиме менән сыҡты. Ошо туралағы хат Рәсәй Президенты Владимир Путинға ебәрелде.
— Балалы ғаиләләр өсөн был мәсьәлә ҙур әһәмиәткә эйә. Һалым йылдан-йыл арта, күптәргә уны түләү еңелдән түгел. Үҙгәреш коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милеккә ҡағылмай, сөнки бындай мөлкәт табыш алыуҙы күҙ уңында тота, һүҙ йәшәү өсөн файҙаланылған шәхси йорттар һәм фатирҙар хаҡында бара, — тине Ирина Волынец, үҙ башланғысына аңлатма биреп.
Уның фекеренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар биргәнгә күрә әлеге башланғыс мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ.