Күп мәсьәләләр ғаиләлә хәл ителә04.05.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың профсоюз хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

– Йыл да байрам алдынан һөйләшеп алыу ғәҙәткә ингән, бындай аралашыуҙар файҙалы һәм кәрәкле, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ҡайһы ғына мәсьәләгә туҡталмайыҡ, һәммәһенә лә беҙҙең тарафтан дөйөм ҡыҙыҡһыныу көслө. Традициянан тайпылып, әңгәмәләшеүҙең формаһын үҙгәртергә булдыҡ, һеҙҙе, халыҡты нимәләр борсой, әйҙәгеҙ, асыҡтан-асыҡ белдерәйек.
Башҡортостандың һәр йәһәттән дә үҫеш кисереүен ыңғай яҡтан телгә алды республика етәксеһе. Мәҫәлән, сәнәғәт тармағы яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ағымдағы йылдың дүрт айын алып ҡарағанда, агросәнәғәт комплексында юғары күрһәткестәргә өлгәшелгән, эш хаҡы артҡан. Шулай уҡ сауҙа өлкәһе тураһында ла ошолай әйтергә мөмкин. Профсоюз ойошмаһының уй-пландарын уңышлы тормошҡа ашырыуына баҫым яһалды.
Башҡортостанда Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының төҙөлөүе республика етәкселегенең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Әйткәндәй, ултырышта был да айырым әйтелде.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әгәр ғаиләлә барыһы ла һәйбәт икән, ул эш урынында мотлаҡ ыңғай яҡтан сағылыш таба. Демография – шулай уҡ ғаилә сәйәсәтенең бер йүнәлеше. Ғаиләләргә тос ярҙам күрһәтелә. Тәүге балаһы тыуған йәш ғаиләләргә 300 мең һум күләмендә аҡса биреү – шуға асыҡ миҫал. Башҡортостан Башлығы янындағы инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса Йәмәғәт советы ултырышында сетерекле мәсьәләләр тикшерелгән.
– Әлбиттә, граждандарҙың талаптары төрлөсә, һорауҙары бар. Беҙ халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн барыһын да тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.


Вернуться назад