Һирәк яҙмаларҙа – Башҡорт автономияһы тарихы04.05.2018
“Башҡорт тауышы”

“Башҡорт тауышы” гәзите Башҡортостан хөкүмәтенең Ырымбур хәрби шөғбәһенең аҙнаға бер сыға торған нәшер органы. 1918 йылдың майында Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан “Башҡорт” гәзите нәшер ителә башлап, 19 һаны сыҡҡандан һуң, большевиктар тарафынан туҡтатыла.
Хәҙерге көндә башҡорт мәркәз шураһы Силәбелә Башҡортостан хөкүмәте янында әүәлге тотҡан юлы менән эшкә башлағанға күрә, 4 июндә “Башҡорт” гәзитенең 20-се һаны нәшер ителде.
Башҡортостан хөкүмәтенең Ырымбур хәрби шөғбәһе 23 июлдәге ултырышында “Башҡорт” гәзитенең Силәбелә баҫылғанын иғтибарға алып, Башҡортостан хөкүмәтенең Ырымбур хәрби шураһының нәшер әфкәре итеп “Башҡорт тауышы”н сығарырға ҡарар итте вә мәсьүл мөхәррирлеккә Хәбибулла Ғәбитовты тәғәйен ҡылды.
“Башҡорт тауышы” Башҡортостан хөкүмәтенең органы булғанға күрә, тотҡан юлы ла Башҡортостан хөкүмәтен нығытырға тырышыу, даими шуның тәржеманы булыу, хөкүмәт мөәссәсәләре менән ил араһында васиталыҡ ҡылыу. Башҡортостан хөкүмәтенең тәшкиләттәренә юл күрһәтеп, етәкселек итеү, шуның менән бергә Башҡортостан иленең ғөмүми мәнфәғәтен химая ҡылыу.
“Башҡорт тауышы” “Башҡорт” гәзитенең урынына сығарылған гәзит түгел, шуның өсөн “Башҡорт” гәзитенә яҙылған мөҙҙәттәре тулмаған мөштәриләренә тәнбиһ итәбеҙ...
Мөхтәрәм “Башҡорт” уҡыусылары әүәлге адресаттары буйынса “Башҡорт” гәзите Силәбелә үҙ идараһынан һораһындар. “Башҡорт” гәзите урынына “Башҡорт тауышы” ебәрелмәй. “Башҡорт тауышы”н алырға теләүселәр айырым абонент хаҡын түләп яҙылырға тейеш.
Хәҙергә хөкүмәт гәзите булып сыҡҡан берҙән-бер “Башҡорт тауышы” гәзите дауам итә һәм уға ярҙам итеү өсөн хамиәтле заттарҙың мөштәри булып яҙылыуҙарын үтенәбеҙ. Ауылдарҙағы ҡыраатхана һәм ғилми ойошмаларҙың да ярҙамда булыуын “Башҡорт тауышы” өмөт итә.
Ил хәбәрҙәрен яҙып тороусыларға “Башҡорт тауышы” киң юл биреү менән бергә үткер ҡәләмле башҡорттың йәш көстәрен эшләшергә саҡыра.
Хәҙерге ауыр минуттарҙа беҙ, башҡорт балалары, бер өй эсендәге ғаилә кеүек берләшеп, ҡулға-ҡул бирергә тейешбеҙ! Башҡорт милләте барыбыҙға ла уртаҡ. Ул беҙгә, балаларына, хисапһыҙ ауыр бурыстар йөкмәтә. Шул мөҡәддәс бурыстарҙы башҡарыу юлында фидаилыҡ күрһәтеү һәр башҡорт балаһына фарыз!
Башҡорт зыялылары, эшкә!
Халыҡ, ил бәхете юлындағы мөҡәддәс эшкә!
Тырышыу беҙҙән, муаффаҡиәт Алланан.
Хәбибулла Ғәбитов.
(“Башҡорт тауышы”, 1918, № 1. 17 (25) июль).

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ” ГӘЗИТЕ

Ҡыпсаҡ кантонлығы Яманболаҡ ауылында булған мобилизация ғәйәт тә тәртипле һәм дә тантаналы рәүештә үтте. Башҡорт ағайҙарҙың мобилизацияны шат күңел менән ҡаршы алыуҙары, ҡаһарман башҡорт балаларының мобилизацияны ғәйәт тә күңелле рәүештә ҡабул итеп төркөм-төркөм йырлап йөрөүҙәре, Ҡыпсаҡ кантонлығындағы күңелле булып яҙылған 180 дана башҡорт егеттәренең үҙ аттары менән прием алдына килеп туҡтауҙары, ошбуларҙы күреү менән ҡарттарҙың “Башҡортостанға иман килтерҙек инде” тип әйтеүҙәре күңелдә әллә ниндәй шатлыҡтарҙы тыуҙырҙы.
Киске тын, асыҡ һауа, һәр тарафта башҡорт балалары, ҡайһыһы ҡурай, ҡайһыһы скрипка менән урамға сыҡты. Бәғзеләре үҙенең ауылын маҡтап, бәғзеләре һуғыш күргәндәрен көйгә һалып йырлай ине. Шул ваҡытта урам уртаһынан теҙелеп йырлап барған ун бишләп егет бигерәк диҡҡәтте йәлеп итте. Уларҙың йырҙары бына шулай ине:
Ҡоролтайға йыйылдыҡ, Ҡаруанһарай асылғас,
Ғәм хәсрәттәр онотолдо, Башҡортостан асылғас.
Башҡортостанды асырбыҙ, собрание яһарбыҙ,
Башҡорт полктары яһап, күңелдәрҙе баҫырбыҙ.
Башҡорт полктары төҙөлгәс, эште шунда башларбыҙ.
“Крысный армия” күренһә, ҡырып, һепереп ташларбыҙ.
Большевиктан таҙартылды Ырымбурҙың ҡалаһы,
Инде ҡалды таҙартырға Ырымбурҙың далаһы.
Ап-аҡ булып күренеп тора Ҡаруанһарай бинаһы,
Ирек һөйә, иркен йәшәй беҙҙең Урал балаһы.
Ҡарағайлы ҡара урман Ҡаруанһарай баҡсаһы,
Фирҙәүес йәннәте булыр Башҡортостан донъяһы.
Шул егеттәрҙе туҡтатып һораным: “Был йырҙы ҡайҙан алдығыҙ?” – тип һорағас: “Үҙебеҙҙең Яманһары ауылының муллаһы яҙып бирҙе”, – тинеләр.
Ғиззәтулла МӨХӘМӘДҒӘЛИН.
(“Башҡортостан хөкүмәтенең теле”,
1918, № 5, 3 сентябрь ( 21 август).

ҠАРУАНҺАРАЙ МӘСЬӘЛӘҺЕ

Быға ҡәҙәр Ҡаруанһарайҙың яртыһы башҡорттарҙа булһа, яртыһы казачий хөкүмәте ҡулында ине. Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре казачий кругка мөрә­жә­ғәт итеп, Ҡаруанһарайҙың уларҙан бушатылыуын һо­раны. Казачийҙар, Ҡаруанһарайға күҙ тотмағанлыҡ­тарын бәйән итеп, әкренләп бушата башларға вәғәҙә бирҙе.
“Башҡорт хөкүмәтенең теле”, 1918, № 14, 28 сентябрь (11 октябрь).

АВСТРИЯЛАҒЫ ТӨРӨК ҒӘСКӘРҘӘРЕ

Австрия, Германия әсирлегенән ҡалабыҙға ҡайтҡан мосолман һалдаттарҙың әйтеүенә күрә, Германияла һәм Австрияла бик ҡаты тәртип арҡаһында халыҡ тыныс тора. Ихтилал-фәлән юҡ. Германияла булған ваҡ-төйәк урам ҡуҙғалыштарын насостан һыу ебәреп баҫтыралар. Хатта бер мәртәбә Венаның үҙендә яҡшы уҡ ҙур йыйылыштар башланғас, Төркиәнән төрөк ғәскәрҙәрен килтереп баҫтырғандар. Австрияла һәм Германияла төрөк ғәскәрҙәре байтаҡ күп күренә икән.
“Башҡорт хөкүмәтенең теле”, 1918, № 14, 28 сентябрь (11 октябрь).

“БАШҠОРТ” ГӘЗИТЕ

Байрамҡайың, башҡорт ҡотты булһун,
Шаттыҡ менән тулһун йөрәгең,
Бер алладан һора изгу көндә
Ҡабул ғыл тиб башҡорт теләген.
Теләй күрең юсыҡ ҡустыларым,
Башҡорт халҡы бәйдән сыҡһун тиб;
Ирек алған икен далаһында
Ҡыуанысмән байрам итһун тиб.
“Тулҡын” ойошмаһы.
“Башҡорт” гәзите, 1918, № 23, 27 июль (1 шәүүәл).

БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ҒӨМҮМИ ҠЫҪЫМЫНАН 4547-се ФАРМАН

Төрки халҡының милли күк төҫөн һәм ислам ғәләмәте булған йәшел төҫтө, тағы солох вә мөсәмәләт ғәләмәте булған аҡ төҫтөң мәҙкүр тәртип илән бергә ҡушылғанын, Башҡортостан ҡоролтайы йыйылып ҡарап, хәл ҡылғансы, башҡорт халҡының милли төҫө итеп ошбу фарман илән иғлан ҡылабыҙ.
Ғәскәрҙәрҙең кейеменә ҡуйыла торған ғәләмәттәр фәҡәт күк төҫтә булып, шул күрһәтелгән әсаста ғәскәри тыуҙар һәм ғәләмәттәр яһау хәрби шураға тапшырыла.
Башҡортостан Хөкүмәтенең рәйес мөғәүине Әхмәтзәки Вәлиди;
Ғөмүми эштәр ҡыҫымының секретары Нуриәғзәм Таһиров.
“Башҡорт”, 1918, № 20, 6 июнь (1336 сәнә 10 рамаҙан).

ИҒЛАН

Ғөмүм башҡорт съезының ҡарарына бинаән Башҡорттар иттифаҡи бюроһы Башҡорттарҙың мәркәз шураһы исеменә әйләндерелде. Гәзит идараһы илә шура идараһы айырым урынлашты. Бинаан ғәләйһ: бөгөндән иғтибарән гәзиткә ғаид йомоштар булһа, гәзит идараһына, шураға ғаид йомоштар булһа, шура идараһына мөрәжәғәт ителһен. Мәркәз шураның башҡарыусы һәйәте үтенә: өйәҙ һәм ауылдарҙа йөрөгән хатиптарҙың ҡайтып мәркәз шураға хисап һәм доклад ебәреүләрен.
Башҡорт мәркәз шураһының башҡарыусы һәйәте.
Мәркәз шураның адресы: Оренбург, Караван–Сарай, Башкирский облостной совет.
“Башҡорт” гәзите идараһы:
Оренбург, Караван-Сарай, Редакция газеты “Башкурт”.
Иғлан // “Башҡорт”, 1917, № 6, 18 август.

КҮГӘРСЕНДӘ “ТУЛҠЫН”ДЫҢ БҮЛЕКСӘҺЕ АСЫЛДЫ

Күгәрсен ауылы Ҡыпсаҡ кантонлығы Икенсе Ҡарый-ҡыпсаҡ улысы (йорто) Күгәрсен ауылында Башҡортостан йәштәре ойошмаһы “Тулҡын”дың шөғбәһе асылды. 4 ғинуарҙа икенсе мәртәбә йыйылыш булып түбәндәге ҡарарҙар бирелде:
Икенче Ҡарый–ҡыпсаҡ йорто Күгәрсен ауылы йәштәре исеменән Башҡортостан ғәли идараһы хозурындағы Башҡортостан йәштәренең мәркәз ойошмаһы “Тулҡын” идараһына бер вәкил ебәреп, Күгәрсен ауылында “Тулҡын”дың шөғбәһе асылғанын һәм эштә, фекерҙә тамамән мәркәз ойошмаға ҡушылғанын белдерергә.
Ҡыпсаҡ кантонлығы ағзаларының ғөмүми йыйылыштарында беҙҙең Икенсе Ҡарый-ҡыпсаҡ улысы йәштәре ойошмаһынан мотлаҡ ике вәкил саҡырылһын һәм был әфәнделәрҙең юл расходтары кантон идараһы тарафынан тәьмин ителһен.
Икенсе Ҡара-ҡыпсаҡ йорто (улысы) эсендә йәшәгән мосолман ауылдарында йөрөп, халыҡты хәҙерге хәлдәр илән таныштырыу һәм халыҡ араһында ғилем, мәғрифәт тейешлесә таралыуы хаҡында һәр ауылда халыҡты йыйып нотоҡтар һөйләргә Ғиниәтулла хәҙрәт Айҙаров менән Мәсәлим Ҡолшәрипов хатип итеп тәғәйен ителде.
1918 йыл, 29 декабрь. Икенсе Ҡарый-ҡыпсаҡ улысы хозурына йыйылған бер таҡым ҡара көстәр тарафынан: “Имам булған кеше һис бер организацияға ҡатнашып эш эшләмәһен”, тип сығарған ҡарарға Икенсе Ҡарый-ҡыпсаҡ йорто йәштәре ойошмаһы исеменән протест итергә.
Ҡыпсаҡ кантонлығы идараһында булған йорттарҙағы (улыстарҙағы) Башҡортостан йәштәре менән аңлашып, әгәр мәслихәт булһа, тиҙ арала Ҡыпсаҡ кантонлығы янында кантон йәштәр береге төҙөү хаҡында тәшәббүстә булынырға.
Башҡортостан йәштәренең мәркәз ойошмаһы “Тулҡын” идараһына утыҙ (30) һум иғәнә ебәрергә.
Күгәрсен йәштәре ойошмаһының рәйесе Минһажетдин Мәжитов;
Секретаре Ш. Якиев.
“Тулҡын” ойошмаһынан:
Күгәрсен йәштәре ойошмаһынан ебәрелгән утыҙ һум иғәнә тапшырылды. Башҡортостан йәштәре ойошмаһының шөғбәһен асыуығыҙ һәм иғәнәгеҙ өсөн “Тулҡын” башҡармаһы рәхмәт уҡый.
“Башҡорт”, 1918, № 18, 20 ғинуар.

Ғәрәп графикаһынан транслитерацияны
Әхәт СӘЛИХОВ башҡарҙы.


Яҙмаларҙа тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад