Мин атланам ҡабат атыма...04.05.2018
Мин атланам ҡабат атыма...
Себер китә ҡыҙҙар

Себер китә ҡыҙҙар. Тыма йырҙар.
Етем тороп ҡала ғаиләһе.
Фәрештәһе өйҙөң сығып китә...
Аңламайым һис тә ғилләһен
Ҡатын-ҡыҙҙың урынымы Себер?
Һеҙҙең өсөнмө ни һалҡындар?!
Сит тарафта нимә юғалттығыҙ?
Аңлатығыҙ, зинһар, ҡатындар!
“Тел төбөңдө беләм инде, ағай,
Рәнйетмәсе берүк нахаҡҡа.
Өйҙә генә бик тә ятыр инем,
Эшем булып, ирем мал тапһа.
Хәйерле юл теләп, мәктәбенә
Оҙатыр ҙа инем алмамды.
Тел йоторлоҡ итеп өйҙә генә
Һалыр инем ошо һалмамды.
Рәхәтләнеп йырлай-йырлай йөрөп,
Йыуыр инем керен, иҙәнен.
Үҙем бындамын да, ә күңелем
Өйҙә йәшәй. Шуны һиҙәмен.
Рәнйетмәсе, ағай, дөрөҫөн яҙ,
Вәғәҙә бир, ҡарап күҙемә.
Һин дә ашығаһың, минең дә шул,
Ваҡыт ҡалмай бер ҙә үҙемә”.
...Ҡала урамдары бушап ҡалған.
Иҫерек ир һорай биш тәңкә.
Себер китә ҡыҙҙар. Тыма йырҙар.
Был шиғырым булды тиктәҫкә.


Салауатҡа еңел булмаған

Салауатҡа ауырыраҡ булған –
Уны ҡамсы менән ярғандар.
Танау, ҡолаҡтарын ҡырҡып алып,
Маңлайына тамға һалғандар.

Салауатҡа еңел булмағандыр
Меңәр саҡ(ы)рым йәйәү атлауы.
Ярты быуат буйы таш аҡтарып,
Күңелендә өмөт һаҡлауы.

Салауатҡа ҡыйыныраҡ булған –
Смс-тар, хаттар килмәгән.
Зөләйхаһы күпме йәш түгеүен,
Нисек көн күреүен белмәгән.

Салауатҡа еңел булмағандыр
Белеп йәшәү ҡайта алмаҫын.
Мосолманса, йыназалар уҡып,
Бер кем, бәлки, тупраҡ һалмаҫын...

...Ҡапыл диңгеҙ ярһыу
тулҡынланды,
Ҡаяташҡа сыйып фекерен.
Йәшен ялтлап ҡуйҙы. Үткер уғы
Күк тултырып яҙҙы: “Мин тере!

Тәнем һыҙланыуы күптән бөттө,
Тик йәнгенәм һаман һыҙлана.
Мин бит күктән барыһын да күрәм,
Башҡорт иле нисек тын ала.

Мыжып торма бында, егет булһаң,
Васыятым тапшыр халҡыма.
Һаҡлай алмаһағыҙ илде, телде
Мин атланам ҡабат атыма.
Ҡайт та, егет, тапшыр халҡыма!”


Моңло бала

Таңдарҙа гармун уйнама,
Моңло булырһың, балам....


Моңло бала булдым. Гармунымдан
Башым күренмәгән сағында.
Уйнай ғына инем көйҙәремде
Илем, телем, һөйөү хаҡында.

Әсәм әйтер булды: “Ташла шуны!
Тапҡанһың да инде кәсепте.
Шундай матур итеп уйнайһың, тик
Моңло бала була бәхетһеҙ...”
Әсәм әйтте лә ул, тыңламаным,
Ойоҫҡотоп көйҙәр һыҙҙырҙым.
Йоҡоларын алып күпме ҡыҙҙың
Ауыл урамдарын ҡыҙырҙым.

Ғүмер тигәндәрең үтә генә!
Яҙмыштарға яҙмыш тоташа.
Иҫке гармунымды табып алып,
Кесе улым уйнап маташа.

Уйна, улым, дәртләндереп уйна!
Бер нәмәне беләм бәхәсһеҙ:
Күңелкәйе тулы моңо барҙа
Моңло бала булмаҫ бәхетһеҙ.


***

Һағыш баҫып, моңһоуланып китһәм,
Күңел һандығына күҙ һалам.
Йәшлегемдең алыҫ яҙҙарынан
Йәшәр өсөн ҡеүәт, ҡуҙ алам.

Ҡолағымда йырың сыңлап китә,
Тын алышың хатта ишетәм.
...Тәүге һөйөү ысынбарлыҡ булып
Һирәктәргә генә иш икән.

Күңелемдең иң-иң төптәрендә
Хәтирәнең йәшәй иҫкеһе.
Серҙе һатып сәскә атып ҡуйыр,
Асҡылайым бары кискеһен...


* * *

Эй, башҡортом! Ниңә башың эйҙең?
Оноттоңмо әллә ораның?
Ниндәй телдә һөйләшәйем, тиеп
Үҙ илеңдә торма һоранып.

Һин теләнсе түгел! Был хоҡуғың
Ғәзиз ҡандар түгеп яуланған.
Төп хужаһы Урал тигән Ерҙең!
Ебеп төшмә нахаҡ, ялғанға.

Эй, башҡортом! Ниңә башың эйҙең?
Ғорур яуап ҡайтар, яйлама!
Һиңә мираҫ итеп башҡорт телен
Ата-бабаң күптән һыҙлана...


Ҡамғаҡ

Юлдарымда – ҡамғаҡ.
Арбап мине алмаҡ.
Күҙҙәремде ҡамап,
Үҙ көйөнә һалмаҡ.

Эй булыша ҡамғаҡ,
Ҡороп миңә ҡармаҡ.
...Төртәм уға бармаҡ:
Йүгер шунда, һармаҡ!

Белмәһәң, бел:
Мин бит – ел!


Себер тарафтары

Себер тарафтары наҙға һаран...
Аяп тормай егә ҡамытҡа.
Донъя көтәм тигән әҙәм – бында.
Тамаҡ яуы ташлай тамуҡҡа.

Төньяҡ еле електәргә үтә,
Ҡырмыҫҡалай йәнгә үрмәләй.
Себер тигәндәре уҫал икән!
Аңлай алмаҫ уны күрмәгән.

Элек байҙар, айбарлылар киткән...
Һөйәктәре көтә аятын.
Хәҙер иһә, эшһеҙлектән ялҡып,
Башҡорт ҡыуа һуңғы тай-атын.

Аҡса көҫәп ҡорғаҡһыған йәндәр
Батҡыл, ҡатҡыл юлдар гиҙгәндә.
Буранбайҙар тертләп китәләрҙер
Милләттәшен йәнәш һиҙгәндә.

Гонаһлымын ...

Әйҙә, кәләш, мунса яҡсы
Эҫе итеп!
Баллап, тоҙлап сабынырмын
Иҫем китеп.

Кисә яҡтыҡ? Ярай, бөгөн
Яҡсы тағын.
Күрәһең бит. Күңелемдең
Иләҫ сағы.

Гонаһлымын. Әйҙә һыҙыр
Арҡа буйлап!
Төнөн яттым тәүге һөйгән
Йәрҙе уйлап.


***

Иҫке өйҙө ҡоршанылар
Эстән, тыштан.
Йәп-йәш кәләш эшләнеләр
Бер ҡарсыҡтан.
Нисек инде оялмайса
Алдашалар?
Серек өйҙө өр-яңы, тип,
Күр, һаталар.
Күгәрсен һөтө һөрткәндер!
Анһат һатты.
Бер ҡатлыраҡ хәләл кеше
Килеп ҡапты.
Бына шулай һәр беребеҙ
Эҙләй тиңде.
Ҡыҙ алам тип, әбей урлау
Шулдыр инде.
...Шымаларҙан, ялғандарҙан
Бүктем, туйҙым.
Һәм шикләнеп кәләшемә
Ҡарап ҡуйҙым.


Гармунсы ҡыҙға

Гөлфиә Хәләфетдиноваға.

Таң алдынан яңғыҙ гармун уйнай.
Минең йәшлек көйөн һыҙҙыра.
Ҡайҙан булһын хәҙер гармунсылар?
Ахырыһы, ҡолаҡ “һыҙғыра”.

Көй көсәйә, яҡыная бара.
Тапҡан берәү уйнар ваҡытты!
Ҡыҙҙар юҡ бит хәҙер ауылымда,
Бар ҡайт та ят инде, ялҡыттың!

Туҡта, туҡта, бер ҡыҙыҡай йырлай
Бар ауылды һалып зар-моңға.
Элек ир-егеттәр уйнар ине,
Хәҙер ҡыҙҙар уйнай гармунда.

Гүйә, йәшлегемә алып ҡайттың,
Аҙаштырып, урман-тау аша.
Бигерәк тә серле таң булды был,
Бер ҡыҙыҡай йырлай ча-ча-ча.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад