Патриот03.12.2011
ПатриотМәсәлим Әхмәтович бик ҙур урында ултыра. Хәйер, улай тип ҡысҡырып әйтмәһәм дә, атлап йөрөшөнән, ҡулына йәбешкән һимеҙ, крокодил тиреһенән тегелгән портфеленән үк уның юҡ-бар ерҙә салбар тыжып йөрөмәүен шәйләрһегеҙ. Бик арыу урында ултырғанға ла илебеҙ хаҡында ҙур хәстәрлек күрә ул.
Бына әле лә Мәсәлим Әхмәтович ҡалабыҙҙың иң мәртәбәле биналарының береһендә төкөрөктәрен сәсә-сәсә бик мөһим телмәр тота. Бындай ҙа көсөргәнешле эштән һуң тамағы сарсап китте буғай, алдында торған һауыттан һыу уртланы ла залдағыларға йәнә киҫәтеүле ҡараш ташланы. Унан, галстугын рәтләп, күҙлеген бармағы менән төймәләй бәләкәс кенә танауына атландырып, кәңәшмәне дауам итте:
— Берәй нәмә булһа, ғәйепте ситтән эҙләй торған әллә ниндәй холҡобоҙ бар. Көтмәгәндә шап итеп иҡтисади көрсөк тигән нәмәгә килеп бәрелеүебеҙгә лә берәү ҙә түгел, үҙебеҙ генә ғәйепле. Патриотлыҡ юҡ беҙҙә. Сит ил әйберҙәре тип үлеп барабыҙ. Мәҫәлән, бөгөн бөтәбеҙҙең дә иномарка тип иҫе китә. Ашамаһаҡ ашамайбыҙ, бурысҡа батһаҡ батабыҙ, тик иномарка булһын. Хатта кәлтерләп, бына-бына таралырға торһа ла. Йә, үҙебеҙҙең “Жигули” уларҙан нимәһе менән ҡайтыш? Үҙе осһоҙ, беҙҙең ил халҡы өсөн самый шәп бит ул.
Үҙебеҙҙең машиналарҙы алмағас, заводтарҙа эш бармай. Шул арҡала күпме кеше урам буйында йөрөй. Уйлап ҡараһаң, шул автомобилдең төрлө деталдәрен төрлө урында етештерәләр бит: быялаларын — бер ҡалала, тәгәрмәстәрен — икенсе заводта, ултырғыстарын — башҡа ерҙә. Беҙ алмағас, улар тик ята, файҙа килтермәй. Тимәк, аҡса ла юҡ. Улар араһында һеҙҙең балаларығыҙ, яҡындарығыҙ бер тинһеҙ зар илап йөрөй. Ана, хәҙер ул заводтарҙың ябылыуына, әллә күпме кешенең эшһеҙ йонсоуына, ваҡытында аҡса ала алмауына кем ғәйепле? Эйе, бер кем дә түгел, бары үҙебеҙ генә. Ниңә йылдан-йыл ҡаҙнала аҡса кәмей тиһегеҙме? Ниңә эш хаҡы юҡ? Үҙебеҙ үк бөтә аҡсаны то япондарға, то ҡытайҙарға ҡуш ҡуллап оҙатып торғас, ҡайҙан булһын ти ул беҙҙә?! Ҡыҫҡаһы шул, иптәштәр: илебеҙҙең патриоты булайыҡ...
Кәңәшмә тамам. Залдағылар төрлө уйҙар менән таралышты. Ә Мәсәлим Әхмәтович ғорур ҡиәфәттә урамға сыҡты ла әллә ун, әллә егерме “Жигули” хаҡына торошло сөм-ҡара ялтыр машинаһына ҡарай атланы.
А. ҒИРФАНОВ.


Вернуться назад