— Мин табындарҙы яратам, уларҙың табындарын яратам, — тине үҙ сығышында билдәле сатирик Марсель Сәлимов шаярып.Шулай булмай ни, табындары һәр ваҡыттағыса мул һыйлы, өҫтәлдәре, ысынлап та, һығыла ине. Өфө ҡала 4-се китапханаһында был юлы өс йыйынтыҡҡа исем туйы үтте: “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһынан “Табын ырыуы” хаҡында документтар һәм материалдарҙың I өлөшө донъя күргән, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан Ғарифулла Япаровтың “Инйәрҙәге Париж” романы ни тора ла, Архангел районы егете Ринат Сөләймәновтың шиғри бүләге әҙәбиәткә килгән йәштәрҙең тағы бер ныҡлы аҙымын иҫбатлай.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, сараны алып барып, табын ырыуы тарихына арналған китапҡа юғары баһа бирҙе, тарихсыларға барлыҡ халыҡ исеменән рәхмәтен еткерҙе.
— Башҡорт ырыуҙарына ҡағылышлы 28 том сығарылды. Табындар тураһындағы документтарҙың был беренсе өлөшө генә, тағы ла буласаҡ, — тине ул.
Сығыш яһаусыларҙан Табын ырыуы берләшмәһенә етәкселек иткән Нияз Сәлимов планлы эш алып барылыуы, барлығы дүрт йыйын үткәрелеүе, дөйөм халыҡ яҙмышында ырыу шәхестәренең ролдәре ҙур булыуын билдәләне. Сығыш яһаусыларҙан ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Радик Миндибаев, публицист Мәхмүт Хужин, шағир Әхмәр Үтәбай, КПРФ-тың Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, шағир Алмас Шаммасов, “Китап” нәшриәтенән Әлфиә Әсәҙуллина һәм башҡа бик күптәр яңы китап авторҙарының һәр ҡайһыһын ҡотлап, артабан да уңыштар теләне.
Үҙ сиратында сара сәбәпселәре лә күстәнәсһеҙ ҡалманы. Ғарифулла Япаров романының яҙылыу тарихына туҡталды, башҡорт ерҙәрен һаҡлауҙа ата-бабаларыбыҙҙың ҙур көс һалып бөгөнгә саҡлы алып килеп еткергәнлектәре, ғәзиз еребеҙҙе законлы рәүештә һаҡларға, буш ятмаһын өсөн эшкәртергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Ринат Сөләймәновтың был шиғри йыйынтығы – икенсе китабы. Уға тиклем хикәйәләрен “Йәштәр тауышы” серияһында баҫтырғайны. Ринаттың шиғырҙарынан ихласлыҡ бөркөлә, йәштәргә генә хас дәрт, хистәр тулҡыны урғыла.
Ғөмүмән, сара бик фәһемле үтте. Китап һөйөүселәр ҡулдарына яңы йыйынтыҡтар алып ҡыуанды, авторҙар ижад ҡанаттарын нығытып, әҙәбиәттең серле донъяһында талпыныр көс алды.