Башҡортостан Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Рәйсә Абдрахман ҡыҙы КҮЗБӘКОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тыуған тупраҡ йылыһы, ата-әсә тәрбиәһе менән ингән изге төшөнсәләр: милләт яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, телебеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы, айыҡ аҡылыбыҙҙы һаҡлау кеүек уй-теләктәрҙе иһә Һеҙ бөтә хеҙмәт биографияғыҙҙа раҫлайһығыҙ, уларҙы тормошҡа ашырыуға күп көс һалаһығыҙ.
Туған тел, тыуған ил хаҡына булған эшмәкәрлегегеҙ Башҡортостан сиктәрен сығып, башҡорттар күпләп ғүмер иткән Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау, Ырымбур ерҙәрен биләп алды. Һеҙҙең башҡорт халҡы алдындағы ҙур хеҙмәтегеҙ, ил-халыҡ ҡаршыһында ҡәҙерегеҙ, кешеләр менән бүлешерлек тәжрибәгеҙ бар. Тәрән белемле һәм иғтибарлы, асыҡ күңелле һәм ярҙамсыл, һәр эшкә бөтә көсөгөҙҙө һалып, шунан илһам алып йәшәйһегеҙ Һеҙ, Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. Киләсәктә ижади уңыштар, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк, яҡындарығыҙға тоғро кәңәшсе булып, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә ҡыуанып, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы
һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр.
Оҙон ғүмер, шатлыҡ, аҡ
бәхеттәр,
Беҙҙең Һеҙгә әйтер теләктәр.
Иң изге теләктәр менән Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы хеҙмәткәрҙәре.