Үҙ ҡулыңда бәхетең02.05.2018
Үҙ ҡулыңда бәхетеңБашҡортостаныбыҙҙың һәр төбәгендә бар кешеләрҙе һоҡландырырлыҡ, күптәргә өлгө булырлыҡ матур һәм бәхетле ғаиләләр бар. Тырышып төҙөгән йорттарында бәхетле бала-саға тауышын ишетеп, бер-береһенә терәк булып, ярты һүҙҙән аңлап, тормоштан йәм табып йәшәгән парҙарға ҡарап күңел нурлана. Шундайҙарҙың тап йәштәр араһында күп булыуы иһә – икеләтә ҡыуаныс.


Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәгән Садиҡовтар — ана шундай һоҡлан­ғыс ғаиләләрҙең береһе. Район үҙәгендә дәртләнеп донъя көтә йәштәр.
“Атанан күргән — уҡ юнған” тигән әйтем бар халыҡта. Атаһынан күреп, бәләкәйҙән йыр-моң, гармун тауышын ишетеп-яратып үҫкән Наил исемле булдыҡлы, тырыш егет Салауат музыка училищеһында ҡурай серҙәренә төшө­нөп, ансамбль артисы һөнәрен үҙләштереп, ике йыл диңгеҙҙә әрме сафында хеҙмәттә була. Ҡайтҡас, күңеле төшкән шөғөлгә башкөл­лө сумып, хәҙер инде ҡурайҙы ҡулына ала. Шунан сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Рәхим Иҫәнғолов, Азат Айытҡоловтың түңәрәктәрендә оҫталыҡ дәрестәрен ала.
Уҡыу йортон тамамлаған йәш кеше бөгөн район үҙәге мәктәбендә 49 бала йөрөгән ҡурай класын етәкләй, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла ошо сәнғәт серҙәрен өйрәтә. Шулай тыуған ерендә нигеҙ ҡорорға ниәт иткән тырыш ир-егет үҙ урынын таба, ошонда үҙ бәхетен, мөхәббәтен дә осрата.
Наилдең хәләл ефете Фирүзә райондың Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан. Шулай уҡ тормошон балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Педагогик белемле Әлшәй ҡыҙы бөгөн Тәүәтәй ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Ғаиләләре менән балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә ылыҡҡан йәштәрҙең үҙҙәренең дә һәләтле улы һәм ҡыҙы үҫеп килә. Ете йәшлек Рамаҙан I башҡорт класында уҡый. Һис кенә лә тик тормаған, йыр-бейеүгә әүәҫ, атаһынан күреп ҡурай-гармунда ла уйнарға өйрәнгән сос егет булып үҫеп килә ул. “Дим моңо” район конкурсында беренсе урын яулаған. Бәләкәй Диләгә иһә өс кенә йәш, уның өсөн дә яҡлаусы ағаһы һәм ата-әсәһе һәр яҡлап үрнәк.
Йәш ғаиләләрҙе дәртләндереү маҡсатында ойошторолған бер район конкурсы ла уларһыҙ үтмәй, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша улар. Быйыл, мәҫәлән, Садиҡовтар “Ғаилә лирикаһы” район конкурсында беренсе урынды яулаған.
Үҙ хужалыҡтарында ла тырышып эшләйҙәр, үҙ йортом ҡәлғәм тип, өр-яңынан өй ҙә һалырға тотонғандар. Йәш ғаилә булараҡ, район хакимиәте яғынан да ярҙам күрәләр.
Бәхетең, ырыҫың үҙ ҡулыңда, ти халыҡ. Тырыштар, сәмселдәр, дәртлеләргә тормош та үҙ ҡоласын йәйергә әҙер. Был донъяны яратып, булғандың ҡәҙерен белеп, үҙ мөмкинлектәреңде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәктер, моғайын. Шул саҡта Фирүзә һәм Наил Садиҡовтарҙың өлгөлө ғаиләһе кеүек бәхетлеләр, һис шикһеҙ, күберәк булыр.


Вернуться назад