Ошо көндәрҙә Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән
ҡәҙерле ҡатыным, һөйөклө әсәйебеҙ Фәриҙә Абдрахман ҡыҙы ХӘЛИСОВА (МАННАНОВА) үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлап, ғүмере буйы мәғариф тармағында эшләне. Яуаплылыҡ, талапсанлыҡ кеүек матур сифаттар менән яуланы ул хеҙмәт абруйын. Ике ҡыҙын — Айһылыу менән Әлфиәне лә әсәлек наҙына сорнап үҫтерҙе. Бөгөн иһә ул – алмаштырғыһыҙ өләсәй, дүрт ейән-ейәнсәре хәстәрлек, мөхәббәт, изгелек мөхитендә тәрбиәләнә.
Һөйөклөбөҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә сорналып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең күңелебеҙ түрен. Иң изге теләктәр менән
тормош иптәшең Нәсих, ҡыҙҙарың Айһылыу, Әлфиә, кейәүҙәрең Андрей, Михаил,
ейән-ейәнсәрҙәрең Павел, Милена, Сафия, Артем.