Һаулығың – байлығың, ти халыҡ мәҡәле. Шуға ауыл тормошоноң кимәлен самалағанда, ундағы инфраструктура, социаль учреждениелар араһында дауалау пункты булыуы ла мөһим. Әлбиттә, ул учреждение йәки филиалдарҙың тейешле шарттарҙа эшләүе кәрәк. Оноторға ярамай, шарттар ҡорамалдарҙың көслөлөгөнә генә бәйле түгел, белгестәрҙең ихласлығы ла шаҡтай мөһим. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әйткәнсә, медицина тәү сиратта – табиптар ул.Стәрлебаш районының Елембәт ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты миҫалында был фекер менән ихлас килешергә мөмкин. Фельдшер Роза Фәйзуллина эшенә мөкиббән бирелгән, пациенттарын ихлас дауалай.
Роза Рәүеф ҡыҙы был яҡтарға килен булып төшкән. Һөнәре буйынса медицина белгесе булһа ла, оҙаҡ йылдар урындағы ауыл хужалығы предприятиеһында иҫәп-хисап эштәрен алып барған. Шулай ҙа асылыңа ҡайтырға бер ҡасан да һуң түгел – хәҙер ул елембәттәрҙе һәм күрше ауылдар халҡын дауалай.
— Табиплыҡ эше менән бала саҡтан яндым, яратҡан һөнәремә ҡайтанан тотоноуыма ҡыуанып бөтә алмайым, — ти әңгәмәсем. Ә пациенттар нисек шат! Табиплыҡ Хоҙайҙан килә тигән әйтемде улар үҙҙәрен дауалауҙа инана.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты дауахана түгел, әлбиттә. Уның ҡарауы, яраны бәйләү, сирленең хәлен еңеләйтеү һәм хатта үлемдән алып ҡалыуҙа уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Иң мөһиме — сирҙе дауалау түгел, уны иҫкәртеү яҡшы. Был тәңгәлдә лә ауыл халҡын тикшереүҙәр, кешеләрҙең мөрәжәғәттәренең сәбәптәрен асыҡлау бында башлана бит.
— Кешеләр һаулығына хәҙер яуаплыраҡ ҡарай, тейешле тикшеренеүҙәргә йөрөй, диспансерлаштырыу, флюорография, УЗИ үтә, — ти пациенттары менән аңлашып эшләүе хаҡында Роза Рәүеф ҡыҙы.
Шулай ҙа башлыса фельдшер пунктына оло быуын йышыраҡ һуғыла икән, йәштәр ҡала тирәһендә күберәк уралғас, шундағы поликлиникаларға йөрөй. Нисек кенә булмаһын, һуңғы арала Роза ханымдың пациенттары араһында йөклө ҡатындар ҙа бар – быныһына фельдшер бигерәк тә ҡыуана. Тимәк, ауыл йәшәй!
Шул уҡ ваҡытта борсолоуҙарын да йәшермәй әңгәмәсем:
— Йөрәк-ҡан тамырҙары, баш менән бәйле сирҙәр көсәйә. Онкология менән иҫәптәге 400 кешенең дүртеһе сирләй, — ти ул. Нисек кенә булмаһын, был сирҙәрҙең сәбәптәренең осона сығырға, уларҙы нисек тә дауаларға тырыша аҡ халатлы апай.
...Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә: “Киләһе ике йылда 100-ҙән алып 2000-гә тиклем кешеһе булған ауылдарҙа иһә фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылырға тейеш”, — тине. Был ҡарарҙың тормошҡа ашырына шик юҡ, иң мөһиме — ул пункттарҙа әлегеләй аҡ күңелле фельдшерҙар эшләһен ине.
Стәрлебаш районы.