Был алсаҡ йөҙлө мөләйем ҡатын Стәрлетамаҡ ҡалаһында бик күптәргә таныш. Һәр ваҡыт йылмайып, үҙенең белгәндәре менән уртаҡлашырға әҙер тора ул. Ғаиләлә һәйбәт ҡатын, хәстәрлекле әсә, изге күңелле өләсәй, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә тоғро дуҫ. Һүҙ ҡаланың 62-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лира Әнүәр ҡыҙы ЯППАРОВА хаҡында. Лира апай һәр саҡ дәртле, башҡаларға ла бойоғорға ирек бирмәй. Ошондай күркәм шәхестең тормошо нисек үрелде икән?— Һеҙ кескәйҙәр менән эшләйһегеҙ, ә үҙегеҙ бала саҡта ниндәй инегеҙ?
— Өс малайҙан һуң көтөп алынған ҡыҙ булып тыуғанмын. Әммә иркә үҫтем, тип әйтә алмайым, ябай ғаиләнәнмен, атай-әсәйебеҙ һәммәбеҙгә йылыһын тигеҙ өләшергә тырышты. Үҙемде белә-белгәндән бирле бик шаян, тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ инем. Бергә уйнап үҫкән балаларҙы һәр ваҡыт нимәгәлер өйрәтеү, уйындар ойоштороу, әкиәттәр һөйләү минең яратҡан шөғөлөм булды. Йәй көндәре уларҙы эйәртеп тыуған ауылым Шәрипҡолдо (Ҡырмыҫҡалы районы) уратып алған урманға емеш-еләк йыйырға алып барыу әллә ниндәй батырлыҡтай тойола ине.
— Тимәк, һөнәрегеҙ, ысынлап та, тәбиғәттән килә. Был оҫталыҡ артабан нығына ғына барғандыр?
— Күңелле мәктәп йылдары, әлбиттә, һәр баланың иҫендә ҡала. Пионер, комсомол сафтарына инеү, тырышып уҡыу, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу тиһеңме... Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайлаясаҡмын тигән уй Белорет педагогия училищеһына алып килде.
Студент саҡта Сибай, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән ҡыҙҙары дуҫлашып, аралашып йәшәнек. Уларҙа башҡорт рухының көслө булыуы, тел байлығы мине хайран ҡалдырҙы. Ысынлап та, ошо яҡтарҙа легенда, риүәйәттәрҙә һөйләнгән ысын башҡорттарҙың йәшәүенә инандым.
— Һеҙ яҡшы уҡыу ғына түгел, спортта ла бик әүҙем булғанһығыҙ бит...
— Эйе, еңел атлетика менән шөғөлләндем, бигерәк тә йүгерергә ярата инем. 1982 йылда училищены тамамлап, ҡулға ирекле диплом алып, артабан уҡыуымды дауам итеү теләге менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлландым. Шулай ҙа, теүәл фәндәргә ғашиҡ булып, педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем. Хәйер, спортҡа тормошомда һәр саҡ урын бар. Башта йәмәғәтем, аҙаҡ ике улым менән физик күнекмәләр яһаныҡ. Хәҙер уларҙың балалары менән кинәнеп шөғөлләнәбеҙ, бейеүгә лә йөрөйҙәр.
— Шулай ҙа математиканы түгел, тәрбиәсе эшен ғүмерлек юлдашығыҙ иткәнһегеҙ...
— Улдарым үҫте, уларға балалар баҡсаһына йөрөй башларға ваҡыт етте. Күп уйлап торманым, 1986 йылда 58-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Эшем шул тиклем оҡшай, кескәй генә балаларҙы изгелеккә, тырышлыҡҡа өйрәтеү, уларға төрлө яҡтан өлгө булыуҙа иҫ киткес ҡыуаныс табам.
1995 йылдар... Башҡорт теленә ҡарата йәмғиәттең ҡарашы үҙгәргән ваҡыт, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эшләй башланы. Үҙем кеүек телен яратҡан хеҙмәттәшем менән бергә беренселәрҙән булып 24 башҡорт балаһынан торған төркөм асып ебәрҙек. Уларға халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтә башланыҡ.
17 йыл ошо баҡсала эшләгәндән һуң, яңы асылған 62-се башҡорт балалар баҡсаһына күстем һәм бөгөн дә яратҡан “Толпар”ымда эшләп йөрөйөм, коллегаларымдан уңдым.
Әммә педагог үҙ ҡаҙанында ҡайнап ҡына йәшәргә тейеш түгел. Ошо маҡсаттан сығып, 2012 йылда ҡалала уҙған “Йыл педагогы” конкурсында, ә икенсе йылына республика кимәлендәгеһендә ҡатнаштым. Ғөмүмән, һәр саҡ өйрәнеп, яңылыҡҡа ынтылып эшләргә тырышам.
— Киләсәккә булған пландарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
— Минең бер хыялым бар: белгәндәремде йыйып, төйнәп, тәрбиәселәр өсөн ҡулланма яҙырға ине.
— Лира апай, һеҙҙең балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеүҙә, уларҙа башҡорт рухы тәрбиәләүҙә өлөшөгөҙ бик ҙур. Башҡортостан, Рәсәй Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары менән бүләкләнеүегеҙ, ә 2006 йылда мәғариф алдынғыһы исеме бирелеүе – быға етди дәлил. Һеҙгә кәңәштәрегеҙ, йылы һүҙҙәрегеҙ, тәрбиәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
— Рәхмәт. Балалар тыуып торһа, ҡала мөхитендә йәшәгән атай-әсәйҙәрҙең рухы һүрелмәһә, хыялдарым, ысынлап та, тормошҡа ашыр әле.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.