Әсә булыу бәхет кенә түгел, оло яуаплылыҡ та02.05.2018
Әсә булыу бәхет кенә түгел, оло яуаплылыҡ та Халҡыбыҙҙа “Татыу ғаилә — ил күрке” тигән әйтем бар. Ысынлап та, матур ғаиләләр – тормошобоҙҙоң сағыу биҙәге ул. Быны Альбина менән Рим Әбйәлиловтар ғаиләһе тағы бер иҫбатлай.


Уларҙы һәр яҡлап өлгө итеп ҡуйырға була. Һөнәри яҡтан да, тормошҡа ҡараштары һәм шәхси сифаттары менән дә күптәргә үрнәк. Ә иң мөһиме — ғаилә татыулығы һәм күркәм холоҡло балалар тәрбиәләүе менән һоҡланыуға лайыҡ. 
– Үҫкәндә буласаҡ ғаиләм тураһында уйлағаным да булманы. Бөгөн иһә тормошомдо унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Альбина Рәүфил ҡыҙы. 
Әбйәлиловтарҙың икеһе лә татыу ғаиләлә үҫкән. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр: йәштәр ҙә, ата-әсәһе өлгөһөнә таянып, матур ғаилә ҡора, дүрт балаға ғүмер бирә. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл – буласаҡ химик, ул – Башҡорт дәүләт университетының III курс студенты. Икенсе ҡыҙҙары Гөлназ VI класта уҡый. Игеҙәк улдары Руслан менән Рөстәмгә әле ике йәш тә юҡ.
– Һәр әсәй кеүек, балаларым тәүфиҡлы, аҡыллы ҡыҙҙар, булдыҡлы, эшһөйәр егеттәр булып буй еткерһен, киләсәктә уларҙың уңышына ҡыуанып йәшәргә насип итһен ине, тип теләйем, – ти әсә. – Баланың ниндәй кеше булып үҫеүе башлыса ата-әсәгә бәйле. Шуға күрә һәр береһен һау-сәләмәт үҫтереп, үҙаллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышабыҙ.
Әбйәлиловтар бөтә эште бергә кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп башҡара. Маҡсаттар, уй-хыялдар уртаҡ булғанға, уларҙың уйлағаны, ҡорған планы бойомға ашмай ҡалмай.
– Иптәшем ғаилә өсөн өҙөлөп тора. Балаларға — яҡшы атай, миңә ышаныслы терәк, эшендә лә һынатмай. Ҡыҙҙарыбыҙға, улдарыбыҙға бөтә яҡлап үрнәк күрһәтә, – ти Альбина ире хаҡында.
Әле декрет ялында булған Альбина Рәүфил ҡыҙы тураһында ла тик яҡшы фекерҙәр ишетелә. Хеҙмәттәштәре: “4-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып егерме йылдан ашыу эшләгән дәүерҙә үҙен тәрән белемле, балаларҙы, эшен яратҡан педагог, уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй итеп күрһәтте. Бала һәм килен булараҡ та ата-әсәһенең, ҡайны-ҡәйнәһенең фатихаһын алған”, – ти уның хаҡында. 
– Күптәр баланы мәктәп тәрбиәләй йәки тәрбиәләргә тейеш тип яңылыш фекерләй, – ти үҙ сиратында Альбина Әбйәлилова. – Әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү, туған халҡыңа, телеңә, илеңә һөйөү уятыу, тәүге сиратта, атай-әсәйҙең бурысы. Балалар тормош һабағын ғаиләлә ала. Үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт күңелдә ыңғай хис-тойғо яралта. Атай менән әсәйҙең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан бөркөлгән тыныслыҡ, эске ышаныс балаларына күсә. Был тойғо, үҙ сиратында, тормошта ныҡлы аҙым менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.
Эйе, Әбйәлиловтар ише бәхетлеләр күберәк булған һайын, тормошобоҙ ҙа матурыраҡ, сағыуыраҡ.

Мәләүез ҡалаһы.


Вернуться назад