Барыһы ла – балалар хаҡына02.05.2018
Барыһы ла – балалар хаҡынаҒаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән күрше Беларусь дәүләтендә яңылыҡтарҙан ҡурҡмайҙар. Күптән түгел, мәҫәлән, илдең Милли Йыйылыш вәкилдәре палатаһының хеҙмәт һәм социаль мәсьәләләр буйынса комиссияһы Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим яһаған. Уға ярашлы, атайҙарға 14 көнлөк декрет ялы биреләсәк: бала тыуып, уға алты ай тулғансы, атай кеше теләгән ваҡытында ғариза буйынса ике аҙна ялға китә аласаҡ, әммә 14 көнлөк ял өсөн эш хаҡы түләнмәйәсәк.


Әйткәндәй, был хоҡуҡ үгәй атайҙарға ла бирелә. Тәҡдим менән сығыш яһаусылар, атайҙың баланы тәрбиәләүҙә күрһәткән ярҙамы ғаиләнең психологик мөхитен яҡшыртыуға, ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән яңы мәшәҡәттәрҙе кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип белдерә. Әлеге ваҡытта Беларустә балаға өс йәш тулғансы атай йәки үгәй атай декрет ялына китә ала, әммә бының төп шарты – әсәй кеше ваҡытынан алда эшкә сығырға тейеш.
Рәсәйгә килгәндә, власть органдары әсәлеккә һәм балалыҡҡа бәйле пособиелар түләү системаһын камиллаштырыуҙы дауам итә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында граждандар беренсе йәки икенсе бала тыуғас (уллыҡҡа алынғас) түләнә торған пособиеларҙы физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан азат итеү тураһындағы Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул иттеләр. Хәтерегеҙҙә булһа, ағымдағы йылдың ғинуарынан Рәсәй Президенты башланғысы буйынса балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү саралары тормошҡа ашырыла башланы.
Тәүгеһе – беренсе бала тыуғас (уллыҡҡа алынғас), уға 1,5 йәш тулғансы түләнгән айлыҡ пособие. Уның күләме уртаса 10,5 мең һум тәшкил итә, ул ил төбәктәрендә балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләменә ҡарап билдәләнә. Әйтергә кәрәк, түләүҙәр адреслы, йәғни ғаиләнең килемдәре мотлаҡ иҫәпкә алына. Владимир Путин бының ғәҙеллеген билдәләп үткәйне, “беренсе сиратта, ысынлап та, мохтаждарға ярҙам итергә тейешбеҙ”, тип белдергәйне. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ил субъектында эшкә яраҡлы граждандар категорияһы өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡырға күберәк килеме булған ғаиләләр был пособиеға өмөтләнә алмай, ошо күләмдән аҙыраҡ аҡса эшләүселәргә иһә ярҙам күрһәтелә.
Икенсенән, ғаиләһендә икенсе бала тыуғандар (уллыҡҡа алғандар), шулай уҡ 1 ғинуарҙан Әсәлек капиталы иҫәбенән айлыҡ түләүҙәр алыу хоҡуғына эйә булғайны.
Ошо пособиелар тураһында закон ҡабул иткәндә үк депутаттар һалымға бәйле түләүҙәрҙең күләме 13 процентҡа түбән буласағын иғтибарға алғайны. Шуға ла ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатынан тормошҡа ашырылған башланғысты камиллаштырыу, аныҡлап әйткәндә, һалымдан азат итеү – дөрөҫ, урынлы ғәмәл.


Вернуться назад