Һаулыҡ өсөн ете кәңәш02.05.2018
Күберәк уҡығыҙ
Әммә гаджет экранынан түгел, ә ҡағыҙға баҫылған мәғлүмәт сығанағына өҫтөнлөк бирегеҙ: ғалимдар билдәләүенсә, был ғәмәл коммуникатив һәләтте яҡшырта һәм депрессияға яҡын хәл-тороштан сығырға ярҙам итә. Әммә социаль проблемалар һәм сәйәсәт яңылыҡтары яҡтыртылған баҫмаларға өҫтөнлөк бирергә ярамай, киреһенсә, күңелгә ятышлы, ыңғай текстар уҡыу фарыз. Классик әҙәбиәт, матурлыҡ, зауыҡ тураһындағы журналдар – ошо исемлектә.
Яй ашағыҙ
Диетологтар фекересә, күпселек осраҡта кешеләр күп ашағандан ғына түгел, ә насар сәйнәп, эре аҙыҡ киҫәктәрен йотҡандан да һимерә. Тиҙ ашағандарҙың самаһыҙ аҙыҡ ҡулланыуы күптән иҫбатланған. Бының сере ябай: организм үҙен туҡландырғандарын аңлап өлгөрмәй, ә туйыу тураһындағы сигнал һуң килә.
Тынлыҡта медитация үткәрегеҙ
Медицина хеҙмәткәрҙәре күптән әйтә килә: медитация йога һәм көнсығыш фәлсәфәһенә табыныусылар өсөн генә түгел, ә офиста эшләгәндәргә лә файҙалы. Көн һайын үткәрелгән 30 минутлыҡ сеанс стресс кисереү ихтималлығын кәметә, кешенең психологик һәм физик һаулығына ыңғай тәьҫир итә.
Тимерҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ
Организмдың эшмәкәрлеген нормала тотоу өсөн тимерҙең әһәмиәте мөһим икәнлеген бер ваҡыттта ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Арығанлыҡ тойғоһо, аппетитты юғалтыу, иғтибар туплай алмау – организмында тимер дефициты кисергән кеше ошо һәм башҡа бик күп кире күренештәргә юлыға. Мәҫәлән, артыҡ ауырлыҡты ғына алайыҡ. Тимер организмдағы матдәләр алмашыныуын рәтләй, үпкәләге кислородты күҙәнәктәргә еткерергә ярҙам итә – ул етешмәһә, организм һимереү процесына тиҙерәк бирешә.
Телефонығыҙҙы һүндерегеҙ
Һис шикһеҙ, был кәңәш күптән тапалған, әммә барыбер төп ҡағиҙәләрҙән булып ҡала. Смартфондар хәүефле булыу менән бер рәттән тағы ла башҡа ҡапма-ҡаршылыҡлы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Уны оҙайлы ваҡыт даими ҡулланыу күҙ баҫымын күтәрә, күҙ мускулдары тартышыуына килтерә, стресҡа дусар итә, шулай уҡ, башты гел аҫҡа эйергә тура килгәнгә, муйын һәм янбаш ауыртыуына дусар итә.
21 минут хәрәкәттә
Белгестәр билдәләүенсә, 18 — 34 йәшлек кешеләргә, һаулығын тейешле кимәлдә тотор өсөн, аҙнаһына кәмендә 150 минут ваҡытын аэробик күнекмәләргә (организмды кислород менән тулыландырған уртаса көсөргәнешле хәрәкәттәр: конькиҙа шыуыу, тауға менеү, йүгереү, баҫҡыстан күтәрелеү, йөҙөү һәм башҡа оҡшаш шөғөлдәр) бағышларға тейеш. Әгәр ҙә 2,5 сәғәтте бер юлы спорт менән шөғөлләнеүгә арнай алмайһығыҙ икән, уны көндәлек өлөштәргә бүлегеҙ. Мәҫәлән, көнөнә 21 минут йәйәү йөрөп килеү – һәр кемдең хәленән килгән ғәмәл.
Өйҙә ултырмағыҙ
Мөмкинлек булһа, күберәк ваҡытты урамда үткәрегеҙ. Кешегә Д витамины бик кәрәк, ә ул тик саф һауа һулағанда ғына организмға эләгә. Әгәр ҙә һеҙ ҡала урамдарын түгел, ә паркты, урманды, яланды ҡыҙыраһығыҙ икән, бының әһәмиәте тағы ла юғарыраҡ: мейе эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ, стресс ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ.