Эш биреүсе лә ғәйепле буласаҡ27.04.2018
Ил хөкүмәте эш ваҡытын һәм ялын тәртиптә тотмаған өсөн водитель генә түгел, ә уға эш биреүсе лә яуап тотоуы хаҡында Дәүләт Думаһына закон проектын индерҙе.

Бында һүҙ Административ тәртип боҙоуҙар хаҡындағы кодекстың 11.23 статьяһына төҙәтмәләр индереү хаҡында бара. Унда автобуста йәки йөк машинаһында шоферҙың эшен һәм ялын күҙәтеү өсөн техник саралар йәки тахограф булмаған осраҡта яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ хеҙмәт һәм ял тәртибен боҙоу ошо приборҙар ярҙамында билдәләнә.
Әйткәндәй, прибор осраҡлы барлыҡҡа килмәгән, сөнки юлда арыған шофер тирә-яҡтағылар өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Йонсоғанлыҡтан һиҙгерлек юғала. Һөҙөмтәлә рулдә килеш йоҡлап китеп, күп тонналы йөк маши­наһы юлда ғәфү ителмәҫлек фажиғәгә килтереүе ихтимал. Әлбиттә, бөгөнгө заман технологиялары ойоған водителде уята ала, әммә уның был хәлгә етмәүе яҡшыраҡ.
Водитель артығын эшләргә тейеш түгел. Уның юлда әленән-әле ял итеп алыуы мөһим. Тахограф быны күҙәтеп барасаҡ. Әммә ҡайһы бер етәкселәр быға яуапһыҙ ҡарай, табыш артынан ҡыуып водителдәргә был ҡоролманы ҡулланырға ҡушмай. Әйткәндәй, эшләмәгән прибор һәм талап ителгән тәртипте боҙған өсөн бөгөнгө закон буйынса водитель яуап бирә. Штраф күләме бер меңдән өс мең һумға тиклем.
Транспорттың яртыһынан күбеһе эшҡыуарҙар милкендә булһа ла, был статья уларҙан яуаплылыҡ талап итмәй ине. Һөҙөмтәлә автобус менән кеше ташыу илдә ҙур хәүеф тыуҙыра. Шулай уҡ ауыр йөк ташыусылар араһында юл һәләкәте даими арта. Тахограф булмаған өсөн автопредприятиеға яза сараһы – 90 тәүлеккә эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡаралған.
Яңы проект буйынса, автобуста йәки машинала тахографһыҙ булмаһа, шулай уҡ прибор боҙоҡ йәки мутлашыу осрағы асыҡланһа, шоферға өс-биш мең һум тирәһе штраф һалынасаҡ. Ә бындай транспортты юлға сығарған вазифалы кешеләргә – ете-ун мең, юридик шәхестәргә 20-нән 50 меңгә тиклем штраф йәки 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлеген туҡтатыу язаһы ҡаралған.
Әйткәндәй, был алым Рәсәй ҡабул иткән яңылыҡ түгел. Европала тахограф ярҙамында шоферҙарҙың хеҙмәтен етди күҙәтәләр. Штраф күләме төрлө илдә төрлөсә. Тап шуға ла Германия менән Франция сигендә, штраф түләү урынында, алыҫ юлда йөрөгәндәрҙең оҙон сираты барлыҡҡа килә, сөнки законды боҙған өсөн Германияла штраф 50 евро булһа, Францияла – 125 евро. Әлбиттә, бурысыңды Германияла түләү арзанға төшә. Артабан тыныс күңел менән Францияға инеп китәһең.


Вернуться назад