“Машинамды урланылар. Әлбиттә, полицияға мөрәжәғәт иттем, әммә әле һаман таба алмайҙар. Был осраҡта мин транспорт һалымы түләргә тейешме?”
Морат ФӘЙЗУЛЛИН.
Полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткәндән һуң юл хәрәкәте дәүләт хәүефһеҙлеге инспекцияһына урланған транспорт сараһын теркәүҙән төшөрөү хаҡында ғариза яҙаһың. Унда һеҙгә махсус өлгө бирерҙәр.
Ғаризала үҙегеҙ, машина хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтеү зарур. Ғариза тултырғанда автомобилде иҫәптән төшөрөү түгел, ә теркәүҙе туҡтатыу хаҡындағы пунктҡа иғтибар итергә кәрәк. Бәхетегеҙгә, машинағыҙ табылһа, йәнә ЮХХДИ-ға был хаҡта хәбәр итеү мөһим. Ошо нигеҙҙә теркәү тергеҙелә, машинаның кузовы һәм агрегат номерҙары тикшерелә, тейешле документтар бирелә. Автомобилде эҙләп тапҡанға тиклемге осорҙа эйәһе транспорт һалымынан азат ителә.
“Тимер ат”тарығыҙҙы һаҡлағыҙ.