“Ни өсөн автомобиль двигателенең ҡеүәте һаман да ат көсө менән иҫәпләнә? Ә бит донъяла рәсми рәүештә ҡабул ителгән берәмек көсө – ватт бар. Әле лә транспортҡа һалым тап ат көсөнә ҡарап алына. Ғәжәп бит!
Абдулла ЙӘНМЫРҘИН.Бөгөн “ат көсө” термины тарихтан килгән йола һәм ихтирам билдәһе булараҡ ҡабул ителә. Ғәмәлдә иһә автомбилдең, мотоциклдың йәки мопедтың ҡеүәте киловатта билдәләнә. Шулай ҙа ҡулланыусыға ҡатмарлы физик формулала түгел, ә дөйөм ҡабул ителгән берәмектә аңлашыуы еңелерәк. XIII быуатта машиналарҙың двигателен ат көсө менән үлсәүҙе Джеймс Уатт уйлап сығарған, сөнки уға үҙе эшләгән пар моторҙарының ҡеүәтен ошолай – аттан күпкә көслөрәк булыуын аңлатыу ҡулайлы һаналған. Был термин халыҡҡа оҡшап ҡала. Бынан тыш, иҫке автомобилдәрҙең техник документтарында хатта уның ҡеүәте ватта яҙылмауы, ә бары ат көсө менән күрһәтелеүе ихтимал. Ә яңыларында иһә етештереүселәр икеһен дә ҡуллана.
Әйткәндәй, страховкалау агенттары ла йыш ҡына ошо һүҙҙе файҙалана – нимә генә тимә, быуаттар буйы йәшәп килгән термин һүҙ байлығыбыҙҙа күптән ныҡлы урын алған. Ә, дөйөм алғанда, бер ат көсө 735,49875 ватҡа тиң.