Жилет кеймәгән өсөн штраф бармы?27.04.2018
Бөгөн күптәрҙе машинаһында жилет булмаған өсөн штраф түләтеү-түләтмәүҙәре борсой.

Административ енәйәт боҙоу­ҙар хаҡындағы кодекста юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 2.3.4 пунктында жилет булмаған өсөн яза ҡаралмаған. Әйткәндәй, тап ошо пункт салонда жилет йөрөтөүҙе һәм тәүлектең ҡараңғы мәлендә машинанан сыҡҡанда уны кейеү зарурлығын билдәләй. Депутаттар был яңылыҡтың юлда бәлә-ҡазаны кәметеү һәм иҫкәртеү маҡсатында ҡабул ителеүен билдәләй. Тиҙҙән штраф саралары индерелеүе ихтимал.
Әммә барыһы ла тормоштағы хоҡуҡи акттарҙан тора. Кодекста, ысынлап та, ике статья бар. Уның буйынса сигнал жилеты булма­ғанда штраф һалырға мөмкин. Билдәле булыуынса, йәйәүле­ләрҙең ҡала ситендә йөрөгәндә кейемендә яҡтыртҡыс билдәләре булмағанда 500 һум штраф ҡаралған. Ғәмәлдә иһә машинанан юл ситенә сыҡҡан шофер ҙа йәйәүле кеше булараҡ ҡабул ителеүе ихтимал.
Юл хәрәкәте ваҡиғаһына тары­ған осраҡта, полиция инспекторы жилетһыҙ кешегә, юл хәрәкәте бурысын үтәмәгән бәхетһеҙлек осрағында ғәйепле булараҡ, уға 1000 һум күләмендә штраф яҙа ала.


Вернуться назад