Пермь крайы райондарында башҡорт ҡоролтайҙары ойошторолоуға былтыр 15 йыл тулды. Ә төбәк башҡорттарын бергә туплаған Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы иһә 10 йыллығын билдәләне. Беҙ – ғәйнәләр – боронғо башҡорт ырыуы вәкилдәре — үҙ еребеҙҙә йәшәһәк тә, байтаҡ ауылдарҙың исеме башҡортса яңғыраһа ла, бик күп йылдар төбәгебеҙҙә көн иткән башҡорттар тураһында аҙ белдек. Кешеләр үҙҙәренең ниндәй бөйөк халыҡ вәкиле икәнлеге тураһында уйланмағанға, милли үҙаң да әкренләп һүнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында айырым милли ойошма булдырыу (уға тиклем татар, башҡорт милли автономияһы составында инек) халыҡты “уятыу”ҙың, йәш быуында милли ғорурлыҡ хисе, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙең, юғалмай ҡалған рухи ҡиммәттәребеҙҙе барлап, артабан күҙ ҡараһылай һаҡлау һәм таратыу мәсьәләләрен хәл итеүҙең берҙән-бер юлы ине. Власть органдары, вазифалы етәкселәр менән аңлашылмаусылыҡтарҙы бергә еңеп, тәүҙә район ҡоролтайҙарын, унан һуң төбәк ойошмабыҙҙы булдыра алдыҡ һәм ошо йылдар эсендә һиҙелерлек алға китеш күҙәтелде. Хәҙер байтаҡ ансамблдәребеҙ край һабантуйында ҙур әҙерлек менән ҡатнаша, шәжәрә байрамдары ла беҙҙә гөрләп үтә. Рәсәйҙең үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен халыҡҡа ҡайтарыуға ла тейешле иғтибар бирәбеҙ. Пермь крайы башҡорто, беренсе мәғдән сәнәғәтсеһе, илебеҙҙә тәүге техник уҡыу йортон, Санкт-Петербургта Тау институтын астырып, үҙ аҡсаһына ете йыл уны тәьмин итеп торған Исмәғил Тасимов — нәҡ шундай яҡташыбыҙ. Әсә телен өйрәнеү маҡсатында факультатив дәрестәр үткәреү буйынса тәжрибәбеҙ ҙә бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө ғалимдары менән берлектә конференциялар үткәрәбеҙ. Балаларыбыҙ Башҡортостанда йәйге лагерҙарҙа ял итә, гимназияларға уҡырға инә. Башҡортостан юлдаш телеканалын да ҡарайбыҙ хәҙер.
Шуныһы ҡыуаныслы: милли әүҙемлегебеҙ арҡаһында башҡорттар тураһында хәҙер төбәк яңылыҡтарында йышыраҡ һөйләй башланылар, крайҙың йәмәғәт тормошонда ла йылдан-йыл әүҙемерәк ҡатнашабыҙ. Тимәк, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ. Бөгөн 13 районда ҡоролтайҙар барлыҡҡа килде. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ оло юлдың башында ғына торабыҙ әле. Тотош халыҡты милли асылына ҡайтарыу бик күп көс, сығымдар, түҙемлек талап итә. Рухлы, әүҙем ҡоролтай етәкселәре иң беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты уңышлы хеҙмәттәшлеккә, шулай уҡ тарихыбыҙҙы белгән аҡһаҡалдарға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһын һанлаған һәм һаҡлаған ағинәйҙәргә, йөрәктәрендә сәм, дәрт осҡоно йөрөткән яҡташтарыбыҙға ҙур өмөттәр бағлай. Киләсәк быуындың “Һин кем? Тамырҙарың ҡайҙан?” тигән һорауға нисек яуап биреүе бөтәбеҙгә лә бәйле икәнен онотмайыҡ.
Рәсил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.