Башҡорт теле – виртуаль энциклопедияла27.04.2018
Башҡорт теле – виртуаль энциклопедиялаВикипедияла яҙыша башлағаныма мартта алты йылдан ашып китте. Был арауыҡта минең тарафтан ғына ла йөҙҙәрсә мәҡәлә яҙылған, булғандарына төҙәтмәләр индерелгән, төрлө тема буйынса халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашылған.

Википедияла эшләй башлауыма полиглот Вячеслав Чернев менән админыбыҙ Рөстәм Нурыевҡа рәхмәтлемен. Улар өгөтләне мине ошо файҙалы шөғөлгә, Вячеслав иһә ярайһы ҡатмарлы теркәлеүҙе үтергә ярҙам итте, сабыр ғына, аҙымлап өйрәтеүенә хайран ҡалғайным.
Алты йыл эсендә ирекмәндәр һаны күҙгә күренеп артты. Әйткәндәй, бында “ВКонтакте-Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнөң дә өлөшө тос ҡына. Википедияла ҡурайға бәйле бәхәстәр килеп сыҡҡас, тап шул төркөмдә ҡатнашыусыларға виртуаль энциклопедияла халҡыбыҙ тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт бирергә саҡырып оран ташлағайным. Хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ, журналистарыбыҙ, ғөмүмән, был мәсьәләләргә битараф булмаған байтаҡ милләттәшебеҙ оранды күтәреп алды, викихәрәкәткә ҡушылып китте.
Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡа телдәрҙәге википедияларҙа күпселекте ир-ат тәшкил итһә, башҡортса Википедияла башлыса ҡатын-ҡыҙ. Хатта викиөләсәйҙәр булып, сит илдәрҙә лә танылдыҡ.
Был хаҡта матбуғатта әленән-әле яҙып торалар. Ысынлап та, хаҡлы ялға сыҡҡас, байтаҡ уҡытыусылар үҙҙәренең рухи талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек шөғөл таба алмай, ҡайнап торған йәмәғәт тормошонан ситтә кеүек тоя башлай, хатта күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙәре лә ихтимал.
Ә виртуаль донъяла сиктәр ҙә, аралар ҙа юҡ – Интернет барып еткән теләгән бер төбәктән, теләгән бер илдән хәбәрләшеп, әүҙем яҙышырға була. Ниңә әле шундай мөмкинлекте ҡулланмаҫҡа! Шуға күрә тап бына оло йәштәгеләрҙең (ир-ат булһын, ҡатын-ҡыҙ булһын) викихәрәкәткә әүҙемерәк ҡушыла барыуы ғәжәп түгел. Беҙҙең үҙ төркөмөбөҙ ҙә, үҙ-ара яҙыша торған ҡоробоҙ ҙа бар. Бәйләнештәр нығына бара, үҙ-ара кәңәшләшәбеҙ, бер-беребеҙҙе төҙәтәбеҙ, шатлыҡ-ҡайғыбыҙҙы ла уртаҡлашабыҙ.
Темаларға килгәндә, әле алдыбыҙҙа йәйрәп ятҡан “сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр” тип әйтеп була. Бай тарихыбыҙ, үҙенсәлекле тәбиғәтебеҙ, күренекле шәхестәребеҙ бар. Яҙылмағандарын мәғлүмәт тупланмаһына индереп ҡуяһы, яҙылғандарын тулыландыраһы эш күп әле.
Әлбиттә, шунда уҡып ҡына бар нескәлеген белеп эшләп алып китеп булмай – яйлап өйрәнәбеҙ, бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ. Кемдер шунда уҡ ташлап та ҡуя. Бәхәстәр ҙә килеп сыға. Беҙ баҫма сығанаҡтарға таянып яҙабыҙ, һүҙлектәр менән күп эшләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүҙлектәр бер-береһенә ҡаршы килгән осраҡтар ҙа бар, бәхәсле тәржемәләр, яҙылыштар ҙа осрай.
Мәҫәлән, дини төшөнсәләрҙең яҙылышы төплө бер һүҙлек менән раҫланмаған. Ҡөрьән Кәрим бер нисә баҫмала башҡортсаға әйләндерелгән, әммә унда ла бер төрлөлөк юҡ. Хатта “пәйғәмбәр – бәйғәмбәр” тигән төшөнсә бәхәстәр уята. Элекке һүҙлектәрҙә (совет осорондағы) ул “пәйғәмбәр” тип яҙылһа, һуңғы йылдарҙа уны “беҙҙә шулай һөйләшәләр” тигән принцип менән “бәйғәмбәр”гә әйләндергәндәр. Бындай ҡараш дөрөҫмө икән? Республикабыҙ күп конфессиялы, шуға православие (нәсрани) дин төшөнсәләрен дә тәржемә итергә тура килә. Мәҫәлән, Ғайса пәйғәмбәргә, уның әсәһенә бағышланған төрлө атамалы ғибәҙәтханалар күп. Ҡайһы бер осраҡтарҙа Мәрйәм Инә, Ғиффәтле Мәрйәм (Дева Мария) тип алырға килештек. Тик был йәһәттән телселәрҙең төплө һығымталарын күрге килә. Ғөмүмән, нәсраниҙарҙа сиркәү атамалары бик күп төрлө. Ә нигеҙләнеп эшләрлек сығанаҡтар әҙ.
Үҙем өсөн бик ғәжәп булып тойолған “йөмһүриәт” һүҙе буйынса бәхәс ҡупты. “Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте” тигән мәҡәләм шул тиклем тауыш сығарыр тип уйламағайным да, сөнки был һүҙ миңә бала саҡтан таныш — ул һүҙ беҙҙә лә бар, уҙған быуатта Башҡурдистан Йөмһүриәте тигән атамабыҙ ҙа булған. Йөмһүриәт — төрөктәрҙең үҙ атамаһы, етмәһә.
Админдарыбыҙ барыбер “Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы” тип ҡалдырҙы. Республикамы, әллә йөмһүриәтме? Ғалимдар ҡушылһын ине һөйләшеүгә!
Ошондай осраҡтарҙа абруйлы тел ғалимдарының һүҙе бик кәрәк! Улар ҙа ирекмәндәргә генә һалышып, ситтә ҡалмаһын ине. Әлбиттә, был эш түләүле түгел. Тик телебеҙ дөрөҫ ҡулланылһын өсөн хаҡ түләү мөһимме ни?!
Беҙҙе бигерәк тә топонимика һүҙлектәренең етмәүе борсой. Хәҙер туристарҙың етмәгән ере юҡ – урындағы халыҡтан һорап-нитеп тормай интернетта үҙҙәренсә атама биреп тарата ла ебәрәләр, шулар картаға ла инеп китә. Мәҫәлән, тыуған яғымдағы ғәжәйеп үҙенсәлекле ҡаялары булған Ирәкташ һырты урыҫсаға Инзерские зубчатки булып инеп киткән, ә беҙҙекеләр инде урыҫсанан шуны тәржемә итеп “Инйәр тештәре” тип яҙып яталар. Ә бит ул ҡаялар тире иләй торған ирәк тигән ҡорамалға оҡшаш булған өсөн шундай атама алған!
Викиарҡаҙаштарҙан Көнһылыу Ҡотлобаева ла ошо хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙа: “Хатта район халҡы ла мәмерйәнең ысын исемен онотҡан тиерлек. Шул уҡ яҙмыш Шүлгәнташ мәмерйәһе менән. Шүлгән исемендә ниндәй тәрән мәғәнә ята ла башҡорттоҡо икәнен күрһәтеп тора. Тарих менән бәйле. Ә “Капова пещера” тарихты күмеп ҡуя бөтөнләй. Һәр төрлө манипуляцияларға юл аса. Ишембай районындағы Һәргәй ауылы тураһында ла Шәүрә Әхмәҙиева әсенеп яҙҙы. Сергеевка булып киткән. Хәҙер турист белешмәләрендә, Шүлгәнташ ҡурсаулығы һәм Башҡортостан милли паркы лексиконында Сергеевка булып йөрөй. Күлйорттамаҡ мәмерйәһе — Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан көньяҡҡа табан һигеҙ километр алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Шүлгәнташ мәмерйәһенән ике километр түбәндәрәк урынлашҡан. 1965 йылдарҙа тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Мәмерйәнең икенсе исеме лә бар. Мәмерйә урындағы халыҡҡа күптән билдәле булған, спелеологтар иһә был мәмерйә хаҡында 1961 йылдың 12 апрелендә, кеше беренсе тапҡыр йыһанға осҡан көндә, белеп ҡала һәм шуға ла уға Космонавтар мәмерйәһе тигән исем бирә...
Павловка һыу һаҡлағысындағы Ҡаһарманҡая “Скала 12 апостолов” булып киткән. Был мосолман төбәгендә ул апостолдар ҡайҙан килеп сыҡҡан икән һуң ул? Ғәжәп һәм сәйер!
Силәбе өлкәһенең топонимикаһы махсус өйрәнеүҙе һәм дөрөҫләп ҡуйыуҙы талап итә. Бәхеткә күрә, улар башҡортса әйтелеше менән байтаҡ ҡына турист күрһәткестәрендә һаҡланып килә. Әммә лөғәтен, имеш, арийҙарҙан тип аңлатыу күҙәтелә. Был өлкәлә йәшәгән милләттәштәрҙең ирекмәндәр сафына ҡушылыуы бик яҡшы булыр ине. Хатта Әшәме, Ашамы тип интернетта бәхәс ҡубып ҡына тора.
Бер үк атамалар, төшөнсәләр төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә булыуы арҡаһында ла ҡыйынлыҡ кисерәбеҙ.
Шәхестәребеҙҙең исем-шәрифенә һаҡ булһаҡ ине. Күптәре әле, шөкөр, иҫән, ә улар тураһында сығанаҡтарҙа хаталар тора. Ә бит шылтыратып, исемегеҙ, атайығыҙҙың исеме, фамилияғыҙ башҡортса нисек яҙыла тип һорарға була! Бына яңыраҡ бер билдәле шәхесебеҙ тураһында, атаһының исемен үҙенән белешеп, мәҡәлә яҙҙым. Ҡараһам, бер админ төҙәтеп ҡуйған, имеш, яҙма сығанаҡтарҙа “А” түгел, “Ә” яҙылған! Әлбиттә, админыбыҙға ла үпкәләп булмай. Был проблемаларҙы википедистар хәл итергә тейеш түгел бит инде. Яуаплы ғилми һәм рәсми ойошмалар, ғалимдар бер төптән, килешеп шөғөлләнергә тейеш. Ә беҙ, википедистар, шул мәғлүмәттәрҙе ҡулланабыҙ ғына.
Башҡортса Википедияға көнөнә меңдәрсә кеше мөрәжәғәт итә, шул иҫәптән бүтән милләт кешеләре, республикабыҙҙы, телебеҙҙе өйрәнеүселәр өсөн Википедия йыш ҡына тәүсығанаҡ булып тора. Шуның өсөн дә мәҡәләләрҙең юғары сифатлы, хаталарҙан азат булыуы бик мөһим. Беҙҙең сафтарға ҡушылырға саҡырам! Өләсәйҙәр генә түгел, олатайҙар ҙа, йәшерәк быуындар ҙа ҡатнашһын! Шул сағында беҙҙең тарихыбыҙ ҡулланыусыға, киләсәк быуындарға дөрөҫ барып етәсәк.

Гүзәл СИТДЫҠОВА,
викиөләсәй.


Вернуться назад