Журналислыҡ бурысымды атҡарғанда...27.04.2018
Журналислыҡ бурысымды атҡарғанда...Алтынсынан башлайбыҙ, сәбәп – алдағыларының гәзиттә донъя күреп өлгөргәнендә. Был юлы ла баш һүҙһеҙ булмаҫ, тигән фекерҙәмен, сөнки тап ошо яҙғандарым йөкмәтке буйынса ла, форма йәһәтенән дә айырым бер жанр эсенә тулыһынса һыйып бөтмәгәндәй – йә башы юҡ, йә ҡойроғо кеҫәрткенекендәй өҙөлгән... Әлеге инештәр бөтөнлөктөң әҙлеге өсөн уҡыусым ҡаршыһында ниндәйҙер дәрәжәлә ғәфү үтенеүҙер ҙә әле. Шуның менән бер рәттә ошондай эпизодтар, күренештәр ҙә аҡҡа төшөргә хоҡуҡлы, тигән уй миндә электән ныҡ, сөнки улар, ҙур күпселектә, тормоштан алынған, минең тарафтан бары тик, бығаса ла асыҡлап ҡуйыуымса, матбуғатҡа яраҡлаштырылған, әҙ генә, бәлки, үткерләнгән, деталләтә байытылған ғына. Ләкин был юлы үҙгәреш бар – ишеткәндәрем түгел, шаһит булғандарым тасуирлана. Дауаханала, икеһе ике урында, төрлө ваҡытта булған күренештәрҙе тәҡдим итәм бөгөн.

Алтынсы тарих:
ЕТДИ МӘҘӘКЛЕК

Бик һүҙсән әбей. Кемде генә осратмаһын, уныһы ҡайһы йәштә вә енестә булмаһын, ҡарашы менән алыҫтан ҡамап, мотлаҡ еңенә йәбешә, тыуған яғын һорашып алып китә. Үҙе тегеләр­ҙең райондарын белеп етмәй, һәм был уға, дөрөҫөн әйткәндә, кәрәкмәй ҙә – кешене тыңлау түгел, үҙенекен тәфсирләү мөһим уға.
Беҙҙең палатаға ла ингеләй. Әле лә, ана, һикһән һигеҙҙәге дәү ҡиәфәтле бабайҙың карауатына ултырып алған.
“Егет” тип йөрөтә уны. Үҙе юҡта килеп керһә:
– Был егет ҡайҙа йөрөй? – тип ҡылансыҡлай. – Һаман һаулыҡ нығытамы?
Яҡын өндәшеүгә ҡарт та башта уҡ ризалашты – тура килгәндә, уны ла “ҡыҙыҡай”ҙан һалдыра.
– Капиль ҡуйҙылар. Нәкәнисте, әй. – Бөгөн “ҡыҙ” һуҡрана. – Ҙур малайым кисә званит иткән, әйткән. Ул бит – хирург медицинский наук, белә. Унды эшләргә тейештәр, инәкәй, тине.
Егет тә, ҡыҙ ҙа ҡолаҡҡа ҡаты­раҡтар, шуға күрә бәғзе мәл, билдәле көләмәстәге ише, һәр береһе үҙенекен дә һөйләп ҡуя.
Ләкин әле хужа теманы дөрөҫ эләктерҙе:
– Миңә лә ҡаҙанылар. Бер юлы икене. – Ике бармағын саталаны. – Ишшеү анализ һорай­ҙар, бынан. – Кендек түбәненә ишара яһалды.
– Ә-ә-ә...
– Ишшеү ҡан алдылар. – Ҙур башын мәғәнәле сайҡаны.
Тәрән мәғәнә – быны үҙенең тәртип боҙоуына бәйләүендә икән:
– Ярты ҡалаҡ ҡына эскәйнем, вращ белә һалған.
Ай-һа-а-й… Шунан ашмаһа, төн буйы ыңғырашып сығыр инеме икән. Уртламдарҙың күпкә күберәк булғанын кисен бер мәл бик күңелләнеп китеүе лә дәлил­ләй. Ныҡ ҡына ашанды. Тығынды ғына – ултырып та, ятып та. Йо­мортҡа ҡабығын түшәгенә, иҙәнгә ҡойоп бөттө. Үтеп барған санитарка, йыраҡтан күреп, әрләй-әрләй, йыйып алды.
Бәләкәй шешәсектән ипләп кенә, ләкин алан-йоланһыҙ йотҡолағаны салынды. Дарыу эсәлер, тиер инең, таблеткалары тейелмәгән килеш ята.
Күпмелер ваҡыттан, ҡараштар осрашҡанда, муйынына сиртеп, эйәген һораулы ҡаҡты. Һәйбәт ым, шунда уҡ аңлашыла торған хәрәкәт.
– Ә мин ауылда күберәк ошо­ноң менән торам, – тине, баш тартылғас. – Үҙем эшләп алам. Бөтһә, тағы ҡайнатам.
“Дарыуы” килешеп етмәне әле тик – магазиндыҡы булғанғалыр, бәлки. Кисә янына бер түңәрәк кәүҙәле йылмаяҡ ханым килгәйне, шуның күстәнәселер, сөнки ба­бай­ҙың урамға сығып йөрөгәне юҡ. Еҙнә тип өндәште. Апаһы үлһә лә, еҙнәһен ташламай икән әле, тип хөрмәт менән уйлап ҡуйылғайны.
Иртәнсәк табип бының нисектер ибәтәйһеҙерәк ятҡанына иғтибар итте:
– Олатай, тор, ҡайҙа баҫымың­ды үлсәйек.
Ыңғырашыу менән генә сик­лән­де. Табип, шикләнеп, тиҙ генә аппаратын ҡулайланы. Пышыл­датҡас, борсолоп, шәфҡәт туташтарын һөрәнләне. Елле кәү­ҙәне көс-хәлгә коляскаға ултыртып, реанимацияға эттеләр.
Оҙаҡламай кире килтерҙеләр, әбейгә һөйләгән баяғы ике һауыт шыйыҡсаны тамсылаттылар. Күҙгә күренеп арыуланып китте.
Ултыра торғас:
– Пенсияң күпме? – тип һора­ны “ҡыҙ”ҙан.
– Кемдең? Минекеме? – Уныһы йыш шулай өҫтәмә теүәлләп ала.
– Эйе.
– Ун ике, ә ниңә? – Һорауһыҙ тағы килеп сыҡманы.
– Ә, шулай ғынамы ни? – “Егет” аптырау белдерҙе лә, мотлаҡ көтөлгән һорауҙы көтөп тормай, яуабын бирҙе – сағыштырмаса ҙур ғына һанды атаны.
Бынан “ҡыҙ”ҙың йөҙө боҙола төштө:
– Ниңә һинең шул хәтлем күп?
Сәбәбе асыҡланманы.
– Әле минең ун меңде лә ма­лайҙар бүлешә алмай бер була, һинекеләр нишләйҙер, – тип күҙ менән ҡаш араһында ике меңгә кәметеп ебәрҙе ҡунаҡ. – Ауыл­дағы кинйәм алып тора. Үҙем бында, өлкән улымда, йәшәйем. Шуға уныһы асыу­лана. – Үҙе арҡаһында балаларының татыу­һыҙлығы уйынан ысынлап көйөп ебәрҙе. – Умырып ашай ҙа алмайым инде мин хәҙер…
Бабай был мәлдә әбейҙең, ҡара-ҡара, халатының яғаһын ипләп маташа. Йәлләп китте шикелле. Оҙаҡ мыҙыла, шулай ҙа эйәһе сыҙамлы ғына ултыра, ҡыбырҙамай.
Ләкин теле тик тора алмай ҙаһа, телгә хәрәкәт танауға тындай кәрәк – ҡартының баҡыйлыҡ­ҡа күскәнен әйтте.
– Һатыусы булып эшләнем. Гел базанан тауар ташыным. Ә был шунда берәүгә эйәләшеп ал­ған. – Артыҡ асыуһыҙ ғына яман­ланы. – Ир кеше шулай тиҙ би­решә лә ҡуя бит ул. Әллә, берәй нәмә эсереп, сихырлап ҡуйҙы.
Вафаты сәбәбен асыҡлап торманы.
– Йәш кеүекһең әле, нисәләһең? – “Егет” яға менән эшен, ниһайәт, осланы.
– Кем? Минме?
– Һин инде, һин.
– Етмеш һигеҙҙә. – Йәшереп маташманы.
– У-у-у…
Әммә был яңылыш аңланды:
– Нимә, олораҡ күренәмме? Шулай инде, һыуыҡ магазинда тороп һаулыҡ бөттө, иртә ҡартайҙым.
Бына быныһын шыттыра – магазины нисек булғандыр, ә һатыусыһы яман сәләмәт күренә. Ауырыу кешенең палатанан палатаға йөрөрлөк хәле булмай уның.
– Йәшһең әле, тим, – “егет” дауам итте, – хазяйстваға рәхәтләнеп егерлекһең. – Әллә тәҡдим яһап маташты, әллә үҙенең тормош, көнкүреш фәлсәфәһен иғлан ҡылды.
Ризалыҡ белдереп баш ҡаҡһа ла, аңғарып етмәне тегеһе. Шулай ҙа фекер алышынған мәсьәләнән ситләшмәне:
– Пенсияң күп булғас, ҡараусы күптер һине, тим. Бында ла йыш киләләр бит, йәп-йәш балаларға тиклем баҫмаҡлайҙар. Анау көндө бер ҡатын үлтереп йылмая ине үҙеңә. Кеүәртиргә аҡсаңды һураларҙыр – хәҙер кеше бушҡа бер аҙым да яһамай. – Уныһына ла иғтибар итә йөрөй икән.
Хужа әллә аңламаны, әллә кәрәк тапманы – Өфөләге әле студент ҡына бүләсәренә фатирға миллион ярым йыйын­тығын биргәнен, палаталаштарына билдәле фактты, ҡабатлап торманы.
Бөтөнләй икенсене әйтте:
– Бер ярты алам да, йылғаға төшөп, ау һалам.
– Йортоң арыумы? – Әбейебеҙ ысынлап иптәшләнергә булды түгелме?..
– Яҡшы. Тағы йөҙ йылға еткелек. Алабыҙ, тиҙәр ҙә, һатмайым. Уның менән байыйыммы…
Һүҙ ебен әбей тиҙ тырнаҡ­ланы:
– Беҙҙеке лә һәйбәт. Дүрт бүлмә. Буйынан-буйына калидор. Алты йөҙ илле мең бирәбеҙ, тигәндәр, һатмайбыҙ. Әле бикле тора. Дүрт малайҙың ҡайһыһы ҡайтып йәшәр инде...
Бер кем дә ҡайтмаҫ инде, тигән уй үтә баштан – ауылды бер ташлаған ҡасҡалаҡтарҙың кире әйләнере шикле.
Хужа бының торлаҡ шарттарына ҡыҙыҡһыныу белдермәне, йәнә үҙенекен хәбәр итте:
– Утын килтереп ауҙаралар, кешенән быстырып алам.
Ә ҡунаҡ белдерҙе:
– Үҙеңдең дорожбаң юҡмы ни?
“Дружба”ны йылы итеп, яратып әйтте.
– Нимәгә ул миңә хәҙер? Булды, кешелә булмаған саҡта ла нәйәт бысҡы тоттом. Тәүҙә дорожба ине, аҙаҡ “Урал” алып ебәрҙем. – Бабай һыр бирмәне.
– Йорт янында ғына гараж бар, “Урал” матайы тора. Бөтә кеше йәйәү йөрөгәндә үк алғай­ныҡ, – тип ҡушылды “ҡыҙ”.
Быны ишеткән палаталаштар­ҙың береһе шым ғына көлөмһөрәп ҡуйҙы – йәнәһе: “Алаһығыҙ инде – райпола, хазиналар утрауында, эшләгәс...”
– Бәләкәй өй ҙә бар, мал өйө лә, – әбей ауылдағы донъяһын уйында ары байҡаны. Һағыныуынан да шикелле был...
Шулай – процедурамы, аш мәлеме еткәнсе, йә шәфҡәт туташы көр тауышы менән бүлдергәнсе, дауам итә, ҡарттар күҙлегенән етди, йәштәр ҡола­ғына, айырыуса ҡала кешеһе­некенә, мәҙәк яңғыраған был әңгәмәләр. Мәҙәк, сөнки, әйте­леүенсә, хөрт ишетеүҙәре арҡаһында балыҡҡа барғанмы, ҡайтҡанмы анау ике һаңғырауҙың һөйләшеүен хәтерләтә. Уйынсыҡ­тары менән маҡтанған бала­ларҙай мал-ҡаралтыларын һа­науҙары ла йылмайтмай ҡалмай. Олоғайғас, бала аҡылы инеү тураһында ла халыҡ һүҙе хаҡтыр инде. Хаҡ булмаған хәлдә лә, ғүмерҙең аҙағына яҡынлашыу уға баһа күҙлегенән әйләнеп ҡараталыр, бәләкәс ҡаҙанышты ла ҙурайтып күрһәтеү үҙенән-үҙе, тәбиғи килеп сығалыр.

Етенсе тарих:
“ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК МИҢӘ...”

Бошоноп бармай уҙаман. Шуғалырмы, ҡанынанмы, йәше байтаҡҡа кәм күренә. Ысынында бик оло, ҙур хөрмәтле йылдар үренә менгәнен белеп әйтәм. Теленә ҡаты-ҡаты нәмәләрҙе ҡыҫтыра, тормош тауының бейек елдәре лә ҡағып төшөрмәгән. Ғәжәп, әммә йәмһеҙ тойолмай был. Китапҡа индергеһеҙ һүҙ­ҙәрҙе ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә олораҡтары менән, һөйләшкәндә лә ҡушҡылай һәм был осраҡта ла үпкәләнелмәй, эйе-эйе, тип баш сайҡап тик ултыралар. Ауыҙы талыуҙан йыш ысҡынды­рылған “хөкүмәт тештәре” бул­мағанда һиҙелерлек һаҡаула­ныуы, халыҡсан ҡушымталарҙың, һәр өн урын-еренә еткерелмәгәс, йомшара төшөүе лә бар – сәбәбе, бәлки, шундалыр ҙа. Ҡолаҡҡа ла ҡатыраҡ – нимә тиһә лә, ризалы баш ҡағыу уңайлыраҡ булыуы ла мөмкин.
Вә ләкин эш, минеңсә, бында ғына ла түгел, ә ғәмәлдә үҙенә генә тәғәйен түңәрәк тормошонда йәшәүендә һымаҡ – бөтә ҡиә­фәтенән дә бойондороҡһоҙлоҡ бөркөлөп торғандай ҙаһа. Һауалылыҡ тип булмай быны, юҡ, ундайҙарға күңел ятмай ул – ә беҙҙең геройға ылығыусы күп. Йәнә лә асыуһыҙ, тимәк, төп йөкмәткеһен кәмендә яртылашҡа бүҫкәртеп, сығара баяғы әсе-мәсене. Ғәҙәттә, ҡуйырыу биргән әлегеләр ҡолаҡҡа бында, кире­һенсә, шыйығайып инә. Йәғни, ошоғаса ла раҫлағаным булыуымса, һүҙҙәр кеше һайлай. Тас кейем һымаҡ был: кемгә ят, ә кем шуның менән бергә тыуғандай.
– Дөп-дөрөҫ! – тине бер көн палаталаш ағайҙарҙың икенсеһе. Үҙе менән алып килгән кескәй телевизорына текәлеп яһаны белдереүен. Шундағы, шыма теле менән ойотоп һалған, сираттағы эшмәкәр менән тулы килешкәнен иғлан ҡылды булыр. Ә уныһы баянан бирле, ирек­һеҙҙән тыңларға мәжбүр булынды, бер яңылыҡ әйтмәйенсә, дөйөм, барыһына асыҡ мәғлүм нәмәләрҙән буръяҡ даръя ағыҙа.
Ҡала ҡарты – телетамашасы. Ошонда тыуған да, үҫкән дә, олоғайған да – ситкә сығып йөрөмәгән. Бөтә булмышы тигеҙлектән, тура һыҙыҡтарҙан, йөйһөҙ түңәрәктәрҙән, бикле дөйөмлөктән ғибәрәттәй. Сибек, төҙ, хатта артыҡ үрә ынтылған, кәүҙәле. Тар елкәһендәге бәғзе мыйыҡтай ғына ҡалған һирәк сәсендә һәр ваҡыт тараҡ эҙҙәре ята. Йоҡларға ла ятмай тарамайынса шуларын. Асыҡ өнлө. Гел генә ел ыңғайына һөйләй, яңы фекер белдермәй. Экрандағы әлеге телмәрсенең һыңары, тип булалыр. Шунлыҡтанмы, үҙен тың­лаусы ла әллә ни юҡ, оло­лоғона хөрмәттән генә башҡары­ла был. Ҡулынан гәзит төшөрмәй. Үҙе лә нимәлер яҙғылай шикелле, һәр хәлдә бер көн ҡағыҙҙарын күрһәтә ине.
Ә ауыл бабайы нимә генә әйт­һә лә, әҙерләнеп тормаһа ла, ҡыҙыҡ килеп сығасы. Фекере ябай ғына, әммә, ысын күңелдән килеүенәндер, нәҡ үҙенеке генә булыуынандыр – ҡолаҡҡа еңел үтә.
– Ә миңә – нимәгә? – Бабай әле бында төшөрөп ҡалдырылған оят баһалы һүҙҙәрҙе лә аралатты, телевизорҙағы бутҡаны күҙҙә тотто. – Улар – һеҙгә ул. Ә миңә йәшәргә кәрәк…
Һоралмаһа ла, йәшәүҙең нимә икәнен аңлатты:
– Тиҙерәк ауылға һыпыртырға. Баҡса таҙартырға. Картуф сыға­рырға, шыттырырға…
Һәммәһен дә теҙеп бөтмәне. Күпсел түгел ул, әҙ әйтә – һәйбәт әйтә.
Йәшәү балыҡҡа йөрөү ҙә икән:
– Бында һеҙ, – ҡала кешеләре­нә ымланы, – ҡулығыҙға бынауыны тотаһығыҙ ҙа, – телевизор пультын яман килештереп күрһәт­те, – тексәйеп тик ятаһығыҙ, – хәҙер инде экранды ҡылыҡһырла­ны. – Ә мине әлкәгүл…
Быны ишеткәс, һағая төштөк – эсмәй шикелле бит. Тартмай ҙа, ташлаған. Ә-ә-ә, бына нимәлә икән эш:
– … әлкәгүл кеүек, иртә менән, – ишкәктәй киң усын йөрәгенә баҫты, – тыш эше өйкәп тик тора. Өй янында ла толҡа тапмаһам, йылға буйына сығам. Кәмәм бар, моторы ғына боҙоҡ. Яңыны алам әле. Ағас кәмәгә ултыртам – балыҡ өсөн шул арыу. Тегеләр килһә, – яурынына һуғып алды – ишетһәм дә: “Ә? Нимә?” – тип тик торам. Ҡолаҡҡа һөрәнләй-һөрәнләй ҙә, ҡул һелтәп, китеп баралар. – Мыҫҡылһыҙ ғына йылмайҙы.
Әҙ генә өҫтәп тә ебәрәлер инде, уныһын аңлайбыҙ, ләкин ышанабыҙ, сөнки ышанғы килә. Быны ул үҙе лә белә, шуға ҡайһы саҡ һүҙен йомшартып та ҡуя. Әле лә шулай итте:
– Таныш егеттәр былай надзорҙар. Яҡшы уландар.
Һуғышта булған, ләкин уны аһ-зарлы итеп һөйләмәй.
– Ҡыҙыҡ ул, – тине бер һүҙ сыҡҡанда. – Ҡала ситенә барып урынлашҡайныҡ, әҙәм заты юҡ, әй. Самоходный артиллерийский установка ултыра. Ватыҡ. Артында берәйһе юҡмы икән, тип ынтылып ҡарауым булды, фыйт, – ҡармаҡ сыбығы төбөндәй йыуан бармағын танауына төрттө, – пүл арҡырыға тишеп үтте лә китте. – Ике япрағында ла ямалған-уңалған урын ысынлап та барҙай. – Йөрөнөм шунан, тәмәке төтөнөн бер юлы дүрт урындан сығарып…
Тамсы ла яһалмаһыҙ, тип уйла­йым, һөйләнелгән был тарих тың­лаусыларҙы ихлас йылмайтты.
– Ете көн санбатта яттым да – тағы службаға. Минең яра тиҙ уңала ул. Үҙем йәһәтерәк йүнә­лер­гә тырышам. Әтеү анда ҡайһы берәүҙәр була торғайны, ахылдап-ухылдап, юҡты бар яһап, күберәк аунарға тырыша ине.
Ышанып булалыр, өҫтәмәйҙер, сөнки бында, дауаханала ла, сирҙән кәбән өймәй – табип хәлен һорағанда:
– Һәйбәт, – тип күбә көйө ослай.
Һорау ҙа, яуап та тәүлеккә бер, иртәнге ун берҙә, ошолай, һүҙмә-һүҙ, ҡабатлана.
Көнөнә өс мәртәбә индереп һалынған төҫлө дарыуҙар йәйғо­рон да, телетамашасы ағайҙан айырмалы, йоторға атлыҡмай – ята бирһендәр. Йәйғор ҡалҡһа ла – күрше сабынлыҡтағы, етмәһә, бесәй сөскөрөүе генә ямғырҙан ул, ә уныҡында – ҡоп-ҡоро: өлгөрөлөр.
Шәфҡәт туташы:
– Ниңә быларҙы йыяһың, тоҙлайһыңмы ни? – тип, йыш ҡа­батланыуы арҡаһында тоҙһоҙланған, ошо һүҙҙәр менән асыуһыҙ әрләһә, ишетмәмеш ҡылана.
Ә беҙгә шыпырт ҡына былай ти:
– Ҡайтам да, ҡайын япрағы ебетеп, тубыҡҡа һалам. Өс мәртәбә шулай итһәм, бөтә ул. Йәшәргә кәрәк миңә, йәшәргә…

Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы,
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад