Бөгөн башҡорт әҙәбиәт ғилеме донъя әҙәбиәте ғаиләһендә төҙөк бер күп яҡлы фән өлкәһе булып танылыуы менән иң элек әле беҙ һүҙ башлап торған шәхес исеменә бурыслы. Хатта беҙ ҡасандыр кемдер тарафынан бик тапҡыр әйтелгән ошо фекеребеҙгә яраҡлаштырып, Ғайса Хөсәйенов тиһәк — башҡорт әҙәбиәт ғилеме, башҡорт әҙәбиәт ғилеме тиһәк — иң элек Ғайса Хөсәйенов үҙе күҙ алдына килеп баҫа, тип раҫларға әҙербеҙ. Хатта уның икеһен бер бөтөн итеп ҡабул итергә күнеккәнбеҙ, сөнки башҡорт әҙәбиәте тарихы хаҡында һүҙ сыҡһа, иң элек ошо исем аңға килеп инә, ә һуңғыһы үҙе шул тарих һынында тотош бер ғилем донъяһына әүерелә. Ошолай тамыры быуаттар төпкөлөнә киткән тарих уны үҙ халҡына ҡайтарып биргән шәхес исеме менән бер төшөнсә булып әүерелә.
Элегерәк, башҡорт совет әҙәбиәтенән киләсәккә ҡалыр мираҫ барыһынан алда әҙәбиәт ғилеме өлкәһенә ҡарай, тип яҙғайным инде. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары килтергән ҡатмарлы осор күпмелер дәрәжәлә үҙ үткәненә тоғролоҡ һаҡлап ҡала алыуы менән башҡорт әҙәбиәтенең быуаттар төпкөлөнә ҡараған дәүеренә бурыслы. Уның совет осоро тарихы үҙ заманына һәм уның рухына ярашлы ауыр һынауҙарға дусар ителһә лә, ғәмәлдә быуаттар төпкөлөнән килгән мираҫы башҡорт әҙәбиәте тарихын өҙөклөктән араланы.
Дөрөҫ, ул да шул заманға ярашлы күҙалланһа ла, әҙәбиәт тарихын бер бөтөн итеп ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Әле килеп, ошо әҙәбиәт тарихының ярты быуат һуҙымындағы осороноң өҫтөнлөк алыуы уны йәнә ҡайтарып бирә, яңыса ҡарашҡа юл аса ине. Шул йәһәттән башҡорт әҙәбиәте тарихында яһалған ошо ҡырҡа һынылышта әле беҙ һүҙ башлап торған шәхестең маҡтаулы урыны бар. Хатта беҙ, ул ошо өлкәлә беренселәрҙән булды, тип өҫтәп тә ҡуйыр инек.
Һис һүҙһеҙ, башҡорт совет әҙәбиәте осоронан бөгөнгөгә ҡалыр бай һәм ҡиммәтле мираҫ барыһынан алда, әйтелгәнсә, әҙәбиәт ғилеме өлкәһенә ҡарай, сөнки уның үҙ үткәненә тоғролоҡ һаҡлай алыуы ғына, совет осоронда етди юғалтыуҙарға дусар ителеүенә ҡарамаҫтан, уға яңы осорона ныҡлы аяҡ баҫыуға мөмкинлек бирҙе. Бөгөн әҙәбиәт ғилеме үҙ фәнен Ҡол Ғәли дәүеренән алып хәҙергеһе менән бер бөтөн итеп ҡарау юғарылығына күтәрелде, был йәһәттән юбилярыбыҙ әйткәнсә, “ул үҙенең потенциаль мөмкинлектәрен яңы аса ғына бара. Бөтә донъя цивилизацияһы алдында ижади асыштары алда әле уның” (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 4 октябрь).
Ғайса Хөсәйенов “Асыштар алда әле” исемле ошо мәҡәләһендә, әйтерһең, башҡорт әҙәби ғилеменең төп эш ҡоралы уның әҙәби теле мәсьәләһенең бер көн килеп бөгөнгө кеүек дәүләт мәнфәғәттәре күҙлегенән шундай юғарылыҡта ҡуйылыуын алдан белеп торған. Бер уйлағанда, ундай шәхестең тормош ағышына ҡарап алдан күрә белеү һәләте шундалыр ҙа. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында”ғы 2017 йылдың 14 сентябрендә ҡул ҡуйған Указы тап бына шул өлкәлә күптән өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙе ҡуҙғата һәм аныҡ рәүештә уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләй.
Ошо йәһәттән ул башҡорт теле тарихында Башҡорт АССР-ының тәүге йылдарында — 1920 һәм 1921 йылдарҙа — башҡорт теленең дәүләт теле итеп танылыуы хаҡында ҡабул ителгән тарихи ҡарарҙар менән бер рәттә ҡаралыуға хаҡлылыр. Шул уҡ ваҡытта Указда, тәүге документтарҙан айырмалы, ул күп яҡлы мәсьәлә рәүешендә ҡуйылған. Шуға күрә республиканың дәүләт телдәрен һәм уның күп милләтле халҡының телдәрен үҫтереүҙең тотош бер программаһы булып күҙ алдына килеп баҫа. Унда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Фонд булдырыу мәсьәләһенең Указдың айырым пунктында махсус рәүештә ҡуйылыуының, ҡабатлау булһа ла, әле лә әйткәндә, Ғайса Хөсәйеновтың башҡорт теленең “киләсәк үҫеш ҡеүәһе ҙур, киң”, “ул үҙенең потенциаль мөмкинлектәрен яңы аса ғына бара” тигән ҡарашы әле килеп тел өлкәһендә дәүләт юғарылығында үткәрелгән сәйәсәткә барып сыҡҡандай була һәм уны хуплау булып яңғырай.
Әле үҙебеҙҙең яҡтан оло ғалимдың ошолай тормош ағышына һиҙгерлеге уны башҡорт әҙәбиәте тарихының оло юлына алып сыҡҡан булырға тейештер, тип быны нығытып ҡуйһаҡ, һис тә яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Бәлки, уның йәшләй генә күп быуатлыҡ башҡорт әҙәбиәте тарихы төпкөлдәренә ҡыйыу аҙым яһауы, уны арҡылы-буйлы үтеп сығыуы һәм киң танылыу тапҡаны “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның күп томлығын әҙерләүгә һәм сығарыуға ҡайтып ҡалалыр.
Ғайса Хөсәйенов был монументаль хеҙмәттең етәксеһе сифатында үҙен тәжрибәле етәксе, талантлы ойоштороусы итеп танытты. Уның үҙенә генә хас булған был сифаты “Ватандаш” журналының баш мөхәррире вазифаһында яңы яҡтары менән асылып китте. Ғәмәлдә иһә ул, ошо баҫмаға ныҡлы нигеҙ һалып, уны оло юлға алып сығыусы ла булды. Был уның архи-географик эҙләнеүҙәр, тектологик тикшереүҙәр өлкәһендә, шулай уҡ киң ҡарашлы фольклорсы сифатында күп яҡлы белем ҡеүәһенә эйә булыуынан килә ине.
Әлбиттә, Ғайса Хөсәйеновтың үҙ ғилеме өлкәһендә һәр йүнәлешендә башҡорт әҙәбиәте тарихына тәрән инеп ҡалыр асыштар оҙата килеүе ғалимдың юбилейы көндәрендә был хаҡта өҙөп кенә бер һүҙ әйтеүҙе күпкә ауырлаштыра. Шулай ҙа беҙ бөгөн уның ғына шәхесенә хас булған сифаттың бары уға ғына хас икәнлеге хаҡында үҙ уҡыусыбыҙҙы һис тартынмайынса ышандырырға әҙербеҙ. Беҙҙеңсә, был уның үҙенә тәбиғәттән бирелгән сифатты күптәрҙән айырмалы үҙ ихтыярына буйһондороп, һәр саҡ үҙ ҡулында тотоу һәләтенә эйә булыуынан киләлер. Ошо урында беҙ таланттың аҡыл менән синхронияһы, улай ғына ла түгел, һуңғыһының тәүгеһенә һәр саҡ баш булыуы хаҡында иҫкә төшөрөп ҡуйыу ҙа урынлы булыр ине, тип уйлайбыҙ. Беҙҙеңсә, юбилярыбыҙ үткән оҙон юлдың һәр саҡрым бағанаһында бының тамғалары уйылып ҡалған. Улар бөгөн беҙҙе уҙған быуаттың 50-се йылдарына ғалим тәү тапҡыр фән юлына аяҡ баҫҡан һуҡмаҡтарға алып барып төшөрә.
Асылда был йәш ғалим үткән һуҡмаҡтар ғына булмайынса, ваҡыт еткәс, башҡорт әҙәбиәте ғилемен донъя әҙәбиәте ғилемендә үҙ итеп танытыр, уны шул юғарылыҡҡа алып сығыр тәүге һуҡмаҡтар ҙа булған. Әле башын ошо һуҡмаҡтарҙан алған ғилми хеҙмәттәрҙе барлай башлаһаң, ғалимдың тәүге аҙымынан уҡ ни дәрәжәлә мул емешле булыуына ғәжәп итмәй мөмкин түгел. Ә уның әҙәби мираҫҡа мөнәсәбәте иһә ижадының төп йүнәлешенең береһенә әйләнеп, башҡорт әҙәбиәте ғилеменең дә асылына әүерелде, уның йөҙөн билдәләне.
Ғайса Хөсәйеновтың исеме киң ҡатлам уҡыусыларға “Алдар батыр ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы”, “Рудасы Исмәғил Тасим улы” һымаҡ тарихи-документаль повестар аша ла киң билдәле. Ул – шулай уҡ “Батырша”, “Ҡанлы илле биш” романдары авторы ла. Уның Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек күренекле шәхестәргә арналған китаптары ла был исемдәрҙе тарихҡа ҡайтарып биреүҙә мөһим роль уйнаны. Авторҙың Ризаитдин Фәхретдиновҡа арналған китабын да шул рәттә ҡарарға кәрәктер. Ул бындай жанрҙағы әҫәрҙәр ижад итеүгә был өлкәлә ҙур тәжрибә туплап килде. Уның шул юлда донъя күргән “Сәйфи Ҡудаш ижады”, “Халыҡ шағиры Ниғмәти”, “Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады”, “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим” кеүек монографиялары шуны һөйләй.
Әлбиттә, кемдең дә булһа тормошоноң иҫтәлекле көнөндә шул хаҡта өҙөп кенә бер һүҙ әйтеү былай ҙа еңел түгелдер. Әле иһә үҙемә иң яҡын кешеләрҙең береһе — ҡорҙашымдың тыуған көнөндә шул хаҡта һүҙ әйтергә ҡулыма ҡәләм алғас, уның шәхесенең һәр йәһәттән камил образы күҙ алдыма килеп баҫты ла мине ярайһы уҡ ауыр хәлгә ҡуйҙы. Шул саҡ мин юбилярыбыҙ тураһында бер ултырыуҙа бөтәһен дә яҙып бөтөү мөмкин түгел икәнлегенә йәнә бер тапҡыр инандым, сөнки уның ижадына бәйле халҡыбыҙҙың ХХ-ХХI быуаттарға ҡараған тарихында башҡорт әҙәбиәтенең Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәни донъяһы менән бәйләнештәр хаҡындағы һүҙ үҙенең сиратын көтөп ҡалған кеүек, әҙәбиәт теорияһы, әҙәби тәнҡит, фольклористика ише мөһим проблемалар ҙа әле үҙенә урын таба алманы. Әммә бер уйлағанда Ғайса Хөсәйеновтың үҙенең юбилейын республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән юғары исемдәр менән ҡаршылауы, уның Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы булыуы, күкрәгендә Халыҡтар дуҫлығы ордены йөрөтөүе генә лә был йәһәттән барыһын да үҙ эсенә ала, ул хеҙмәт иткән фәнгә дәүләт юғарылығындағы баһа булып тора. Беҙҙең юбилярыбыҙ шундай танылыу табыуы менән, һис шикһеҙ, уға бурыслы. Әле беҙгә киләсәктә лә уның яңы асыштар, табыштар менән байытылыуын теләйһе генә ҡала. Ә иртәгәһе көн уның файҙаһына эшләй.