“Матур итеп донъя көттөк...”27.04.2018
“Матур итеп донъя көттөк...”Фән Исхаҡов. Заманында был исем уңғанлыҡ, тырышлыҡ символы булып Ҡырмыҫҡалы районы сиктәрен үткәйне. Тыуған районында иһә уны белмәгән, ишетмәгән кеше һирәк булды. Бына мин уның йорто ҡаршыһында. Мөһабәт өй әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Һәр бер семәре, һәр биҙәге уңған, оҫта хужа ҡулдарының йылылығын һаҡлай. Бына ҡапҡа...

Ҡапҡа. Был йәһәттән Ҡырмыҫ­ҡалыла үҙенә күрә бер риүәйәт тә йәшәй. Имеш, райкомдың беренсе секретары Волик кеше тураһында белгеһе килһә, колхоз рәйесенә берәйһен һайлап ҡуйырға булһа, иң тәү ситтән генә уның кәртә-ҡураһын, ҡап­ҡаһын ҡарап китер булған. Әгәр ҡоймаһы төҙөк, ҡапҡаһы яҡшы икән — тырыш кеше, ҙур хужа­лығын да алып барасаҡ. Әгәр ҙә инде ҡыйшайып бөткән ҡапҡа, емерек кәртә икән — үҙ хужалығын тота алмаған бәндә ҙурыһын да һөйрәй алмаясаҡ.
Бынан бер нисә йыл элек фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсһә лә, Фән ағай ҡалдырған донъя төҙөк, бөтөн, һәр нәмә үҙ урынында. Ҡасандыр районда “Өлгөлө йорт” исеменә лайыҡ булған ҡаралтыһы ла, әйтерһең, хужаһы сәй эсергә генә инеп киткән, шул көйө: мунсаһы, башҡа ҡаралтыһы оҫтаның балта аҫтынан ғына сыҡҡандай.
Эргәлә тағы бер өй. Ғүмерендә ике йорт күтәргән хужа. Әле ғүмер иткәндең ҡырындағыһын “иҫке йорт” тиҙәр. Хәйер, уныһы ла шаҡтай. Бында — Исхаҡов­тарҙың төп йорто урыны. Ошонда ҡасандыр аталары Ғәйнетдин һалған, ауылда берҙән-бер ҡалай башлы өй булған. Ҡарайым да ҡустыһы Фәнис ағай һөйләгәндәр иҫкә төшә.
— Инәйем беҙҙе мәңгегә ҡалдырып киткәс, беҙ абзыйым менән икәү иң яҡын кешеләр булып тороп ҡалдыҡ. Миңә алты, уға ун бер йәш ине ул ваҡытта. 1944 йыл — һуғыш бара. Инәйемдең бер туған ағаһы Хөрмәтулла бабайым 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һында. Шул ваҡыттан алып тигәндән мин үҙ яҙмышым менән киткәнмен, абзыйым – үҙенең яҙмышы менән, — тип етемлектең бар михнәттәре башын хәтерләй Фәнис ағай. — Шулай ҙа 1948 йылдың башына тиклем, бабайымдың ҡатыны Зөләйха әбейем беҙҙе ҡарарға алып, шунда йәшәнек...
Исхаҡовтарҙың бала сағы тураһында яҙғанда ошоно ғына ҡағыҙға төшөргө килә: һуғыштың әсе һурпаһын етерлек эсәләр, күрәсәген күрәләр. Ауылдан-ауылға йөрөп ҡабым ризыҡ һорашалар, ләкин икеһе лә кешелек сифатын юғалтмай. Яҙмыш икеһен ике яҡҡа ташлай: Фәнде ФЗО-ға алып китәләр, Фәнис балалар йортонда тәрбиәләнә. Һуңынан башҡорт егеттәре араһында бокс буйынса беренсе спорт мастеры була, техник фәндәр кандидаты, илдә газ өлкәһендә, республикала юғары вазифалар биләй.
— Ауыл тарта бит ул. Ниндәй генә йәштә булмаһын, сабыймы ул, үҫмерме, өлгөргән кешеме, ҡартмы — барыбер тыуған ергә тарта. Абзыйым ФЗО-ны бөтөр­гәс, тегенән ҡасҡан. Силәбе өлкәһенән Ырымбур аша йәйәүләп ҡайтҡан. Бөтәһе биш-алты йөҙ километр юл үткән. Поезд булған ерҙә “товарняк”ка ултырған, аҙаҡ тағы Ырымбурҙан Стәрлегә саҡлы атлаған. Аҙаҡ тағы — поезд. 1948 йылда ҡайтҡан да колхоз эшендә көн күрә башлаған. Ун алтыһы ла тулмаған булған, — ти Фәнис ағай.
Фән ағайҙың донъяһы, уның колхоз эшендә генә түгел, үҙ хужалығында ла тырыш булған­лығы тураһында ҡустыһы һөйлә­гәндәре буйынса таныш инем.
— Абзыйым ауылда бик абруйлы кеше булды. Йорт һалды. Бер генә түгел, икене һалды. Беренсеһенә Белорет яҡтарынан бүрәнәләр ташыны. Бер үҙең генә йорт һалып булмай, өмә менән күтәрҙеләр. Аҙаҡ ҙу-ур итеп элекке өй эргәһенә тағы берҙе һалды. Йорт, хужалыҡ буйынса район конкурсында беренсе урынды алғайны. Районда шәхси хужалығы өсөн беренсе урын биргәс, барыһы ла аңлашыла инде: ниндәй йорт та, ниндәй ҡаралты, баҡса, мунса, аҙбар... — тип һөйләгәйне Фәнис ағай.
Фәнис ағай гелән Раухана еңгәһен хөрмәт менән иҫкә ала. Уның оло йөрәкле кеше икәнен осрашып, аҙ ғына аралашып, хәтирәләренә төшөп киткәндә лә аңлайһың. Тиктормаҫ, уңған хужабикәнең өйө бөхтә итеп йыйыштырылған, өй түрендә Фән ағай менән икеһенең ҙурайтылған һүрәте эленгән. Әйтерһең, майлы буяуҙар менән рәссам ҡылҡәләме аҫтынан — мольберттан яңы ғына алынған. Өҫтәлдә — ағай иҫән саҡта үҙе яҙғылаған иҫтәлектәр дәфтәре, ғаиләләре хаҡында баҫылған гәзит-журналдарҙан киҫеп алынған ҡағыҙҙар һалынған папкалар. Килеүемдең сәбәбен әйткәс тә, һөйләшеүгә күстек. Ихлас, матур итеп Табын ырыуы телендә табын түрендә һөйләштек.
— Юҡлыҡ, аслыҡ саҡ. Фәнгә ун һигеҙ йәш тә тулмағайны, миңә тулғайны. Күрше генә йәшәгәндәр инәйем менән. Фәндең атай-инәһе үлгән һуғыш ваҡытында, Фәнис менән икәүләп етем ҡалғандар. Инәһе менән бер туған бабаһы контузия алып ҡайтҡан. Инәйем менән һөйләшеп, Фәндең өйө бар, һыйыры бар, шулар торһон тип, икебеҙҙе өйләндереп, шул өйҙә тоттолар. Фәндең өйө тороп ҡалған инте анта, буш өй. Илленсе йылда, аслыҡ ваҡытта, беҙҙе өйләндереп, шулай йәшәттеләр. Алар ярҙам итте — бабайым, инәйем менән. Фәндең ата-инәһе инәйем менән күрше торған. Икәүләп тороп киттек, ике яҡтан да бала шикелле ҡаранылар, — тип хәтер төйөнөн сисә Раухана апай. — Армияға 51-се йылда алып киттеләр. Бала-саға булманы. Мин шул өйҙә тороп ҡалдым. Өс йыл йөрөнө. Бер һыйыры менән, бер өйөн ҡарауыллап ултырҙым. Әле булһа, торор ҡыҙҙар...
Ололар менән һөйләшкәндә шуға иғтибар итәһең: улар үҙҙәренең хәтирәләренә генә бирелеп ҡалмай, бөгөнгөһө менән сағыштырып, һығымта ла яһаусан. Раухана апайҙың һуңғы һүҙҙәре лә уйландыра. Ысынлап та, өс йыл буйына иренә тоғро булып көтөр өсөн дә, донъяһын алып барыу өсөн дә ниндәй рухи көс кәрәк! Ә бит яңғыҙыңа һыйыр аҫрау ҙа еңелдән булмаған. Етмәһә, һалам, бесән әҙерләүҙән тыш, ҡараған малыңдан да продналогка ҡырҡ килограмм ит, йомортҡа, йөҙ литрҙан ашыу һөт тапшырырға тейешһең. Ҡырҡ кило ит — бер быҙау тигән һүҙ.
— Элеккене һөйләһәм, әкиәт, тиерҙәр. Ышанмаҫлыҡ хәл. Фән армияла саҡта быҙауымды иткә бирһәм, һөтөн йәй буйына һалам. Әбизәтелнә түләргә кәрәк налогты. Тағы йомортҡа бирәм. Шунан бер ваҡыт һыйыр быҙауламаны ла, иткә түләп булманы. Минең һыйырҙы алырға килгәндәр. Ярай силсәүит рәйесе килде лә: “Ире армияла, һыйырына теймәгеҙ”, — тип, алдыртманы. Шулай һыйыр тороп ҡалды, — тип хәтерләй Раухана апай.
Фән ағаһы ФЗО-нан, Фәнис Мәҡсүт балалар йортонан ҡасып ҡайтҡас осрашып, бергә аҙыраҡ булғандан һуң, юлдары тағы айырылыша. Ошонан алып ағай кеше туғаны тураһында бер ни белмәй. Етмәһә, ауылда Фәнистең үлеүе хаҡында хәбәр ҙә тарала.
— Мин барғанда, Фән: “Фәнис туғаным юҡ, үлер инде, юҡ, әллә ҡайҙа”, — тип илай торғайны. Армияға киткәс, тегенән хат яҙған: “Туғанымды детдомдан эҙләп таптым, йәйге каникулға барып алығыҙ” тип. Хәҙер паспорт та юҡ, аҡса ла юҡ, ул ваҡытта өҫтә йүнле кейем дә юҡ. Калуш, башалтай кейеп, инәйем мине Өфөгә алып китте. Элек Өфөгә май һатырға йөрөгән булғандар иптәштәре менән. Һыйыры бар ине. Мин, ете класс бөткән кеше, бер нәмә лә белмәйем, урыҫса ла белмәйем. Инәйем Өфөлә йөҙәр грамлап майын һатты ла мине детдомға алып китте. Барһаҡ, директор ҡатын: “Мин һеҙгә бала бирмәйем”, — ти. Беҙҙең паспорт та, бер нәмә лә юҡ бит. Беҙ өсәүбеҙ — инәйем, мин, ауылдан бер апай. Шунан директор Фәнисте алып сыҡты. “Һин был кешеләрҙе таныйһыңмы?” — тип һорай. Мине танымай, теге апайҙы танымай. Инәйемде таный. “Күрше әбей миңә әпәй бирә торғайны”, — ти. Инәйем трактористарҙы ашатҡан, биргәндер инде. Ана шунан ғына ҡайтарҙы. Исмаһам, абзыһының хатын килтерәһең аны, ти. Ауылға ҡайтҡас, ауылды таный, әй, шатлана инде. Шулай итеп, каникул булһа, барып алдыҡ. Минең бүтән туғандарым юҡ, үҙем генә бит...
Фән Исхаҡовтың хеҙмәт юлы менән тормош юлын айырым-айырым бәйән итһәң дә, үрелдереп яҙһаң да була. Улар — бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсә. Ғөмүмән, кеше яҙмышы хеҙмәт менән бәйләнгән, шуға айырып ҡарау мөмкин түгел һымаҡ. Бигерәк тә бар бәхетен эштән күргән, ғаиләһенә ашҡы­нып ҡайтҡан кеше өсөн. Фән Исхаҡовтың эшендәге уңыштары тураһында район, республика баҫмаларында бик күп яҙҙылар. Шуларҙың береһенән – дан­лыҡлы яҡташыбыҙ Тимерғәле ағай Килмөхәмәтовтың ағалы-ҡустылы Исхаҡовтар тураһын­дағы очерктан өҙөк килтерге килә. Унда автор Фән ағайҙың хеҙ­мәттәге уңыштарын тос ҡына итеп бер-ике абзацҡа һыйҙыра алған.
“...Ауылдаштары өсөн ул иң тәүҙә — уңғанлыҡ, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө. Хеҙмәт юлын ул тракторсы булып башлай. Ун биш йыл “ДТ-74” тракторында, 20 — 30 йыл “ДТ-54”, “Беларусь” трак­торҙарында эшләй. Ул үҙе былай ти: “Һикһән йыл ғүмеремдең иң күп өлөшө тракторҙа үтте”. Уның тракторсы стажы — 45 йыл.
Фән уҙамандың иң “йондоҙ”ло сағы — “Беларусь”та кукуруз үҫтергән йылдар. Бер-бер артлы ошондай ҡаҙаныштарға өлгәшә: 1973 йыл — 580 центнер (бер гектарҙан), 1974 йыл 600 центнер уңыш ала. Ошо уңайҙан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ике миҙалға (алтын һәм көмөш) лайыҡ була.
Райондың кукуруз үҫтереүсе ике механизаторы — Фән Исхаҡов менән Жәүит Мәүлетов Башҡортостанда 60-сы йылдарҙа иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Был хаҡта республика, Мәскәү матбуғаттарында ла күп яҙҙылар, күп һөйләнеләр. Райондаштар уларға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелеүен көткәйне...”
Әлбиттә, һәр эштең ваҡытын­да баһаланыуы зарур. Ниндәйҙер сәбәптәр табылып, Герой исеме рәсми рәүештә бирелмәгән икән — Фән Исхаҡов һис бошонмай. Ғөмүмән, Исхаҡовтар — ниндәйҙер “ялтырауыҡтар”ға иҫтәре китмәй торған нәҫел. Улар өсөн ғәҙәти йәшәү ҡағиҙәһе булып иң алдан эшһөйәрлек, тырышлыҡ үә намыҫ йөрөй. Шуға ла Фән үҙенә оло исем — райондың почетлы гражданы исеме бирелеүен мәртәбә һанай. Тимәк, район кимәлендә таныйҙар, ауылында, хужалығында хөрмәт итәләр. Етем ҡалып, кеше араһында, ауылдаштарының ярҙамын тойоп үҫкәнгәме, ул барыһын туғандай күрә. Ауылында иң беренсе­ләрҙән булып машина — “Жигули” һатып ала. Был “копейка” бары­һыныҡына әйләнә: ашығыс ярҙам күрһәтеүсе “скорый” ҙа шул, йомош-юлға барып ҡай­тырға ла ошо машина. Береһенең дә йомошон кире ҡаҡмай: дауаханаға алып китә, роддомдан бәпәйҙәр алып ҡайта. Шуға ауылдаштары ла уның урынын түрҙән билдәләй — гелән ҡунаҡҡа, ҡөрьән ашына саҡырып тора.
Ир кеше үҙ ғүмерендә балалар үҫтереп, ағас ултыртырға, өй һалырға тейеш. Фән ағай ике өй һала. Алда был турала бер аҙ әйтһәм дә, Раухана апай һөйләгәндәрен дә теркәге килә.
— Беренсе өйҙө һалғанда Архангел районы урманында колхозға тракторҙа бүрәнә сығарып йөрөнөләр. Шунан алып ҡайтып күтәрҙе. Һал яһап ағасты ағыҙҙыҡ, ти торғайны Фән. Балалар анта үҫте инде ул. Быныһын һалыр алдынан, өй һалам да өй һалам, ти. Мин иһә, һалмайыҡ, тегеһе ярар, тим. Тәки һалды. Әллә ҡайҙарға юллап йөрөп, ошо өйҙө һалды. Ҡартайып бөткәс, алтмышҡа кергәндә. Эшкә бик уңған ине бит ул, — тип һөйләй Раухана апай.
Һүҙгә Әлфиә ҡыҙҙары ҡушыла.
— “1990 йылдың 15 апрелендә күтәрҙек” тип яҙып ҡуйған бына, — тип дәфтәр битен күрһәтә. — Әтәйем үҙе минән яҙҙырып ҡуйҙы. Кемдәр өмәлә ҡатнашҡан — вис.
Һәр кемдең изгелеген теркәп, балаларына яҙҙырып ҡалдыра Фән ағай. Әйтерһең, васыят әйтә — кешеләрҙең изгелеген онотмағыҙ, был ҙур, йылы йортҡа улар ҙа үҙҙәренең күңел йылыһын һалған. Фәнис ағай әйткән һүҙҙәр иҫкә төшә: “Абзыйым барыһын хәстәрләп, донъяһын бөтәйтеп, төпләп китеп барҙы...” Ысынлап та, ҡайҙа ҡараш ташлама — һәр ерҙә хужаның тырышлығы салына. Шул уҡ ваҡытта балаларының ярҙамы ла. Һәр береһе үҫә бара, ҡул араһына инеп, ярҙам да итә башлайҙар. Иң мөһиме — үҙ донъяларын ҡоралар, гөрләтеп йәшәйҙәр. Өлкән улдары Флүр ғүмер буйы Өфө моторҙар заводында эшләй. Әлфиә — уҡы­тыусы, балаларға башланғыс белем бирә. Фәрзәнә — бухгалтер. Фәнил тәүҙә Өфөлә техникум, һуңынан Мәскәүҙә юл институтын тамамлай. Ҡырмыҫ­ҡалы юл төҙөүселәр идаралығында мастер булып эш башлаһа, хәҙер инде байтаҡ йылдар идаралыҡҡа етәкселек итә. Илдар — шәхси эшҡыуар. Бар балаһына ла юғары белем бирергә, уҡытырға тырышалар. Фән ағай гелән: “Үҙем уҡый алманым, һеҙҙе уҡытасаҡмын”, — тип әйтер булған. Был йәһәттән ҡустыһы Фәнис ағайҙың да ярҙамы ҙур.
Ғүмерен ергә бағышлаған, тимер атын һис бер нәмәгә алмаштырмаған Фән ағай хаҡлы ялға сыҡҡас та тик тормай — ауылдаштары, пай ерҙәре хәстәре менән йәшәй. Был турала бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар.
— Мәсеткә йөрөнө, зыяратты тәрбиәләшергә ярҙам итте. Бабай үлгәс: “Әй, бер нәмәһеҙ, етем ҡалған кеүек булдыҡ. Зәрә ҡыйын булды”, — тип әйтәләр ти. Хәҙер Илдар, Фәнил мәсеткә ярҙам итә. Фәнил тәҙрәләр ҡуйҙырҙы, отоплениеһын эшләтергә булышты. Илдар тимерҙән ҡапҡалар эшләткән. Аллаға шөкөр, мәсетте ҡарашалар. Әтәйем шулай ҡушып китте, тиҙәр. Фән үҙе бер кеше тураһында ла алама һөйләмәне, барыһын да туғандай итеп күрҙе, — тип һөйләй Раухана апай.
— Һуңға табан Ҡарлыман ауылы ерҙәре өсөн борсолдо. Әрәм-шәрәм булып ята тип, сходтарға йөрөнө. Йәне көй­ҙө, — ти ҡыҙы Әлфиә. — Ныҡ ҡайғыр­ҙы. Кеше эшһеҙ ҡала, ерһеҙ ҡала, тине...
Ошонда ла Фән ағайҙың ниндәй оло йөрәкле кеше икәне күренә. Ғүмеренең һуңына саҡлы ауылының киләсәге өсөн борсолоп йәшәй. Ауылдаштарына аҙ ғына ярҙамы тейһә лә сабыйҙай шатлана.
— Фән ағайым физик яҡтан бик көслө була торғайны. Нисектер беҙҙең ҡартатай яғы­нан зат шулайыраҡ. Ҡартата­йым Өфөгә баҙарға йөрөгән. Ҡышын бит юл тар, бер сана юлы бит инде. Ҡаршыға килеп, юл бирмәһәләр, атынан төшөп, тегенең атын йығып, санаһын ситкә күсерер булған. Шунан һуң, бер аҙ барғас, кире торғоҙошҡан. Абзыйым да шулай көслө ине.
Абзыйым — райондың почетлы гражданы. Пенсияла ят­ҡанда зыяратты, мәсетте ҡа­раны. Ер тураһында ҡайғыр­тып йөрөнө. Йәмәғәт эштә­рендә гел ҡатнашты. Абзыйым һикһән берҙе үтеп, ярты йылдан һуң ҡапыл ғына аранан китте. Мин күҙҙе асып йомоп та өлгөрмәнем, тигәндәй. Көслө кеше — аяҡҡа баҫыр, тинем. Нишләйһең, шундай хәл килеп сыҡты инде... — тип һөйләй Фәнис ағай.
Фән ағай Исхаҡов һәм уның ғаиләһе тураһында бик күпте яҙып булыр ине. Әле ҡағыҙға төшөргәндәре лә уның ниндәй кеше булғанлығын күҙ алдына баҫтыра. Яҙмамды Раухана апай һүҙҙәре менән тамам­лағы килә:
— Һин матур, мин матур, тип өйләнешмәһәк тә, матур итеп донъя көттөк, балалар үҫ­терҙек. Үҙҙәре тырыш, тәү­фиҡлы булды. Бабай баҫыу­ҙан ҡайтманы — аҡса эшләне, иген икте. Игене ҡәҙерле инде — ашлыҡ бит ул! Аллаға шө­көр, бер ҙә юғалып ҡалманыҡ — тырыштыҡ. Әле бала-саға барға сыҙамай. Мин биш бала менән иллелә пенсияға сыҡ­тым. Унан һуң ете йыл урамда халыҡтан һөт йыйҙым. Иртән­ге дүрттән тороп сығып китәм, ауыр феләктәр күтәреп, фер­маға алып барып тапшырам. Элек ауылда ике көтөү була торғайны, әле берәүгә саҡ йыйыла. Шулай тырышҡанбыҙ инде. Балаларҙы уҡытырға ла кәрәк. Тырышмаһаң, булмай. Хәҙер бит күпләп мал аҫрап була. Элек бесән юҡ ине, әле баҫыуы менән сабып ал — һүҙ әйткән кеше юҡ. Илле йәш­тә, уф, Алла, уф, Алла, тип уфтанып ултыраһығыҙ, эшлә­һәң, хәрәкәтләнһәң, йөрөйһөң ул, тип әрләйем ҡайһы бере­һен. Асыуым килеп китә. Эшләһәң, эш бар ул, уф, Алла, тип ултырмағыҙ, тим. Тырыш­ҡаны тырыша инде, биш-алты баш мал аҫрағандары ла бар. Хәҙер рөхсәт бит инде... — ти Раухана апай.
Бик хаҡ, урынлы һүҙҙәр. Иренә ғүмере буйы тоғро булып, уның васыятын йәшәт­кән, балалары күңеленә һалған ҡатындың, әсәнең һүҙҙәре. Ауылы яҙмышын хәстәрләп ил ағинәһе әйткәне: “Хәрәкәтләнһәң, йөрөйһөң ул. Эшләһәң — эш һәр ваҡыт бар”. Исхаҡовтарҙың тормош ҡануны ошо: намыҫлы бул, тырыш, эшлә. Ҡалғанын Хоҙай алдыңа ҡуйыр...


Вернуться назад