Йома вәғәзе: Күңелдә – яҙ, ҡулда эш булһын27.04.2018

Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, бер көнө йылды туйҙырыр осорға аяҡ баҫтыҡ: ер эштәре, сәсеү башлана. Тап ошо миҙгелдәге изге теләк-ниәтебеҙ, хәстәрлегебеҙ, тырышлығыбыҙ – алдағы көндәргә ныҡлы нигеҙ. Тирә-йүнде матурлауға, йәшелләндереүгә, муллыҡҡа ынтылыштың, өҙлөкһөҙ хеҙмәттең баһаһына йәнә бер ҡат инандыра был мәл. Тап ошо сифаттар, мәғлүм ки, Исламдың нигеҙ ташы.
1 майҙың Яҙ һәм хеҙмәт байрамы тип билдәләнеүе лә – кешелекте алға илткән, йәшәткән изге төшөнсәләрҙең ҡиммәтен таныуға, арттырыуға йүнәлтелгән күркәм сараларҙың береһе. Күңелендә гелән яҙ булған, хеҙмәттән айырылмаған кешеләр менән йәмле донъябыҙ.
Мәғлүм ки, иң тәүге ер һөрөүсе, иген үҫтереүсе, мал-тыуар ҡараусы, ауыл хужалығына нигеҙ һалыусы, ҡорамалдар эшләүсе, бураҙна ярыусы атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм булған. Пәйғәмбәрҙәрҙең дә һәр береһе һөнәр белгән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сауҙа менән уңышлы шөғөлләнгәне, ғаиләһен яҡшы ҡарағаны мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта тотош өммәттең юлбашсыһы булыу, һәр ғәмәл аша өлгө күрһәтеп йәшәү күпме хеҙмәт талап итә! Бының өсөн өҫтәүенә күпме ғилем, зиһен кәрәк!
“Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына, бәрәкәт өҫтәлеп, килемең арта. Ә инде ялғанлау, башҡаларҙы оторға тырышыу сауҙаның ҡотон ебәрә, бөтөн йәмғиәткә зыян килтерә. Халҡыбыҙҙа һатыу өлкәһенә ниндәйҙер кимәлдә ышанмайыраҡ ҡарау тап ошо кире сифаттарға бәйлелер. Ә бит сауҙа – борон-борондан килгән кәсебебеҙ. Уның мәртәбәһен кире күтәреү өсөн, һис һүҙһеҙ, тәү сиратта һатыуҙың дини-әхлаҡи ҡанундарын өйрәнеү һәм теүәл үтәү мөһим. Шул саҡта ғына сауҙаның бәҫе, хеҙмәт емештәренең бәрәкәте артыр.
Ата-бабабыҙ Ислам күрһәткән юл буйынса ғүмер буйы үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, ҡул, ағас эштәре, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған. Динебеҙ ғибәҙәт ҡылыуға ғына өҫтөнлөк биреп, тормошта хеҙмәткә урын ҡалдырмауға ҡаршы – был ғәмәлдәр, бер-береһен тулыландырып, гелән йәнәш барырға тейеш. Ошо йәһәттән билдәле хәҙисте йәнә иҫкә төшөрәйек. Пәйғәмбәребеҙ барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешегә иғтибар итеп йөрөп, бер мәл башҡаларҙан: “Был ҡәрҙәшебеҙ көнө-төнө ғибәҙәттә. Уны кем ашата икән һуң?” – тип һораған. “Уның кәсеп иткән туғаны бар, шул ризыҡландыра”, – тип яуап­ла­ған­дар. Һөҙөмтәлә Пәйғәмбәребеҙ шундай һығымта яһаған: “Был кешегә ҡара­ғанда уның туғанының тормошо хәйерлерәк”.
“Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ бәрәкәт бирер”, тиелгән Ҡөрьәндә. Мәҫәлән, тырышып ҡараған мал-тыуарың ишәйә бара, сәскән игенеңдән меңләтә арттырып уңыш алаһың, гөл-сәскәң күҙҙе иркәләп, тормошоңа – йәм, күңелеңә дәрт-дарман өҫтәй... Муллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыуҙың ырыҫ-бәрәкәте был. Ә эш һөймәү һөҙөмтәһендә мохтажлыҡта йәшәү динһеҙлеккә яҡын – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә шулай тип белдергән. Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйә. Исламда һөнәр өйрәнеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу талабы юғары тора. Былар – мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамында бер аҙ ял тураһында ла онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тирә-йүн йәшеллеккә күмелә башлаған матур мәлдә тыуған яҡҡа ҡайтыу, атай-әсәй, туғандар менән күрешеү, хәл белешеү, ярҙам итешеү, иншаллаһ, тормошҡа, алдағы көндәргә әллә күпме бәрәкәт өҫтәр. Динебеҙҙәге хеҙмәт тәрбиәһенә таянып, шул уҡ ваҡытта “Күңелгә ял биреп тормаһаң, уның саңлана башлауы ихтимал” тигән һүҙҙәрҙе лә иҫтә тотоп, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәйек, хаҡ юлдан тайпылмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкә­түһ! Амин.


Вернуться назад