Үҙ йүнеңде үҙең күр25.04.2018
Күптән түгел Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов: “Лайыҡлы йәшәү – пенсионерҙың үҙ эше”, — тип белдерҙе. “Пенсия осоронда етеш йәшәгеһе килгән кеше дәүләттән ярҙам көтөп ултырырға түгел, ә пенсия тупланмаһы системаһы аша алдан эш итергә бурыслы”, – тине ул “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы менән әңгәмәһендә.

– Иҡтисадты үҫтереү өсөн “оҙон” аҡсаны йәлеп итеү кәрәк, тик уны ҡайҙан алырға һуң? – ти министр. – Һис һүҙһеҙ, беҙ финанслау сығанаҡтары булдырырға тейешбеҙ. Шуға күрә граждандарҙың инвестиция тупланмаһы рәүешендәге ресурстарҙы үҫтереү яҡлыбыҙ, әлеге осраҡта һүҙ, әлбиттә, пенсия капиталы тураһында бара.
Силуанов әйтеүенсә, бындай ресурстар күп илдәрҙә файҙаланыла. Уларҙа дәүләт тәьминәте пенсияның бик аҙ өлөшөн генә тәшкил итә, ә күпселегендә пенсия күләме айырым кешенең алдан уҡ махсус туплап барған һәм ил иҡтисадына инвестиция рәүешендә биргән аҡсаһына бәйле. Рәсәйҙә лә яҡын киләсәктә шәхси пенсия капиталы системаһын булдырырға ниәтләйҙәр, ул халыҡта матди ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр тип өмөт итәләр. Дөрөҫ, 12 мең – 14 мең һумлыҡ пенсияның күпме өлөшөн “инвестицияға” йүнәлтергә була һәм артабан ашар өсөн ҡайҙан аҡса алырға, уныһын министр аңлатмай.


Вернуться назад