Һарай тирәһендә уралған ирҙе әллә ҡайҙан шәйләп алғайным. Йорто Дауыт-Ҡайыптағы башҡа өйҙәрҙән айырылмаһа ла, ихата алдында торған “Газель” машинаһы үҙенә йәлеп итте. Ябай ауыл кешеһенең был тиклем “дөлдөл” алырлыҡ хәле булмаҫ. Себерҙә эшләгән берәйһелер, моғайын, тигән уй алып инде мине йортҡа.
— Белмәгән кешеләр һеҙҙең кеүек уйлай, — тине Хәбир көлөп. Өй хужаһының исеме шулай икән. — Юҡ, үҙем ауылда, Себерҙә эшләгән бажам бүләк иткәйне машинаны.
— Ана бит, кешенең бажаһы бажа кеүек...
Мине Хәбир бүлдерҙе:
— Юҡ, минең бажа шәп кеше ул.
Шаярып һөйләшә торғас, уның ишле ғаилә башлығы икәнлеге асыҡланды. Ҡатыны Гөлфинә ханым менән биш балаға ғүмер биргәндәр. Ғөмүмән, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында бындай ғаилә бишәү. Һәр береһе һоҡланырлыҡ, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ, тигәйнеләр Мораҡта. Ә Алсынбаевтарға ошонан алда ғына ата-әсә конференцияһында район хакимиәте башлығының бүләген тапшырғандар.
— Балаларҙы матур тәрбиәләгән өсөн бирҙеләр. — Йорт хужабикәһе шатлығын йәшерә алмай йылмая. — 2004 йылда ауылда беренселәрҙән булып миңә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙылар. Район етәкселәренә рәхмәтлебеҙ, байрам һайын бүләктән өҙмәйҙәр. Балалар ҙа үҙебеҙҙең “Мораҙым”да, Күмертауҙың “Йәшел имәнлек” лагерында йыл да рәхәтләнеп ял итеп ҡайта.
Республика, район тарафынан ярҙам булмаһа, ауырғараҡ төшөр ине бындай ғаиләләргә. Мәҫәлән, шул уҡ Алсынбаевтарҙы ғына алғанда ла. Йорт хужаһы — “Тәүәкән” дәүләт унитар предприятиеһында ат ҡараусы. Быға ҡәҙәре егерме йылдан ашыу тракторсы булған ир-атҡа йылҡысының ғына хеҙмәт хаҡы етер инеме ни бала тәрбиәләргә? Гөлфинә ханымдың да хеҙмәт хаҡы ҙур түгел, ул мәктәптә йыйыштырыусы, бер үк ваҡытта тәнәфестә уҡыусыларға сәй ҡайната.
Алсынбаевтарҙың өлкән улдары Азат әлеге ваҡытта Байконурҙа тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Икенсе улдары Дамир Стәрлетамаҡтың 3-сө башҡорт лицейын тамамларға йыйына. Ҡыҙҙары Гөлфирә Теләүембәт мәктәбендә туғыҙынсы, Зөһрә етенсе класта уҡый. Үҙҙәренең ауылында икенселә уҡыған Алһыу компьютерҙа һыуҙағы балыҡ кеүек йөҙә. Апалары һабаҡтан ҡайтҡансы, әсәһе менән атаһын заман техникаһында эшләргә өйрәтә.
— Апайымдар мәктәптән ҡайтһа, компьютер беҙгә тәтемәй ул, шуға ҡулланып ҡалайыҡ иркен саҡта, — тип ололар һымаҡ фекер йөрөтә Алһыу.
— Уларына компьютерҙа ирәйеп ултырыу бик эләкмәй әле, — әңгәмәгә Гөлфинә ханым да ҡушыла. — Икеһе лә бейеүгә йөрөй, һүрәт төшөрөргә ярата.
Замандың ауырлыҡтарына зарланмай, проблемаларға бирешмәй генә йәшәп ята шулай Алсынбаевтар. Күршеләренә өлгө булып, райондарының данын арттырып.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Автор фотоһы.
Күгәрсен районы.