Боронғо шөғөл тергеҙелә25.04.2018
Боронғо шөғөл тергеҙеләҠыуаныс, һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙа милли тамырҙарыбыҙға ынтылыу һиҙелә. Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, традицион кәсептәре тергеҙелә. Уҡтан атыу башҡорттар йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил иткән. Уҡ-йәйә менән яу һәм һунарға йөрөгәндәр, ә байрамдарҙа мәргәнлектә ярышҡандар.


Ошо көндәрҙә Уральск ҡасабаһында милли шөғөлдәрҙе тергеҙеү, үҫеп килгән быуында халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡ­һыныу уятыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында Тиләү ырыуы батыры Ҡарас сәсәнгә бағышланған традицион уҡ атыу турниры уҙғарылды. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған сарала республиканың төрлө райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән 85 мәргән ҡатнашты.
Ҡасабаның “Байрамғол” спорт залы көйәрмәндәр, тамашасылар менән тулы булды был көндө. Һәр кем милли кейемдә ине. Улар уҡ-ян аҫҡан спортсыларҙы дәртләндерергә тырышты, бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө, уҡтан атып ҡарарға теләгәндәр ҙә күп булды. Фойела башҡорт милли аштарынан сауҙа ойошторолдо. Сараны данлыҡлы “Ләйсән” ансамбле бейеүсе­ләренең сығыштары биҙәне.
Боронғо шөғөл тергеҙелә— Былтыр был турнирҙы район кимәлендә генә уҙғарырбыҙ тип самалап башлағайныҡ, ысынбарлыҡта халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн үҙ иткән кешеләр байтаҡҡа күберәк булып сыҡты. Төрлө яҡтарҙан килгән 50-нән ашыу мәргән көс һынашҡайны, ә быйыл турнирҙа ҡатнашырға теләгән кешеләр тағы ла күбәйҙе. Салауат Юлаевтың тыуған төйәгенән дә килгәндәр, республикабыҙ шифаханалары ла “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенә ҡушыла башланы, — тип ҡыуанысын йәшермәне ярышты ойоштороусыларҙың береһе — талантлы бейеүсе, ҡурайсы, хореограф Рәйес Низаметдинов.
“Любизар” 1-се Башҡорт һыбайлы­лары полкы хәрби-тарихи клубы” йәмәғәт ойошмаһы уҡтан атыу шөғөлөн тергеҙеүгә күп көс һала, шул иҫәптән төбәктәр буйлап агитация-аңлатыу эше алып бара, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, атыу һәм ярыш нескәлектәренә төшөндөрә.
— Был хәрәкәт киң танылыу таба бара. Бөтә донъя буйынса ошо күренеш күҙәтелә, — тине рәйес урынбаҫары, “Мәргән уҡсы” хәрәкәте авторы Юлай Ғәлиуллин ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Белеүебеҙсә, Юлай Рәфҡәт улы үҙе генә тарихи реконструкциялар менән, уҡ атыу ярыштарында Германияла, Францияла, Төркиәлә, Словакия­ла, Ҡытайҙа һәм башҡа тарафтарҙа булған. Әле 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара фольклориада фестивале сиктәрендә бындай ярыш үткәреүгә әҙерлек менән мәшғүлдәр.
— Ҡаныбыҙға һалынған, шуға ла саф­тарыбыҙ киңәйә бара, махсус рәүештә турнирҙарҙы урындағы батырҙар иҫтә­легенә үткәрәбеҙ. Бик күп улар, береһе лә онотолмаһын! Йәш быуын Салауат Юлаевты ғына түгел, Ҡарас сәсән кеүек уҙамандарҙы белеп, улар менән ғорур-ланып үҫһен ине, — тине ул.
Ярыш дүрт этаптан торҙо. Беренсеһе “Биатлон” тип аталды. Һәр спортсы 60 метр алыҫлыҡтан йүгереп килеп, 50 секунд эсендә алты уҡты тиҙлеккә атты.
Ҡалған өс этап “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп төҙөлгәйне. “Тере һыу” этабында сәп икегә бүленгән, уҡты өҫкө яҡҡа тейҙерер кәрәк ине. “Аждаһа” этабы ла бик үҙенсәлекле итеп уйланылған — спортсылар биш башлы “дейеү” менән алышты. Ә “Үгеҙ” этабында үгеҙ һүрәте төшөрөлгән сәпкә аттылар, уҡтарҙы уның ике тояғына, ике мөгөҙөнә һәм моронона тейҙереү шарт булды. Еңеүселәр һәр этапта йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса билдәләнде.
Һөҙөмтәләр буйынса иң мәргәне тип ир-ат араһынан Учалынан Самат Ғатауллин танылды, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Өфөнән Фидан Сәғитов менән Рушан Хәсәнов бүлеште. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мәргәнлектә көслө заттан ҡалышманы, улар араһында учалы­ларға етеүселәр булманы – Лиана Ихсанова, Лилиә Низаметдинова, Динә Вәлиева призлы урындарҙы бүлеште.
— Уҡ-һаҙаҡ менән мауығыуыма икенсе йыл. Аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр балалар ижады һарайында һәм өйҙә лә шөғөлләнәм. Өлкән улым да буш ваҡытында уҡ атырға ярата. Һаулыҡ өсөн был шөғөл бик файҙалы тип һанайым. Артабан да оҫталығымды арттырып, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашасаҡмын, — тине еңеүсе Самат Ғатауллин.
Ҡарас сәсән исеменә бағышланған традицион уҡ атыу турниры икенсе тапҡыр уҙғарыла. Былтырғыһы менән сағыштырғанда, быйыл балаларҙың күпләп ҡатнашыуы ҡыуандырҙы, 39 йәш мәргән уҡсы көсөн һынаны. Тимәк, йәш быуын ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәре менән ҡыҙыҡһына, милли тамырҙарыбыҙға битараф түгел. Бигерәк тә Учалыла был асыҡ күренә. Районда уҡтан атыу буйынса балалар араһында төрлө турнирҙар йыш уҙғарыла, мәктәптәрҙә лә был милли спорт төрө әүҙем пропагандалана.
Йәш мәргәндәр өсөн дә ярыштар дүрт этаптан торҙо. Һәр береһендә балалар ололарҙан ҡалышмай йылғырлыҡта, сослоҡта үҙен күрһәтте. Еңеүселәр һәр этапта йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса ике йәш төркөмөндә билдәләнде.
13 – 16 йәшлек үҫмерҙәрҙең иң мәргәндәре булып Өфөнән Булат Әминев менән Учалынан Милена Янсапова танылды. Икенсе урында – Бөрйән егете Батырша Боҫҡонов менән Ишембай һылыуы Карина Кәримова. Өсөнсө баҫҡыста – Сибайҙан Сәғит Суфийәнов менән Учалынан Әлфиә Ильясова.
9 – 12 йәшлектәр араһында Бөрйән районынан Даян Юлбирҙин менән Учалынан Алһыу Фазлетдиноваға етеүсе булманы. Икенсе урындарҙы учалылар Батыр Хәйретдинов менән Әҙилә Кәримова яуланы, өсөнсөлә – Өфөнән Ансар Таштимеров менән Учалынан Ләйлә Тагоева.
Бөрйәндән бер туған Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндарҙың исеме инде күптәргә таныштыр. Әйткәндәй, былтырғы турнирҙа Сынбулат икенсе урынға лайыҡ булғайны. Салауат та уҡ атыу буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындарҙан төшмәй. Был юлы уңыш уның улы Даянға йылмайҙы.
Боронғо шөғөл тергеҙелә— Дүрт ул атаһымын, балаларым­дың барыһы ла уҡтан атыу менән етди шөғөлләнә. Уҙғарылған фестивалдәрҙә, турнирҙарҙа даими ҡатнашырға тырышабыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙан күскән кәсеп йәш быуын өсөн бик мөһим һәм файҙалы. Ниндәйҙер ҡыҙыҡһы­ныуы, шөғөлө булған үҫмерҙең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ла ҡалмай, маҡсатына ынтылыусан булып үҫә, — тине Салауат Хәкимйән улы.
Бына шулай шаулап-гөрләп үтеп китте Ҡарас сәсән исеменә бағыш­ланған традицион уҡ атыу турниры. Ойоштороусылар үҙ маҡсаттарына иреште, бында ысын күңелдән матди ярҙам күрһәткән бағыусыларҙың да өлөшө ҙур. Алдынғы урындарға лайыҡ булған һәр кем иҫтәлеккә бүләктәр алып ҡыуанды, төп этаптарҙан һуң махсус приздар өсөн дә ярыштар ойошторолдо. Учалылар, үҙҙәренә хас бул­ғанса ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, ҡунаҡ­тарҙы ҡорбан ашы менән һыйланы.
Был сара һәр йыл уҙғарылып торор тип ышанайыҡ, сөнки уның әһәмиәте бик ҙур. Беренсенән, сәләмәт тормошто пропагандалау мәртәбә, икенсенән уҡ-һаҙаҡ тотоу рухи хәтерҙе уята, үҙ асылы­быҙға ҡайтыуыбыҙға булышлыҡ итә, өсөнсөнән, милли кейем кейеү ҙә кешене тәрбиәләй, тиҙәр бит. Эйе, тап тәрбиә өлкәһендә айырыуса мөһим сара был.


Вернуться назад