Шәшке тун25.04.2018
Шәшке тунАш бүлмәһендә дөбөр-шатыр килгән тауышҡа уянып киттем. Бәй, был ни хәл булыр?! Бөгөн 8 Март түгел дә инде. Газ плитәһе тирәһендә бүтән көндә минән башҡа эт тә йөрөмәй. Ярай әле, эшкә барып, аҙ булһа ла хәл алып ҡайтам...
Аптырап, аш бүлмәһенә сыҡһам, ирем өҫтәл әҙерләп йөрөй.
– Әйҙә, ултыр, йәнкиҫәгем, сәй әҙер. Хәҙер балаларҙы ла уятам, – ти был, юхаланып.
Шунан ғына кистән асыуланышып, һуңынан бер көнгә өйҙәге эштәрҙе алмашып башҡарырға һүҙ ҡуйышыуыбыҙ иҫкә төштө. Имеш, ир түҙмәһә, миңә шәшке тун алып бирергә тейеш...
Ә миңә бөгөн лафа! Кем ир-ат эшенән ҡурҡһын инде?! Тиҙ-тиҙ генә ҡапҡылап алдым да мал ҡарарға сығып киттем. Биш минуттан урап индем дә:
– Ҡайҙа, берәй тәмле нәмәң бармы, аппетит асылып китте, – тигән булам.
– Бәй, әле генә өҫтәл янынан торҙоң бит.
– Һуң, ир-ат эше һиңә табаҡ-һауыт йыуыу түгел дәбаһа, энергия талап итә. Давай, живо ғына ашат мине!
Тамаҡ ялғап алғас та, ирҙән күрмәксе, телевизор тоҡандырҙым. Ял көнө булғас, рәхәт, эшкә бараһы юҡ, кинәнеп ятам этлек уйлап! Ул шайтан тартмаһынан нимәләр генә күрһәтмәйҙәр! Был тиклем ҡаты “эштән” тағы ҡарын асҡандай булып китте. Бик важный ҡиәфәт менән сығып ултырҙым аш бүлмәһенә.
– Хәҙер, хәҙер, йәнкиҫәккәйем, ашҡа картуф һалам да, – ти был.
– Нисек инде аш? Бөгөн ял көнө бит. Затлыраҡ ризыҡ әҙерлә! Бәлешме, мантымы шунда! – тим, асыулы ҡиәфәт сығарып.
– Ярай, улары кискә булыр, әлегә аш та ярап торор!
Үҙемдең бөгөн ир ролендә икәнде иҫкә төшөрөп, мал ҡарарға сыҡмаҡсы инем, өлкән улым туҡтатты:
– Әсәй, һин нимә, минең эште лә башҡарырға булдыңмы әллә? Төшкөлөккә малдарҙы мин ашатам, эсерәм бит!
– Ярай, – мин әйтәм, – аҫтарын булһа ла алырмын.
– Юҡ, әсәй, һарайҙы көн дә үҙем таҙартам! – ти икенсе улым.
– Ярай һуң, ҡар көрәй торормон, – тип ныҡышам, эшһеҙлектән ыҙалап.
– Әсәй, атай була белмәйһең, ул был ваҡытта аҙыраҡ серем итеп ала торғайны! – ти малайҙар.
Ҡара һин уны, бездельник! Ә мин шуны бер ҙә иҫкә алмағанмын... Йоҡом килмәһә лә, диванға һуҙылып төштөм.
Иптәшемә ауыр булды: табаҡ-һауытты йыуҙы, өйҙө йыйыштырҙы, ҡош-ҡортҡа ем биреп инде. Шунан, эше бөткән кешеләй, минең янға ятмаҡсы ине лә, иҫкәртергә тура килде:
– Йәкшәмбе көн иҙәндәрҙе йыуып ала торғайным, оноттоңмо әллә?
– Ярай, иртәгә йыуырһың әле.
– Юҡ инде, һүҙеңдә тора бел. Бар, бар, ҡатындар көпә-көндөҙ йоҡо һимертмәй!
Йоҡонан уянғанда иҙән тап-таҙа ине. Аш бүлмәһенән малайҙарҙың тауышы ишетелә:
– Атай, торт бешер әле.
– Һеҙ нимә? Ниндәй торт?!
– Атыу бауырһаҡ әҙерлә!
– Иртәгә әсәйегеҙ бешерер, бөгөнгә түҙегеҙ, үҙегеҙгә шәп уйын дискы алып ҡайтып бирермен!
– Әһә, – мин әйтәм,– килешеүҙе боҙаһыңмы, балаларҙы подкупаешь? Минең ҡыҫтыбый ашағы килә! Живо!
– Һуң ҡалайтып бешерәйем? Ҡамырын да баҫа белмәйем бит, – ти был, күҙҙәремә инәлеп ҡарап.
– Нисауа, өйрәнерһең! Бер кем дә белеп тыумай. Интернеттан ҡара!
Тыңламай ҡайҙа барһын, мин ихатала юҡты бушҡа ауҙарып йөрөгәнсе өйөп ҡыҫтыбый бешереп ҡуйған, үҙе онға батып бөткән, тирләп-бешеп минһеҙ генә сәй һемерә.
– Һин нимә, эше бөткән кеше кеүек, йәйелеп китеп сәй эсеп ултыраһың? Әллә һинең урынға керҙе мин йыуыр тиһеңме? – үҙенә оҡшатып ҡырыҫ булырға тырышам.
– Ярай, икенсе аҙнала йыуырһың әле. Эштән күп нәмә юҡ, хәлдән тайҙым!
– Үҙем йыуырмын әтеү, тик һиңә ул ваҡытта кәшәлүгеңде бушатырға, шәшке тун алырға тура килер! – тим, ҡыуанып.
Эй тыз-быз килеп йөрөй был. Йылытырға һыу ултыртты. Бер аҙнала тауҙай йыйылған керҙе өйөп ҡуйҙы. Ә-ә-ә, тәтәйләнеп көн дә ап-аҡ күлдәк кейеп йөрөргә яратаың, бына шуларҙы ағартып ҡара әле. Автомат йыуғыс алып биргәндәй, “һин ҡарап ҡына тораһың, машина үҙе йыуа”, тип йәнгә тейә инең, хәҙер рәхәтен күр инде!
Әллә юрамал, әллә ысын, ҡасан ниндәй керҙе һалып әйләндерергә икәнде һорап башты ҡаңғыртып бөттө. Уф, үҙем генә тотонһам, мең артыҡ булыр ине. Ярай әле, шул саҡ телевизорҙан комедия башланды. Эй ҡысҡырып көләм, йәнәһе, уның да йәненә тейәм. Ну, ир ҙә бирешмәй, барыбер йыуып бөттө! Вәт, һаран! Ғәзиз ҡатынына тун алмаҫ өсөн керенә тиклем үҙе йыуҙы! Минең дә бирешке килмәй, нисек тә сығырынан-сыҡҡансы йәненә тейергә тырышам:
– Ҡайҙа, киске ашың әҙерме, асыҡтырҙы, – тим.
– Һин нимә, мине үлтерергә булдыңмы әллә? Саҡ керҙе элеп индем. Ниндәй бер туҡтауһыҙ тығыныу ул? Бешер ҙә аша! – тип, ниһайәт, туҙынып китте йәнкиҫәгем.
– Ярай, нимәгә шул тиклем ҡыҙаһың, хәҙер берәй тәмлекәс бешерәм.Тик һиңә шәшке тун алырға тура килер. Әле төнгө бергә тиклем байтаҡ эш бар.

***

– Һин нимә, будильнигыңды ла ишетмәй иҙрәп йоҡлап ятаһың?! Тор! Ҡарын асты, берәй тәмле нәмә бешер! Ял көнө бит бөгөн, эшең күп, ҡасан бөтөрөрмөн тиһең?! Әллә һинең эште мин үтәр тип ятаһыңмы?!
– Шәшке тун...
– Нимә, һаташаһыңмы әллә? Ниндәй шәшке тун? Әнә, күфәйкәңде кей ҙә һыйырыңды һау, быҙауың да ас.
– Бөгөн һин... минең урынға... Шәшке тун...
– Уян, тиҙәр һиңә! – Иремдең зыңлап торған тауышы йоҡомдан уятты.
Их, шәшке тунлы булдым тигәндә генә... Ә төш шундай шәп ине...

Туймазы районы.


Вернуться назад