Дуҫ та, табип та24.04.2018
Ҡала урамында бәйҙә эт йөрөткәндәрҙе өнәп бөтмәйбеҙ. Йәнәһе, шуның менән булашмаһа, башҡа эше юҡмы икән, тип уйлайбыҙ. Баҡтиһәң, эт кешегә тоғро дуҫ ҡына түгел, үҙенә күрә бер табип ролен дә үтәй.
Швеция ғалимдары, эт аҫраусыларҙың ғүмере оҙонораҡ була, тигән һығымтаға килгән. Имеш, эте булған кешеләр йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан 11 процентҡа аҙыраҡ яфалана.
Эт яңғыҙ кешенең тормошон йәмләндерә, стрестан, депрессиянан ҡотҡара. Ғалимдар раҫлауынса, эт үҙ хужаһының интонацияһын, һүҙ мәғәнәһен аңларға өйрәнә, улар кешеләр менән аҙыҡ өсөн генә түгел, иғтибар алыу өсөн дә аралаша, ысын дуҫҡа әүерелә.
Этең булыу – хәрәкәт тигән һүҙ. Уларҙы гел бәйҙә тотоп булмай. Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, тышта йөрөтөп алырға кәрәк. Эттәр аллергиянан да ҡотҡара ала. Йөнө иһә сәләмәтләндереү көсөнә эйә, быуындар һыҙлауынан да дауа. Эттәр ҡан баҫымын төшөрөүгә лә булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Йәш булып ҡалғың киләме?
Нобель премияһы лауреаты, биолог Элизабет Блэкберн ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡланыу өсөн биш кәңәш бирә. Улар бик ябай.
Ғалимә стрестан һаҡланырға, көн дә 12 минут медитация яһарға, күршеләр менән аралашырға һәм татыу булырға, үҙеңде матди яҡтан тәьмин итергә саҡыра.