“Хаҡ юлдан барыу бәрәкәтле”24.04.2018
Силәбе өлкәһендә йәшәгән яҡташыбыҙ Фәһим Мостаев – ауырлыҡтарға бирешмәҫ, яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ, һығылмаҫ уҙаман. Ул беҙҙе яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршыланы.
Былтыр туҡһан йәшен тултырған Фәһим Камил улы Бүздәк районының Түреш ауылынан.
– Яҙмышым башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай тиерлек. Урта мәктәпте тамамлағас, хәрби бурысымды үтәнем. Унан өйләндем, – ти Фәһим Камил улы. – Үҙебеҙҙең райондың Һабай ауылы һылыуы Фәриҙәнең ғәжәйеп һөйкөмлөлөгө, ҡара күҙҙәре, иңдәренә тулҡын-тулҡын булып ятҡан сәстәре күңелемде шунда уҡ әсир итте. Уның менән бер йыл самаһы аралашып йөрөнөк тә өйләнештек.
“Күп бала тыуҙырған ҡатын Раббыбыҙ ҡаршыһында һөйөклө”, – тиелгән хәҙистә. Аллаға шөкөр, Фәриҙәм һигеҙ сабыйға ғүмер бирҙе. Ғаиләнең бит ишле булыуы яҡшы: ундай мөхиттә үҫкән балалар ярҙамсыллығы, изгелеклелеге, ихласлығы менән айырылып тора. Ә динебеҙҙә, мәғлүм ки, был сифаттар юғары баһалана.
Фәһим Камил улы һәр балаһын оло һөйөү менән телгә алды. Ул-ҡыҙҙары араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеп, ата-әсәһен ҡара ҡайғыға һалғандар ҙа булған. Ағайҙың әле ун ике ейән-ейәнсәре бар, улар олатаһы янына йыш ҡайтып йөрөй.
– Ҡатыным күп йылдар элек фани донъяны ҡалдырып китте, – ти Фәһим Камил улы, көрһөнөп. – Элек ауылыбыҙҙа клуб, магазин, башланғыс мәктәп бар ине, хәҙер улар ҙа юҡ. Ун ике йортта 17 кеше йәшәп ятабыҙ. Күреүегеҙсә, ҙур өйөмдә яңғыҙ көн күрәм. Ишек алдына сығып инәм, ҡайһы саҡта ауылды әйләнеп сығам... Төйәгебеҙҙә мәсет булмауы йөрәкте әрнетә. Бала саҡтан Аллаһтың барлығына һәм берлегенә ышанам, көндәлек мәшәҡәттәр араһында ла әхирәтте онотмайым. Ҡөрьәнде көн дә өйрәнәм. Хаҡ юлға аяҡ баҫыуҙың, намаҙ уҡыуҙың бәрәкәте сикһеҙ. Барыбыҙ ҙа шуға ынтылып йәшәһәк ине, иншаллаһ.
Силәбе өлкәһе.