Мәскәүҙә ҡабынған осҡон24.04.2018
Мәскәүҙә ҡабынған осҡонНурсәнә менән Зиннур Салауатовтар — ауылда иң оло парҙарҙың береһе. Уларҙың тормош ҡороуҙарына күптән түгел 66 йыл тулған.
Кешене ашар ризығы йөрөтә, тиҙәр, Горький өлкәһендә тыуып үҫкән Нурсәнә Салауатова ла йәш сағында бар ғүмере ишетеп кенә белгән Башҡортостанда уҙыр тип уйламағандыр, әлбиттә. Краснооктябрьск районының бәләкәй генә Мәҙәнә ауылында тыуып үҫә ул. Ҡыҙға ете генә йәш булғанда, әсәһе мәрхүм була. Өс бала етем ҡала.



— Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп күрелде инде, белем дә ала алманым, латин телендә дүрт класты ғына бөтөрөргә насип буды, — ти Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы, көрһөнөп.
Үҫмер йәшендәге ҡыҙҙы әсәһенең бер туған һеңлеһе йәлләп үҙе менән Мәскәү ҡалаһына алып китә. Хеҙмәт юлын бик иртә башларға тура килә — йәшелсә-емеш һатҡан лавкаға эшкә алалар уны. Башта ауырыраҡ була, бер нисә айҙан егәрле ҡыҙ һатыусы һөнәренә өйрәнеп китә.
Зиннур Моталлип улы һалдат бурысын баш ҡалала үтәй, дәүләт банкында хеҙмәт итә ул. Увольнениеға сыҡҡанында гел лавканан емеш-еләк һатып алыр була. Шул саҡта иғтибар итә лә инде егет орсоҡ кеүек теремек, зәңгәр күҙле һылыуға. Ҡыҙ ҙа ҡара ҡашлы, ҡара күҙле баһадирҙы бер күреүҙә оҡшата. Бына шулай мөхәббәт осҡоно ҡабына ла инде ике йәш йөрәк араһында.
Йәштәр оҙаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөй, увольнениеға сыҡҡан һайын Зиннур ҡанатланып һөйгәне эргәһенә ашҡына, Нурсәнә уны һағынып көтөр була. Ә һалдат бурысын үтәгәс, егет һис икеләнеп тормай, Башҡортостанға хат яҙып, ата-әсәһенең фатихаһын алғас, ҡыҙға тәҡдим яһай һәм баш ҡалала һөйгәне эргәһендә ҡалырға ҡарар итә.
Зиннур хеҙмәт иткән урынында эшен дауам итә. Тәүге мөхәббәт емеше — ҡыҙҙары Нәзирә тыуа.
1955 йылда Зиннур ғаиләһен тыуған яҡтарына ялға алып ҡайта. Нурсәнә Бөрйәндең иҫ киткес тәбиғәтен күреп хайран ҡала, ҡайны-ҡәйнәһе, һөйгәне­нең туғандары ла уны бик йылы ҡабул итә.
— Мин тыуып үҫкән яҡтар ялан яғы ине, был тиклем ҡуйы урмандарҙы күргәнем булманы. Йортто беҙҙә утын менән түгел, һыйыр тиҙәген киптереп яғып йылыталар ине, — тип иҫләй бала сағын Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы.
Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ауылда ҡалыуын һорағас, бер ҡулы ғәрип оло кешенең һүҙен йыға алмай Зиннур, кәләше лә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл тормошона өйрәнеп китә. Мәскәүгә барып, документтарын, кәрәкле әйберҙәрен алып ҡайтып, ауылда төпләнә йәш ғаилә.
Ул йылдарҙа Байназарҙа ағастан урта мәктәп төҙөү эштәре башлана, Зиннурҙы мәктәпкә хужалыҡ мөдире итеп тәғәйенләйҙәр, унда өс йыл эшләгәндән һуң колхозда бригадир, ферма, келәт мөдире була. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы малсылыҡта хеҙмәт итә. Әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары Зиннур Салауатов­тың намыҫлы, тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй.
— Йәйгеһен малдарҙы ауылдан 60 километр алыҫлыҡтағы йәйләүҙә көттөк, ә ҡышлаған урындары бынан 10 саҡрым тирәһе йыраҡлыҡта ине. Гел саф һауала, тәбиғәт ҡосағында, хәрәкәттә булғаным өсөн һаулығым, Аллаға шөкөр, бөгөнгә тиклем зарланырлыҡ түгелдер инде, — ти Зиннур Моталлип улы.
Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы ғүмере буйы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, местком ағзаһы була. Тәүге осорҙа “килмешәк” тип ҡырын ҡараусылар ҙа табыла, әлбиттә, әммә байназарҙар барыбер татар киленде үҙ итә, ҡайһы берәүҙәре “москвичка” тип кенә йөрөтә. Башҡорт телендә һөйләшергә лә тиҙ генә өйрәнә зирәк ҡатын.
Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә Салауатовтар. Уларҙың дүртәүһе — юғары, бишәүһе махсус урта белем алып, төрлө һөнәр һайлай. Оло ҡыҙ­ҙары Нәзирә — уҡытыусы, унан ҡала Һәҙиә ғүмере буйы малсылыҡта эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хәҙисә – агроном, Айрат улдары зоотехник һөнәрен һайлай, бөгөн ул ауыл советы хакимиәтенә етәкселек итә, Әлфиәләре крансы булып эшләй, Әлиә, Розалия, Фирҙәүес – педагогтар, Раяндары – водитель. Һәр береһе ғаилә ҡороп, үҙҙәре олатай-өләсәй булған хәҙер.
— Балаларыбыҙ бәләкәй саҡта­рынан эшкә өйрәнеп, сынығып, бер-береһе менән дуҫ булып, өлкәнерәк­тәре бәләкәйҙәрен ҡарашып үҫте. Шөкөр, берәүһе лә мәктәптә уҡыған­дарында ла, аҙаҡ та йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ата-әсәләр йыйылыштарында балаларымды маҡтап һөйләһәләр, сикһеҙ шатлана инем, — тип ғорурлығын йәшермәй Нурсәнә Фәйзрахман ҡыҙы.
Атай абруйы бик ҙур була ғаиләлә. Зиннур Моталлип улы бер түгел ике йорт һала ғаиләһе өсөн. Балалары үҫеп, үҙҙәре тормош ҡорғас, районда йәшәгән етәүһенә лә өй һалырға ярҙам итә. Әле лә, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сослоғон ташламаған, ишек алдын гел тәртиптә тота. Мал, ҡош-ҡорт та аҫрай Салауатовтар, йорттарының эсе лә балҡып тора.
— Тормош иптәшемдән бер ауыр һүҙ ишетмәнем, ғүмер буйы татыу, килешеп йәшәнек. Улдарыбыҙҙы, ейәндә­ре­беҙҙе эшкә өйрәтте. Бөгөн дә кәңәш һорап килә улар, — ти Нурсәнә инәй.
Әйткәндәй, Салауатовтарҙың ейәндәренең бөтәһе лә тиерлек хәрби һөнәр һайлаған – контракт буйынса хеҙмәт итәләр.
Ғөмүмән, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең хәстәрен, иғтибарын тойоп йәшәй ауылдың иң абруйлы һәм оло пары. Бөтәһе лә бергә йыйылһа, алты тиҫтәләп кеше булып китә. Һәм бөтәһе лә тыуған йорттарына һыя – күңел киң булһа, урын табыла инде ул.


Вернуться назад