Бәхетле ҡартлыҡ24.04.2018
Бәхетле ҡартлыҡИзге Ҡөрьәндең “Әлү Ғимран” сүрәһе 74-се аятында: “Ул үҙе теләгән кешеһен һайлап алып рәхмәтен яуҙыра. Ә Аллаһ оло рәхмәткә эйә!” – тип әйтелгән.

Йылдар үткән һайын Аллаһ Тәғәлә үҙенең мөғжизәле һәм мауыҡтырғыс серле биттәрен аса барыуына хайран ҡалаһың. Бының өсөн Раббыңа ғибәҙәт ҡыл, шөкөр ит, һәр саҡ рәхмәтле булып йәшә... Яҡшембәт яҡтарында булып, кешелек тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Әхмәҙүәли әүлиә тураһындағы иҫтәлектәрҙе тергеҙҙек, ҡәберенә таш ҡуйҙыҡ, туғандары уның хөрмәтенә ҡорбан салды, ауылдаштары менән хөрмәтләп иҫкә алдыҡ.
Шуға иманым камил: был донъяла бер нәмә лә Аллаһ ҡушыуынан башҡа булмай. Ул ҡушмаһа, хатта ағастағы япраҡ та һелкенмәй. Шулай бер кис Көйөргәҙе районының Үрге Баба ауылында йәшәгән Римма менән Әхтәм дуҫтарыбыҙ беҙҙе Мәүлиткә саҡырҙы. Әле Күмертауҙа ҡыҙында йәшәгән әсәһе Миңниса апай, дуҫтары, туғандары ла булды байрамда. Ҡөрьән, мәүлит уҡыныҡ, мөнәжәттәр әйттек. Аҙаҡтан Әхмәҙүәли әүлиә тураһында яҙғандарҙы туғандарына уҡып ишеттерҙем. Бигерәк оҙаҡ булып китте, эргәмдә генә ултырған 94 йәштәге Миңниса апай арыйҙыр инде, тип уйлайым үҙем. Һуңынан Әхмәҙүәли әүлиә тураһында иҫтәлектәрҙе һөйләнеләр. Миңниса апайға ла һүҙ бирҙек. Тыныс ҡына ултырған инәй арыу тураһында уйламай ҙа, көр тауыш менән тулҡынландырғыс итеп әүлиәне күреүе, уның өшкөрөүе тураһында һөйләмәһенме. Етмәһә, Әхмәҙүәли әүлиәнең таяғы миндә бит ул, әйҙәгеҙ минең менән Яҡшембәткә, күрһәтәм тигәс, аптырауҙан саҡ телемде тешләмәнем. Төн бит инде. Был ваҡытта уның һымаҡ ололар өйөнән дә сыҡмай. Бына һиңә Миңниса апай! Бына һиңә мөғжизә! Нисек кире ҡағырға мөмкин бындай мәлдә? Тиҙ генә хушлашып, беребеҙ ҙә ҡалмай Яҡшембәткә юл тоттоҡ. Ҡышҡылыҡҡа Миңниса апай балаларына китһә лә, өйө кеше йәшәгән һымаҡ йылы, яҡты. Әйтерһең дә, берәү көтөп торған һымаҡ. Ҡыҙҙары тиҙ генә сәй ҡайнатты.
Ул арала Миңниса апай үҙенең белгәндәрен һөйләргә кереште. Беҙҙе иң ныҡ ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны Миңниса апайҙың йәштәргә биргеһеҙ итеп шартлатып баҫып йөрөүе, хәбәрҙе ҡысҡырып һөйләүе һәм бөтә нәмәне лә иҫләүе, шул тиклем киң күңелле, асыҡ булыуы ине. Етмәһә, ошо йәшкә тиклем ҡулынан энә төшмәй икән.
Бына апайыбыҙ һандығынан, күргәҙмәгә барырға йыйған һымаҡ, ҙур-ҙур төргәктәргә төрөп ҡуйған төрлө ултырғыс япмаларын, семәрләп бәйләгән ҡул эштәрен сығара бара, һәр беребеҙгә бүләк итеп бирә тора. Хәс тә әкиәттәгеләй. Нимә генә бәйләмәгән, ни генә юҡ был һандыҡта! Ҡарап тороуға ҡурсаҡ шикелле бәләкәй генә ағинәйебеҙ! Уйлап ҡараһаң, йәштәребеҙҙең күптәре ул ишкән ишкәкте ишә алмайҙыр.
Йәше 100-гә яҡынлашып килгән Миңниса Хөббөтдин ҡыҙы Исхаҡова менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Ул 1924 йылда Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында тыуған. Мораптал урта мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Стәрлетамаҡ рабфагында дауам иткән. Уҡыу алдынғыһы Миңнисаның рәсеме һәр ваҡыт Почет таҡтаһында була. Ул замандарҙа шул рабфакты тамамлаусылар мәктәптәрҙә уҡыта ине. Миңнисаны ла йүнәлтмә буйынса Ҡаҙарма ауылына уҡытырға ебәрәләр, ләкин дәртләнеп эшләп йөрөгән сағында ғаиләгә оло ҡайғы килә: Миңнисаның ата-әсәһе бер-бер артлы вафат була. Шуның өсөн йәш ҡыҙға тыуған ауылына ҡайтырға тура килә. Эшкә баҙыҡ, төҫкә матур, йөҙөнән нур бөркөлөп торған Миңнисаны Урта Баба ауылынан Садиҡ Сабит улы Исхаҡовҡа һоратырға киләләр. Садиҡтың ҡатыны ауырып үлеп китеп, бер йәшлек кенә улы тороп ҡалған була. Шулай итеп, Миңниса менән Садик 1951 йылда Урта Бабала ғаилә тормошон башлап ебәрә. Тормош иптәше тәүҙә Фрунзе колхозында эшләп йөрөй. Шунан яҡшы эшләгәне өсөн уны Ермолаево ауылы хакимиәтенең финанс бүлегенә эшкә алалар. Үҙенә лә, эргәһендәге хеҙмәттәштәренә лә талапсан, ғәҙел, тырыш, үтә лә яуаплы Садиҡты 1955 йылда Яҡшембәт ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Хәләл ефете гел яуаплы урындарҙа эшләгәнгә күрә, йорт мәшәҡәттәре, бер-бер артлы донъяға килгән балаларҙы тәрбиәләү йәш ҡатындың иңенә төшә. Ул китапханасы ла була, сөгөлдөрөн дә утай, иҙәнен дә йыуа. Ғаилә ишле, алты бала булып китә.
Ул замандарҙа мейескә утын ҡырҡып яғалар, йылғанан көйәнтәләп һыу ташыйҙар, ҡаҙанға яғып, күмер менән самауыр ҡайнаталар. Тормош булғас, эҫеһен дә, һыуығын да, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә Миңниса апайға. Ире Садиҡ көнө-төнө яуаплы эштән бушай алмай, мал-тыуар, ҡош-ҡортто ҡарарға, ашарға әҙерләп, өҫ-баштарын йыуырға, балаларҙы уҡытырға ла кәрәк.
Миңниса апайҙың оло ҡыҙы Римма әсәһенә бөтә эштәрҙә лә ярҙамсы була. Иртән иртүк һыйырҙы һауа һалып көтөү ҡыуғанға тиклем, улар әсәһе менән көйәнтәләп йыраҡтағы шишмәнән һыу алып ҡайта торған булғандар. Йылдар һиҙелмәй генә үтеп китә. Балалар ҙа үҫеп, һәр береһе уҡып, һөнәр алып, ғаилә ҡора, ҡоштар шикелле төрлө яҡтарға таралыша. Ни хәл итәһең, тормош ҡануны шундай, ләкин уларҙың береһе лә ташламай, килеп хәл белеп тора. Ҡышын үҙҙәренә алалар.
Әлбиттә, бындай бәхетле ғүмер күптәргә эләкмәй. Сере нимәлә һуң? Нисек апайыбыҙ йәштәрсә һаҡланып ҡала алған?
– Аллаһ Тәғәләгә гел рәхмәт әйтеп йәшәнем, намаҙымды ҡалдырманым. Ваҡытым булмағанда, доғаларҙы берәй эш эшләгәндә, күнәк тултырып картуф әрсегәндә, бәйләм бәйләгәндә ятлай торғайным. Ҡыйын булһа ла, ҡыуанһам да Аллаһҡа һыйындым. Бөтә хикмәт шунда. Икенсенән, һау-сәләмәт йәшәүҙең сәбәбе ана шул Әхмәҙүәли әүлиәнең өшкөрөүенән дә тип уйлайым. Шулай бер ваҡыт ныҡ итеп ауырып киттем һәм яҡында ғына йәшәгән Әхмәҙүәли әүлиәгә барҙым. Ул миңә ныҡ ярҙам итте. Шуның арҡаһында, Аллаға шөкөр, оҙаҡ һау йәшәйем. Тағы ла бер серем: әүлиәнең таяғының ҡайҙа икәнен ошоғаса бер кем дә белмәне, хатта балаларыма ла әйтмәнем. Туҡта әле, ҡыҙым, мин һеҙгә ул таяҡты күрһәтәйем әле, – тип Миңниса апай, һөйләгән урынынан йәштәргә хас етеҙлек менән тора һалып, өйҙөң түрендә торған комодтың мөйөшөндә ятҡан, әллә нисә ҡат сепрәккә төрөп бәйләнгән Әхмәҙүәли әүлиәнең таяғының бер өлөшөн килтереп сығарҙы.
Артабан уның тарихын һөйләп бирҙе:
– Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡыҙы Фәрхизә атаһының Мәләүезгә барып үлеп ҡайтыуы тураһында һөйләгәйне. Әүлиәнең ҡәбере Яҡшембәт зыяратында икәнен дә белә инем. Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡыҙы Фәрхизә менән беҙ гел ҡатнашып йәшәнек. Ул шул тиклем аҡыллы ҡатын ине. Беҙгә өмәләргә килә, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙамлаша торғайныҡ. Вафат булғас, уны Яҡшембәт зыяратына, атаһының эргәһенә ерләнеләр. Фәрхизәнең ҡыҙы Тамара Златоуста йәшәй, ике малайы бар. Әхмәҙүәли әүлиәнең өйөндә йәшәп ҡалған Фәрхизә ҡыҙы ла үлгәс, Үзбәкстанда йәшәүсе Алмабикә ҡыҙы менән Тамара ейәнсәре гел беҙгә ҡайтып йөрөй торғайны. Бер ҡайтҡанында Алмабикә атаһына Ҡөрьән уҡытты һәм ҡәберен тимер рәшәткә менән кәртәләп, посылка йәшниге һымаҡ фанераға үзбәксә исемен яҙып ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Өй буш ҡалғас, атаһының өйөн һатырға тура килде инде. Алмабикә һылыу атаһының иҫтәлеге итеп Әхмәҙүәли әүлиәнең Ҡөрьәнен һәм бына ошо алтынға бәрәбәр таяғының бер өлөшөн миңә бер кемгә лә бирмәй ҡәҙерләп һаҡларға ҡушып, аманат итеп ҡалдырҙы. Ә таяҡтың ҡалған өлөшө кемдә икәнен әйтә алмайым. Тик шуға Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым, ошо изге әүлиәнең өшкөрөүе, уның таяғының өйөмдә һаҡланыуының хикмәтен һиҙеп торам. Был һис тә юҡҡа ғына түгел. Аллаға шөкөр, күҙем күрә, ҡолағым ишетә, ҡыш етһә, балаларым алып ҡайтып сабый һымаҡ итеп ҡарай, ә йәй көнө үҙемдең өйөмдә, ауылда рәхәтләнеп торам. Үҙ аяғымда йөрөйөм, хәтерем дә, һаулығым да Аллаға шөкөр, әлхәмдүлиллаһ.
Бына ошондай бәхетле ҡартлыҡ кисерә Яҡшембәт ауылы ағинәйе Миңниса Исхаҡова. Уға Аллаһтан ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныстарҙан торған изгелекле ғүмер теләйбеҙ. Миңниса апай бер нәмәгә лә зар­ланмай, намаҙын ултырып булһа ла уҡый, ятһа ла, торһа ла доғаларҙан айырылмай ул. Бөтәбеҙҙә Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булып, шөкөр итеп йәшәүсе Миңниса апайҙай булһаҡ ине.

Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад