Тылсымлы һыу03.12.2011
Тылсымлы һыуБүре үҙәге — һай, әммә бик мәкерле соҡор. Асфальт юл буйлап һин дә мин елдергән машиналар шунда килеп төшөп тора, күләүеккә һыу эсергә йыйылған саванна йыртҡыстарындай, туплана бирә. Сыйылдашалар, үкерешәләр, тик һөҙәк кенә күренгән үргә менеп кенә китә алмайҙар.
Боҙлауыҡ — бөтә шофер халҡының ҡан дошманы. Тик терегөмөш бағанаһы утыҙҙы күрһәтеп торған ғинуар көнөндә ниндәй “гололед” ти инде ул!? Башҡа бер ерҙә булмағанды, Бүре үҙәгенә ул ҡайҙан килгән? Йәйен кипкән шишмә әллә ҡышын бәреп сыҡҡанмы? Юҡ! Ә шулай ҙа йәһәннәмдән килгән Ҡаҡ боҙ машина тәгәрмәстәрен зыр-зыр әйләндерә, шоферҙарҙы сығырынан-сығара. Юл участкаһын, уның хужаһын, ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен эттән алып эткә һалырға мәжбүр замана извозчиктары. Өлөштән колхоз түрәһе менән район башлығын да ҡоро ҡалдырмайҙар. Йылы кабинеттарҙа ултырғандарҙың ҡолағы сыңлап ыҙаланалыр инде, меҫкендәр.
Бер генә кешегә рәхмәтле шоферҙар — Ғәләүетдингә! Әгәр ул “ДТ” атлы үгеҙе менән быларҙы берәм-берәм һөйрәп сығарып йөрөмәһә, билләһи, ошо ҡәһәрле соҡорҙа ҡалтырана-ҡалтырана төн уҙғарырға тура килер ине.
Ғәләүетдин — күңелле ир, соҡорҙағы халыҡ ҡорос арҡанды сираттағы мәхлүктең мөгөҙөнә элгән арала, уныһына мәрәкә һүҙ табып, быныһының ҡабырғаһына төртөп, хихылдап алырға ла форсат таба. Уның ерән төктәр баҫҡан һипкелле йөҙө йәйге ҡояштай балҡый. Төшөп тора, менеп тора, ҡулына төрткән йәшел, ҡыҙыл ҡағыҙҙарҙы бөгәрләп кеҫәһенә тығып тора.
Нимә, әжерен дә аламы ни, тиһегеҙме? Ни эшләп алмаһын. Ул бит бер килде-киттеле юл хеҙмәтләндереүсе түгел — күрше ауыл фермеры. Яҙ килгәнен мейес башында көтөп ятмай — аҡса һуға. Ул тиклем ҡомһоҙланмай ҙа: йөк машинаһы өсөн — йөҙлөк, еңеленән — иллелек. Юғиһә Бүре үҙәгендә ас бүреләр олоуын тыңлап төн үткәрмәү өсөн меңеңде лә бирерһең.
Ғәләүетдин — изге бәндә: хәйриә ярҙамы күрһәтергә лә онотмай. Әле ана бер “Ашығыс ярҙам”ды бушҡа мендерҙе. Детдом шоферының аҡса һуҙған ҡулын да кире этте.
Егәрле кеше ул Ғәләүетдин. Сират ҙур булғас, төшкөлөккә лә ҡайтып торманы — юлға алған икмәге менән ҡаҙыһын сәйнәштерҙе лә термосынан сәй генә һемерҙе. Хатта бер изгелеклеһе тәҡдим иткән хәмерҙән дә баш тартты.
Машиналарҙан Бүре үҙәге бик һуң, юл ситендәге имәндәр “шарт та шорт” килә башлағас ҡына, бушап ҡалды. Ғәләүетдинде ишек алдында өлтөрәп бисәһе Маһинур ҡаршы алды:
— Эй, атаһы, бигерәк алһыҙ-ялһыҙ эшләйһең инде! Тракторыңды тиҙ генә һүндер ҙә кер, ашым әҙер.
Ғәләүетдин кеҫәһенән иллелектәрҙе, йөҙлөктәрҙе, услап-услап сығарып, ҡатынына һуҙҙы, мәғәнәле итеп тамағын ҡырҙы.
— Әллә теге әкиәттәге аҙашыңдың тылсымлы уты бар инде һиндә?
Ир тракторының ҡорос арҡанын ысҡындырып, уға цистерна тағыу менән мәшғүл ине.
— Лампа ла, ут та түгел, әсәһе, һыу... Ғәләүетдиндең тылсымлы һыуы!
— Ярай, керәйек өйгә, туҡмасым ҡуйыра...
— Туҡмасың ҡасмаҫ! Донъяның бөгөн һуңғы көнө түгел. Таң атыр, өйгә төшөм ҡайтыр. Ҡайҙа, мискәгә ферманан тиҙ генә һыу тултырайым да Бүре үҙәген тағы
һуғарып киләйем әле...
Закир АҠБӘРОВ.
Тылсымлы һыу


Вернуться назад