Ҡул ҡаушырып ултырмайҙар20.04.2018
Ҡул ҡаушырып ултырмайҙарЙылайыр районы –
республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһын иң әүҙем тормошҡа ашырған төбәктәр иҫәбендә. Дүртенсе йыл рәттән һәр ауыл биләмәһе үҙҙәре тәҡдим иткән проект менән конкурста еңеп сыға. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо проекттар нигеҙендә йылдар буйы хәл ителмәгән проб­лемалар аҡрынлап тормошҡа аша, программаның кәрәклеге йыл һайын иҫбатлана.


Район хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2014–2017 йылдарҙа урындағы башланғыс­тар өсөн 50,8 миллион һум аҡса бүленгән. 2014 йылда йылайыр­ҙар Учалы районынан ҡала республикала икенсе урынды яулай. Улар 13 проект тәҡдим итә, шуның 11-е уңышлы тип табыла, халыҡ көсө ярҙамында тормошҡа ашырыла.
2014 йылда барлыҡ проект­тарға 16,5 миллион һум аҡса сарыф ителә. Бишәүһе – юлдарҙы ремонтлауға, икәүһе – балалар һәм спорт майҙансыҡтары тө­ҙөүгә, ике трактор һатып алыуға, янғын һүндереү депоһын ремонтлауға һәм һыу үткәреүгә берәр проект тәҡдим ителә.
2015 йылда йәнә 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша һәм барыһы ла конкурста еңеп сыға. Дөйөм проекттың хаҡы 15 миллион 400 мең һум тәшкил итә. 2016 йылда 12 ауыл биләмәһе ҡатнаша, проекттарҙың дөйөм хаҡы 10,9 миллион һум була. Былтыр “Урындағы башлан­ғыс­тарҙы яҡлау” программаһына тәҡдим ителгән 13 проекттың 8-е конкурста еңеп сыға. Финанслау күләме — 8,037 миллион һум. Әйткәндәй, проекттарҙың тормош­ҡа ашыуы хаҡында гәзиттә даими яҡтыртылды. Кү­ренеүенсә, йыла­йырҙар “Урындағы башлан­ғыс­тарҙы яҡлау” программаһында бик әүҙем ҡатнаша, һәр ауыл биләмәһе үҙҙәренең бәләкәй һәм ҙур проблемаларын хәл итеүҙә уны уңышлы ҡуллана, үҙ өлөшөн индерә. Халыҡтың әүҙемлеге һәм ышанысы арҡа­һын­да йылдар буйы хәл ителмәгән мәсьә­ләләр аҡрынлап булһа ла тормошҡа аша. Иң мөһиме — уны һәр кем аңлап ҡабул итә, үҙ өлөшөн индерә. Район етәкселеге, урын­дағы власть ауыл халҡы менән берҙәм эшләй. Башҡа төбәктәр халҡына йылайырҙарҙан өлгө алыу ҡамасауламаҫ ине. Халыҡ әйткәнсә, ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ...

Йылайыр районы.


Вернуться назад