Йәш булһа ла, һыр бирмәй20.04.2018
Йәш булһа ла, һыр бирмәйЙылайыр районының Һабыр ауыл биләмәһе башлығы Илфат Солтановты был яуап­лы вазифаға тәғәйенләгән ваҡытта 26 йәше лә тулмаған була. Әле республикала иң йәш ауыл хакимиәте башлығына 29 йәш. Өйләнгән, кәләше менән баһадирҙай өс ул үҫтерә.

Ошонда тыуып үҫкән Илфат Сәғәҙи улы Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлағас, хеҙмәт юлын туған мәктәбендә сит телдәр уҡытыусыһы булып башлай. Балаларҙа инглиз те­ленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, сит телде белеүҙең бөгөн ни тиклем мө­һимлеген аңлатыу дәртле, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған уҡы­тыусыға ҡыйынлыҡтар тыуҙыр­май. Киреһенсә, уҡыусы­лар сит телгә ҡарата иғтибарын көсәйтә, һәр кем ҡасан да булһа ят та­рафтарға сәфәргә барыу теләге менән яна. Йәш, дәрте ташып тор­ған уҡытыусыны ауыл билә­мәһе башлығы итеп тәғәйенләп ауылдаштары яңылышмай, кире­һенсә, ота ғына. 2015 йылдан алып Илфат Солтанов Һабыр ауыл биләмәһе башлығы йөгөн тарта.
— Тәүҙә ауылдаштарым ышаныс күрһәтеп, ауыл Советы депутаты итеп һайланы, — ти йәш етәксе. – Артабан ауыл биләмәһе башлығы итеп тәҡдим иткәстәр, тәүҙәрәк аптырап ҡалдым. Шунан бирле уларҙың ышанысын аҡлар­ға тырышам, кәңәштәрен тың­лайым, бергәләшеп эшләй­беҙ. Әлбиттә, тәжрибә юҡлығы үҙен һиҙҙерә, әммә ололар кәңәшенә ҡолаҡ һалыу һөҙөмтә­һендә күп мәсьәләләр ыңғай хәл ителә.
Һабыр ауыл биләмәһенә район үҙәгенән төпкөлдә урын­лашҡан Ашҡаҙар менән Ҡаҙырша ауылдары ҡарай. Халыҡтың дө­йөм һаны — 855 кеше, шуның 92-һе – мәктәп йәшендәге балалар, 72-һе – мәктәпкәсә йәштәге балалар, 153-ө — пенсионерҙар. Хеҙмәткә яраҡлылар һаны — 509. Бер урта мәктәп, бер балалар баҡсаһы, ике клуб, бер китапхана, туғыҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы, бер пилорама, дүрт магазин бар.
Илфат Солтанов әйтеүенсә, төп проблемаларҙың береһе — эшһеҙлек, ошо сәбәпле билә­мәләге 100-ҙән ашыу эшкә яраҡлы кеше ситтә, вахта ысулы менән эшләй. Һуңғы ваҡытта йорт хужалары ғына түгел, хатта ҡатын-ҡыҙ ҙа был алымды үҙ итә. Ғаиләне ҡарайым, балалар үҫтерәм тип ситтә эшләүҙәрен дә аңларға була, тик был осраҡта төрлө проблемалар килеп сыға.
Иң аяныслыһы — балалар үҙ атайҙарын, хәҙер инде әсәйҙәрен дә айҙар буйы күрмәй. Һөҙөмтәлә улар үҙ яйына үҫә, ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр ҡыр­ҡыулаша, йорт алды, шәхси ихата иғтибарҙан ситтә ҡала. Ситтә йөрөп, йә аҡсаһын ала алмай, йәки эштән ҡыҫҡартылып ҡай­тырға мәжбүр булғанда, ғаилә тарҡалыр хәлдә, мал-тыуар булмай, донъя туҙҙырылған булып сыға.
Шуға күрә ауыл биләмәһе башлығы, йәш булыуына ҡара­маҫтан, һәр кемдең үҙ ерендә нисек тә үҙ йүнен табып, ғаиләһе янында йәшәүен хәстәрләй. Һуңғы йылдарҙа күптәр шәхси ихатаһына иғтибарҙы күп бүлә, ауылда бит халыҡ мал көсө менән йәшәй. Шулай уҡ игенселек, малсылыҡ, ҡортсолоҡ, ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен асып, аяғында ныҡлы баҫҡан эш­ҡы­уарҙар ҙа юҡ түгел. Тик айыуҙың малға тейеүе, уны тәләфләүе халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, әммә был һорау әлегә асыҡ ҡала килә.
— Минең эшемдә төп ярҙамсы таяныстарым — ҡатын-ҡыҙҙар советы, — тип һүҙҙе дауам итә Илфат Сәғәҙи улы. — Ете кешенән торған ойошмала иң абруйлы, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар тупланған. Шулай уҡ һәр ауыл­дың үҙ старостаһы һәм депутаты бар, улар – минең күҙем, ҡола­ғым. Ашҡаҙар ауылы старостаһы һәм депутаты Хәбир һәм Әхтәм Солтанғужиндар, Ҡаҙырша ауылы старостаһы Зөфәр Ҡыҙрасов, депутаты Ғәле Игебаев ауылдағы һәр проблеманы яҡындан белә, уны хәл итеүҙә ярҙам итә, халыҡ менән әүҙем эшләй. Һәр иртә минең эш көнөм улар менән һөйлә­шеүҙән башлана.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта һәр ауылда ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары уңышлы эшләй. Улар барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, төбәккә йәм һәм йән өрә, йәм­ғиәттең киләсәген, сәләмәтлеген ҡайғырта. Үҙ иңдәренә оло бурыс алырға йөрьәт иткән, бар эште йәмәғәт башланғысында атҡа­рырға риза булған әүҙемселәр хатта үҙ иҫәбенә, яратҡан ғаиләләренән күберәк ситтә булырға тура килгәндә лә, һәр эште теүәл үтәргә тырыша. Ойошма етәксеһе Гөлсирә Таһирова белдереүенсә, улар ауылдаштарының һәр береһенең яҙмышы өсөн борсолоп, төйә­генең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртып, тәртип, таҙалыҡ һаҡлау өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәй. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, эскән йәки араҡы һатыусылар менән шәхсән һөйләшеү, уларҙың өйөнә даими барыу, артабан күҙәтеүгә алыу, вахтанан ҡайтып “байрам” ойоштороусылар менән әңгәмәләшеү ҙә үҙ йоғонтоһон бирмәй ҡалмай. “Бәғзе осраҡта күптәренең намыҫын уятырға тип, ҡайһы бер ҡанундарға һылтанып, бер аҙ “ҡурҡытып” алырға ла тура килә”, — ти улар.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Һабыр ҡатын-ҡыҙҙар советы ауыл биләмәһе башлығы менән кәңәшләшеп эшләй икән, һөҙөмтә лә бар, халыҡтың ышанысы ла арта. Бына улар, ауылға йәм һәм ҡот өҫтәгән ете ҡатын — Гөлсирә Таһирова, Эльмира Юламанова, Гөлдәр Ишемғолова, Фәндүҙә Ҡоҙашева, Мәүлиҙә һәм Гөлфиә Таһировалар, Асия Хажиева.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ла әүҙем ҡатнаша һабырҙар. Ошоға тиклем ауыл урамындағы юлды ремонтлауға һәм трактор алыуға өлгәшһәләр, быйыл иһә спорт ҡорамалдары алыу өсөн тауыш биргәндәр. Проекттың дөйөм хаҡы — 350 мең һум. Сәләмәт тормошто һәм спортты пропагандалау маҡсатында клубта бильярд һәм теннис өҫтәлдәре ултыртыу, мәктәпкә саңғы, туптар һатып алыу планлаштырыла.
Тыуған ерҙән көс алып, үҙ ауылында бынамын тигән йорт күтә­реп, баһадирҙай өс ул үҫтереп, ауылдаштарының йәшәйешен ҡулынан килгәнсә яҡшыртырға тырышып, төбәккә йәм һәм ҡот биреп, йәштәрсә сәм һәм дәрт менән, заман менән йәнәш атлап тырышып эшләгән республикала иң йәш ауыл биләмәһе башлығы Илфат Солтановтың һәр көнө яңы мәшәҡәттәр, янып-көйөүҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтә.


Вернуться назад