Һаман һабаҡ алмайҙар20.04.2018
Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сауҙа-күңел асыу комплекстарында янғын хәүефһеҙлеген тикшереү йомғаҡтарын хәбәр итте.
Әле контроль-күҙәтеү органдары 705 ҙур сауҙа үҙәгенең һәм халыҡ күпләп йыйылған башҡа объекттарҙың 355-ен тикшерҙе. Уларҙың 278-ендә автоматлаштырылған янғын сигнализация системаһы ҡуйылмаған йәки төҙөк түгел, 221-ендә халыҡҡа хәбәр итеү һәм эвакуациялау системаһы эшләмәй йәки бөтөнләй юҡ. 111 үҙәктә янғын һүндереү ҡулайламалары, 73-өндә төтөндән һаҡлау системаһы ғәмәлгә индерелмәгән. 285 объектта эвакуация юлдары талапҡа яуап бирмәй, 117-һендә персонал янғын хәүефһеҙлеге сараларын үҙләштермәгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов сауҙа үҙәктәре хужалары һәм идарасыларының ошо мәсьәләгә битараф мөнәсәбәтен билдәләне. Уның әйтеүенсә, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре янғын һүндереү ҡулайламаларын файҙалана белмәй, эвакуация ҡағиҙәләрен, ҡотҡарыу юлдарын өйрәнмәгән. Ҡайһы бер сауҙа үҙәктәренең диуарҙары яныусан материалдарҙан эшләнгән, эвакуация юлдары сит-ят әйберҙәр менән тултырылған.
— Нимәгә иҫәп тотаһығыҙ? Яуаплылыҡты аңлайһығыҙмы? Ут менән шаярмағыҙ! — тине республика Башлығы ултырышҡа килгән сауҙа-күңел асыу үҙәктәре идарасыларына һәм кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
“Росгвардия”ның республика идаралығы ла тикшереү үткәрҙе. Йыл башынан алып 71 сауҙа үҙәгендә асыҡланған 162 етешһеҙлектең ни бары дүртәүһе генә төҙәтелгән. Республика прокуроры Андрей Назаров әйтеүенсә, сауҙа үҙәктәренең милекселәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә ашыҡмай, ә контроль-күҙәтеү органдары һәм муниципаль власть ошо мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән сара күрмәй. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса судҡа 18 ғариза яҙылған, 300-ҙән ашыу күрһәтмә сығарылған, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 193 эш ҡуҙғатылған, һигеҙ объекттың эшмәкәрлеген туҡтатыу хаҡындағы мәсьәлә күтәрелгән.
— Лицензия, төҙөлөшкә, сауҙа үҙәктәрен сафҡа индереүгә рөхсәт биреү, күңел асыу комплекстары менән артабан эшләү мәсьәләләре муниципалитет башлыҡтарының бурыстары иҫәбенә инә, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡала һәм район етәкселәренә мөрәжәғәт итеп. — Үҙ биләмәгеҙҙә һеҙ — төп янғын һүндереүселәр, төп санитарҙар. Ихатала, подъезда таҙа, сауҙа үҙәгендә хәүефһеҙ булырға тейеш. Ошо эш менән шөғөлләнегеҙ. Һеҙҙең бурыс — кешеләрҙең именлеген һәм сәләмәтлеген тәьмин итеү.
Р. ХӘСӘНОВ.