Элекке көн Интернет селтәрен Стәрлетамаҡтан килгән насар яңылыҡтар тултырҙы: ҡала мәктәптәренең береһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән, унан һуң кабинетҡа ут төрткән, бер нисә кеше яраланған. Тәүҙә күңелгә шик йүгерҙе: Пермь, Улан-Удэ, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙағы ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың шаңдауынан арынып та өлгөрмәнек – ысынмы-бушмы был? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәр дөрөҫ булып сыҡты. Төрлө сығанаҡтар бәйән итеүенсә, тиҙ арала ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, янғын һүндереүселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре мәктәптәге балаларға ярҙамға килеп еткән, уҡытыусылар коллективы ла ғәҙәттән тыш хәлдә тыныслыҡ һаҡлап, уҡыусыларҙы тиҙ генә бинанан эвакуациялаған.
Ваҡиға урынына кисекмәҫтән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов барып етте. Ул 1-се мәктәптә оператив кәңәшмә үткәрҙе, унда хоҡуҡ һаҡлау, власть органдары, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты.
Төбәк Башлығы тиҙ арала республика мәктәптәрендә һаҡ системаһын тикшерергә, тәфтиш эштәре тамамланыу менән янғын сыҡҡан класта ремонт эшләргә, йыһаз алырға, мәктәптәге уҡыу процесын өҙлөкһөҙ дауам итергә бойорҙо.
– Үҫмер нисек мәктәпкә бысаҡ алып ингән? Һаҡсы бар, тикшереү ҡоролмаһы ҡуйылған. Был ваҡиға республика мәктәптәренең хәүефһеҙлеген тағы бер тапҡыр тикшереүҙе талап итә.
Мәктәп коллективының берҙәм һәм профессиональ эшләгәнен, балаларҙы грамоталы эвакуациялауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү зарур. Янғын һүндереүселәр ҙә дүрт-биш минут эсендә килеп еткән, тиҙ арала утты һүндергән. Юҡһа ваҡиғаның эҙемтәләре бөтөнләй башҡа булыуы ихтимал ине, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ул балаларҙың Интернеттағы мауығыуҙарына айырыуса ҙур иғтибар бүленергә тейешлеген дә билдәләп үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәтсел атрибутиканы, суицидаль кәйефте пропагандалаған сайттар виртуаль киңлектә иҫәпһеҙ-һанһыҙ, психикаһы нығынмаған балалар ошо төркөмдәрҙә күпләп аралаша. Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡтағы үҫмер ҙә үлемде культ итеп күтәргән төркөмдәрҙә торған, мәктәпкә һөжүмде алдан планлаштырған, был хаҡта йәштәштәренә бәйән иткән. Тик... уның яҙмаларын берәү ҙә етди ҡабул итмәгән.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ дауаханала булып, зыян күреүселәр менән осрашты. Билдәле булыуынса, ике уҡыусы ҡыҙ, информатика уҡытыусыһы һәм үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан үҫмер – әлеге ваҡытта дауаханала.
– Балаларҙың ғүмеренә хәүеф янамай, барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы йәрәхәтләнеүселәрҙең яҡындары менән осрашҡанда. – Ә енәйәт ҡылған үҫмер тейешле язаһын аласаҡ.