Ауылда мәшәҡәт күп20.04.2018
Ауылда мәшәҡәт күпУрындағы үҙидара органдарының социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе, халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеүҙә, имен йәшәйеш өсөн шарттар тыуҙырыуҙағы әһәмиәте ҙур. Республикабыҙҙа күптәргә өлгө булырлыҡ ауыл советтары биләмәләре, халыҡтың ихтыяжын аңлап эш иткән етәкселәр ҙә бихисап. Шундай уңғандарҙың береһе – Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы хакимиәте башлығы Фазила Шәймәрҙәнова.

Фазила Әмин ҡыҙы сығышы менән Сораман ауылынан. Бала саҡтан уҡытыусы булыу теләге менән яна. Хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә.
— Атайым Әмин Аллабирҙе улы 17 генә йәшендә һуғышҡа алына. Үҙен киләсәктә уҡытыусы итеп күрһә лә, ауыр заманда белем алырға яҙмай. Уның теләге миңә күскәндер, үҙем дә уҡытыусыларға һоҡланып ҡарай инем — бер һүҙ менән әйткәндә, балалар менән эшләүҙән тыш ғүмеремде күҙ алдына ла килтермәнем, — ти әңгәмәсем.
Тәүге 1 сентябрҙе лә яҡшы хәтерләй ул. Йәш белгесте Мулдаш ауылына юллайҙар, әммә уға Белем байрамына ваҡытында барып етергә яҙмай. Алыҫ араны үтеп, ул 2 сентябргә генә мәктәп тупһаһын аша атлап инә. Тығыҙ эш араһында йәш белгес хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын да тамамлай. Шулай башланып китә 30 йылға һуҙыласаҡ уҡытыусылыҡ эше. Уларҙың ике тиҫтәнән ашыуы Ҡунаҡбай балаларына белем биреүгә арналған.
Фазила Әмин ҡыҙы тормош иптәше Рәйес Рифҡәт улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн улар үҙҙәре ғаилә ҡороп, айырым донъя көтә.
2010 йылда Фазила Шәймәрҙәнованы Ҡунаҡбай ауыл советы башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Мәҡәлә геройыбыҙҙың хеҙмәте кешеләр менән тығыҙ аралашыуға бәйле. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙағы халыҡ — уның элекке уҡыусылары, уларҙың ата-әсәһе, туғандары. Яңы урындағы етәксе вазифаһы Фазила Әмин ҡыҙына яңылыҡ булмай.
— Уҡытыусы — шул уҡ етәксе, — ти әңгәмәсем. — Мәктәптә ул балалар, белем биреү процесы менән идара итә. Үҙ вазифаһын лайыҡлы күтәрергә, хөрмәт ҡаҙанырға тейеш, юҡһа балалар уны ҡабул итмәйәсәк. Ауыл Советы башлығы вазифаһын ышанып йөкмәткәстәр, етәксе сифаттарын үҙемдә үҫтерергә, нығытырға тырыштым. Был осраҡта үҙ өҫтөңдә эшләү ҙур роль уйнай, тип уйлайым.
Ауыл Советына Ҡунаҡбай, Илтабан, Юлдаш, Абдулҡасим һәм Күбәк ауылдары инә. Уларҙа бөтәһе 2425 кеше көн итә. Халыҡтың көнкүреш кимәле, тормош сифаты, ғәмәлдә, урындағы етәксенән тора. Башлыҡҡа төрлө һорауҙар, проблемалар менән мөрәжәғәт итәләр. Уларҙың һәр ҡайһыһын ыңғай хәл итеп тә булмай. Шулай ҙа, тәү сиратта, кешелеклелек принцибынан сығып эш итергә тырыша Фазила Әмин ҡыҙы.
— Ир-егеттәрҙән беҙҙең психология ҡырҡа айырыла. Улар өҫтәл һуғып та эш итә ала, ә беҙ уйланабыҙ, хисләнәбеҙ, төрлө яҡлап баһалайбыҙ. Әлбиттә, һәр мөрәжәғәткә шәхси ҡараш кәрәк: берәү тик ҡаты һөйләшкәнде генә аңлай, икенсегә йылы һүҙ тәьҫир итә. Эшемдә ҡатын-ҡыҙға хас холоҡ-фиғел һығылмалылығын, хатта хәйләкәрлекте файҙаланырға тура килә. Бының бер насарлығы ла юҡ, тип уйлайым. Минеңсә, етәксе вазифаһын ир-егет биләйме, ҡатын-ҡыҙмы — айырма юҡ. Иң мөһиме — һәр кем үҙ эшен еренә еткереп, яуаплы башҡарырға тейеш, әйткән һүҙе менән эшләгән эше тап килһен, — ти етәксе.
Ҡунаҡбай Учалынан ете километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан, шуға күрә халыҡтың күпселеге ҡалаға йөрөп эшләй. Биләмәлә ике крәҫтиән (фермер) хужалығы бар, шәхси хужалығында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, артып ҡалған продукцияһын ҡалаға алып барып һатып, аҡса эшләгән кешеләр бихисап. Ғөмүмән, донъя көтөргә тырышып ятҡан, ер ҡәҙерен белгән халыҡ йәшәй бында. Йәштәр ҙә тыуған ерҙәрендә төпләнә, ҡаланан килеп йорт һалырға теләгәндәре лә йылдан-йыл арта. Шуға күрә биләмәлә демография күрһәткестәре лә үҫә.
Етәкселек халыҡтың иртәгәһен уйлап, уларға барлыҡ уңайлыҡтарҙы булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Биләмәлә һуңғы йылдарҙа байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһында ҡунаҡбайҙар быйыл бишенсе тапҡыр көсөн һынаясаҡ. Быға тиклем герой ауылдаштары Шакирйән Мөхәмәтйәнов исемендәге мәҙәни-тарихи үҙәкте төҙөкләндереүгә, яңы биҫтәгә юл һалыуға, Илтабан зыяратын кәртәләүгә өлгәшкән. Быйыл иһә яңы биҫтә урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыуҙы планлаштыралар.
— Проект хаҡы 800 мең һум буласаҡ, әлеге көндә документтар туплайбыҙ. Еңеп сыҡһаҡ, сумманың бер өлөшөн ауыл халҡы үҙе күтәрәсәк. Хәйер, быға кешеләр әҙер, программаның файҙалы икәнлегенә күптән инанған, — ти Фазила Әмин ҡыҙы.
Юлдарҙы төҙөкләндереү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, былтыр район хакимиәте ошо маҡсатҡа миллион ярым һум аҡса бүлгән, яңы биҫтәләрҙә яйлап был проб­лема ыңғай хәл ителә бара.
Башлыҡты сүп-сар мәсьәләһе лә борсой.
— Учалы ауылындағы кеүек кон­тейнерҙар урынлаштырмаҡсыбыҙ. Бының өсөн һәр йорттан сыҡҡан сүп-сар күләмен, сығымдарҙы иҫәпләнек, тиҙҙән район хакимиәте ярҙамында теләгебеҙгә өлгәшербеҙ — ти ул.
Эйе, хакимиәт башлығының эше һанап бөткөһөҙ. Халыҡты ҡабул итергә, ҡағыҙ эше менән булышырға һәм башҡаһына өлгөрөргә кәрәк. Ер ҡарҙан әрселеү менән мәшәҡәттәр айырыуса күбәйә.
— Әлбиттә, бер үҙеңә генә ниндәйҙер уңыштарға, һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ауыр, бында намыҫлы, тырыш хеҙмәткәр­ҙәремдең дә өлөшө ҙур. Азат Закиров, Баһауетдин Сәфәров, Рита Закирова – алмаштырғыһыҙ ярҙамсыларым. Депутат­тарыбыҙ ҙа, биләмәлә урынлашҡан мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа учреждение хеҙмәткәрҙәре лә, йәмәғәт башланғысында йөрөгәндәр ҙә — барыһы ла ихтирамға лайыҡ. Һәр ваҡыт үҙ-ара кәңәшләшеп эшләйбеҙ, — ти Фазила Шәймәрҙәнова.

Учалы районы.


Вернуться назад