Наркотиктарҙан нисек ҡотолорға?20.04.2018
Наркотиктарҙан нисек ҡотолорға?Стәрлетамаҡта быйыл тәүге өс айҙа йәмғеһе 10 килограмға яҡын наркотик тартып алынған.
Был хаҡта ҡала хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы өлкән оператив вәкиле Денис Петров хәбәр итте. Шулай уҡ наркотик матдәләр әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәре килтергән тағы бер һан уйға һалмай ҡалманы: ошо өлкәлә теркәлгән енәйәттәр һаны – 515! Комиссия ултырышында, ғөмүмән, хафаланырлыҡ статис­тика ла килтерелде, бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеүгә булышлыҡ итерлек алымдар тураһында етди фекерҙәр ҙә яңғыраны.


Сығыш яһаусыларҙың һүҙҙә­ренә ҡара­ғанда, наркотиктарға ҡаршы көрәш һөҙөм­тә­һендә ҡалала шаҡтай эш башҡарыла. Мәҫәлән, әлеге докладсы билдәләүенсә, был матдәләр менән бәйлелеге өсөн 130 кеше иркенән мәхрүм ителгән. Ә ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге начальнигы Азат Күскилдин:
— Махсус рәүештә муниципаль программа эшләй, былтыр 379 сара уҙғарылды, психологик ярҙам күрһәтелде, консультация, тренингтар үткәрелде, нарко­тиктарҙың зарары хаҡында мәғлүмәт теркәлгән 200-ҙән ашыу ҡағыҙ бите таратылды, — тип билдәләне.
Ә күпме медицина ярҙамы күрһәтелә, төрлө реабилитациялау үҙәктәре эшләп килә? Әүҙем рәүештә енәйәттәр асыҡланыуын, 9,8 килограмм наркотик тартып алыныуын билдәләнек инде, хәүефле сайттарҙың ябылыуы тураһында ла яҙылып тора. Тик был саралар ғына, үкенескә ҡаршы, ҡаланы тулыһынса наркотиктан азат итергә мөмкинлек бирмәй, ҡорбандар йәштәр араһында ғына түгел, үҫмер быуында ла табылып тора. Ошо сарала мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев бил­дәләүенсә, мәҫәлән, 1 мартҡа ҡарата 195 мәктәп уҡыусыһы “хәүеф төркөмөнә” ҡарай, бер бала иһә наркология диспансерында иҫәптә тора.
Төрлө йүнәлештә шул йәһәттән оператив эш алып барырға мөмкин. Был комиссия хәбәрсе өсөн сираттағы бер сара булып та ҡалыр ине, тик уның аҙағында, миңә ҡалһа, Стәрлетамаҡ ҡына түгел, тотош республика, ил, донъя өсөн мөһим һүҙҙәр яңғыраны. Наркотиктарға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итеү өсөн йәнә бер күренеште иҫәпкә алыу мотлаҡ. Ул хаҡта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов билдәләне:
— Наркотиктарҙы интернет ярҙамында тараталар, шулай уҡ сауҙа үҙәктәрендә урынлаш­тырылған терминалдар аша аҡса күсереүҙәрҙе, уларҙа наркотик таратыу­сыларҙың адресына тиклем барлығын оноторға ярамай. Бина хужаларына, ғөмүмән, барыбыҙға иғтибарлыраҡ бу­лырға кәрәк, — тине ул. — Наркотиктарҙы рекламалаған, быға юл ҡуйған өсөн тейешле язаһы бар, тимәк, ағыуҙы һатыусы ғына түгел, уны һатырға юл ҡуйғандар ҙа енәйәтсе, — тип шелтәләп тә алды.
Ысынлап та, яҡындарыбыҙ, балала­рыбыҙ наркотик ҡолона әйләнмәһен тип ҡот осоп тора, ә бына шул бәләгә ҡаршы көрәште, Альберт Наил улы әйтмешләй, тейешле органдар эше тип кенә күрәбеҙ, енәйәттәргә күҙ йомабыҙ. Комиссия ағзалары халыҡты әүҙемлеккә, уяулыҡҡа әйҙәргә кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад