Һоҡланғыс әсә лә ул...20.04.2018
Һоҡланғыс әсә лә ул...Нурия апай Хәкимованың йөҙөнән нур бөркөлөп торған кеүек. Күңеленең матурлығы, эскерһеҙлеге, кешеләргә йылы мөнәсәбәте, ярҙамсыллығы, йомартлығы уны эстән яҡтыртып, нурландыра. Исеме лә “нур таратыусы” бит уның. Бер кем тураһында насар һүҙ әйтмәҫ, тик яҡшы, матур, йылы хәбәрҙәр генә һөйләй. Минән башҡалар бөтәһе лә — әүлиә, тигән уй менән йәшәй.

Бынан 39 йыл элек улар Соколовка ауылына тормош иптәше Флүр Исхаҡ улы менән юллама буйынса эшкә килеп төшә. Икеһе лә — ауыл хужалығы белгесе. Флүр Исхаҡ улы — баш ветеринария табибы, ә инде Нурия Кинйәбулат ҡыҙы өлкән табип итеп тәғәйенләнә. Ҡулдарында ике бала — Илдар менән Рауил. Ең һыҙғанып эш башлай йәш белгестәр. Тиҙ арала ауыл халҡының һәм етәкселектең ихтирамын ҡаҙаналар. Ал-ял белмәй эшләү ҙур уңыштарға өлгәшеүгә килтерә.
Ситтән тороп Н.Э. Бауман исемендәге Ленин орденлы Ҡазан ветеринария институтын тамамлай йәш ҡатын. Тормош иптәшенең уға бар яҡлап ярҙам итеп тороуы яратҡан эшен башҡарыуға ҙур этәргес булып тора. Шатлыҡтарға шатлыҡ өҫтәп 1985 йылда улдары Әлфир тыуа. Был матур, йәш ғаиләгә һоҡланмаған кеше булмағандыр заманында.
Нурия Кинйәбулат ҡыҙының уңышлы, тырыш хеҙмәте бихисап Рәхмәт хаттары, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнә. 2013 йылда сыҡҡан “Башҡортостан ветеринария тарихы” китабында Нурия апайҙың, алдынғы белгес булараҡ, хеҙмәт юлы һүрәтләнә.
“Тормошомда минең өсөн иң мөһиме яратҡан эшем булды”, — тип хәтерләй ул. Йәмәғәте Флүр ағай менән бер-береһен ым-ҡараштарынан аңлап, үҙ-ара терәк-таяныс булып эшләгән йылдарын һағынып иҫкә ала.
Ҡайғы көтмәгәндә килә: 1999 йылдың мартында ҡапыл ғына ире вафат була. Оло ҡайғынан һығылып төшкән ҡатынды бер ай эсендә тағы ла ҙур юғалтыу көтә. Оло улдары Илдар 25 кенә йәшендә юл фажиғәһендә һәләк була.
51 генә йәшендә, оло юғалтыуҙар кисереп, тол ҡала Нурия апай. Ҡулында — ике улы. Улар өсөн йәшәргә, һынмаҫҡа, һығылмаҫҡа көс таба үҙендә. Эш менән баҫа күңел яраларын. Ике балаһына ла юғары белем алырға ярҙамлаша. Улдары тәртипле, әҙәпле, итәғәтле булып үҫә. Бөгөн икеһе лә ғаиләле. Рауил менән Әлфирҙең үҙ-ара татыу, матур йәшәүенә, йылы мөнәсәбәттәренә ҡыуана әсә кеше. Килендәре Гөлшат менән Гүзәл тураһында ҙур һоҡланыу менән һөйләй ул. Килендәренең уға ҡарата булған йылы мөнәсәбәтенә ҡыуана.
Дәүләкәндең 3-сө лицейында уҡып йөрөгән ейәнсәре Миләүшәнең уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Лицейҙа үткән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, сараларҙы алып барған ейәнсәре — уның ғорурлығы. Йәнә ике ейәне — Асҡар менән Әмирәнең тупылдашып үҫеп килеүе шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәй. Өләсәй кеше өсөн балаңдың балаһын бағыу — иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Тормош дауам итә. Күңел яралары ла яйлап уңала, тик онотолмай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен ташламай ул, 63 йәшкә ҡәҙәр башҡара яратҡан һөнәрен. “Кешеләр араһында эш менән онотолаһың, йәшәү мәғәнәһен нығыраҡ аңлайһың, тормош ҡәҙерен белергә өйрәнәһең”, — тип йылмая Нурия апай.
Уның тормошонда ҙур ваҡиға — уҙған йылдың сентябрь айында хажға барыуы. Иҫ киткес хәтирәләр менән ҡайтҡан сәфәрҙән. Мәккәнән алған зәм-зәм һыуы менән Ҡөрьән мәжлесе уҙғарып, бар яҡындарын, ауылдаштарын һыйлаған. Рәфис хәҙрәт Сафинға ҙур рәхмәт әйтә Нурия апай. Ауыр саҡтарымда терәк-таяныс, күңел йыуатҡан, сабырлыҡҡа, түҙемлеккә өндәгән маяғым булды ул, ти. Дәүләкән мәсете ишеген 2010 йылда беренсе тапҡыр аса һәм йән тыныслығы, күңеленә дауа таба. Ғәрәп телен өйрәнә, Ҡөрьән китабын бер нисә тапҡыр уҡып сыға. Биш намаҙын ҡалдырмайынса, булған донъяһына шөкөр ҡылып, тик изге теләктәрҙә генә уның күңеле.
Ата-әсәһе лә дини кешеләр була Нурия апайҙың. Стәрлебаш ерендә Арыҫланғоловтар фамилияһы киң билдәле (сығышы менән Стәрлебаштан ул). Бер туған ағаһы Барый Кинйәбулат улы үҙ ваҡытында райондың партия етәксеһе булған. Бөгөн уның балалары Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында яңы мәсет төҙөгәндәр. Борон-борондан Арыҫланғоловтар нәҫеле дини, көслө рухлы булған, юғары вазифаларҙа эшләгән. Нурия апай ҙа ислам динендә, иман юлында таба йыуаныс, күңел тыныслығын.
Эшсе, ауыл хужалығы белгесе булараҡ та, изге әсә булараҡ та, һоҡланғыс кеше ул Нурия апай, нурлы апай, ҡәҙерле әсәй һәм иң шәп өләсәй. Имен-аман тормош теләйек был изге күңелле ханымға.

Дәүләкән районы,
Соколовка ауылы.


Вернуться назад