“Почтальондың сумкаһы еңеләйҙе...”— ти хат ташыусы Рима Ғиләжетдинова26.04.2012
“Почтальондың сумкаһы еңеләйҙе...”— ти хат ташыусы Рима Ғиләжетдинова— Ун биш йылға яҡын инде кешеләргә хат-хәбәр, гәзит-журнал ташыйым, — ти почтальон Рима Иршат ҡыҙы. — Миҙгелдең ниндәй булыуына, сумкаңдың ауырмы-еңелме икәнлегенә ҡарамаҫтан, өй буйлап йөрөп, мәғлүмәт таратам. Почтальон сумкаһының тос та, һәлмәк тә булған осорҙары яҡшы таныш миңә. Һуңғы ваҡытта матбуғат баҫмаларын алдырыусыларҙың кәмеүе һөҙөмтәһендә уның бер аҙ еңеләйеүе һиҙелә, әлбиттә.
— Тик тәү ҡарашҡа сумкағыҙ тулы ла, ауыр ҙа тойола...
— Беҙ бит хәҙер халыҡҡа рухи аҙыҡ ҡына ташымайбыҙ, яҡташтарыбыҙҙы төрлө көнкүреш тауарҙары менән дә тәьмин итәбеҙ.
Сауҙа эшен маҡтап та, яманлап та телгә алғым килмәй, әммә был эшмәкәрлекте нисек атҡара алыуыңдан эш хаҡыңа өҫтәмә түләнеүе беҙҙең өсөн отошло. Уртаса 15-18 мең һум эш хаҡы сыға. Һәр дана баҫма өсөн түләнә, тимәк, гәзит-журналдарҙы алдырыусылар күберәк булған һайын почтальон да ота.
— Арағыҙҙа йәштәр ниңәлер күренмәй, эштең ауырлығы ҡурҡытамы икән?
— Яуаплылыҡ ҙур бит, аҡса менән эш итергә өйрәнергә кәрәк. Гел генә күтәренеп йөрөү ҙә ялҡыта торғандыр. Раевка буйлап өй һайын йөрөгәндә хәүефһеҙлек, именлек мәсьәләһе менән дә йөҙгә-йөҙ осрашаһың, айырыуса уҫал эттәр абалап өрөп сыҡһа, иң ҡыйыу, тәжрибәле хат ташыусының да тубыҡтары ҡалтыранып китә...
Ә мин эшемде бик тә яратам. Иртән килеү менән почтаны ҡабул итеп алабыҙ, хат һәм посылкаларҙы айырым участкаларға бүләбеҙ, кемдең өйөнә ниндәй хәбәр килеүен барыһынан алда белеп торабыҙ. Шатлыҡлылары өсөн һөйөнәбеҙ, тормош булғас, ҡайғылыһы ла осрай — көйөнөстәрен уртаҡлашабыҙ.
Беҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәттең йәнә бер ҡыҙыҡтырғыс, үҙенсәлекле яғын әйтеп үтәйем. 15 йыл хеҙмәт стажы булған, 60 йәшкә тиклем эшләгән хат ташыусыға ихтирам һәм рәхмәт йөҙөнән ун биш оклад күләмендә аҡса түләнә. Хаҡлы ялға киткәндә 118-120 мең һум аҡса алыу бик күңеллелер ул.
— 2012 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу осоро башланды. Яҡташтарығыҙға ниндәй әйтер һүҙегеҙ бар?
— Район үҙәгендә гәзит-журнал алдырмаған, көндәлек мәғлүмәт, яңылыҡтан мәхрүм ҡалған бер йорт та булмаһын ине. Беҙҙе сумкаларҙың ауырлығы түгел, ә еңеллеге хәүефкә һала.
Динә АРЫҪЛАНОВА
Әлшәй районы,
Раевка ҡасабаһы.


Вернуться назад