"Бәхет утрауы” геройҙары18.04.2018
"Бәхет утрауы” геройҙарыҒаилә йылы иғлан ителеү менән Аҡъяр телевидениеһы районда “Бәхет утрауы” тип аталған телепроект башланы. Был эштең төп ярҙамсыһы — район хакимиәте.

Аҡъяр телевидениеһы директоры Роза Рәсембәтова әйтеүенсә, проекттың төп маҡ­саты — тәрбиәгә бала алған ғаи­ләләрҙең йәшәйешен күрһәтеү. Сит баланы ҡанат аҫтына алып, уны нисек бар шулай ҡабул итеү, лайыҡлы тәрбиә биреү, тормошҡа әҙерләү — ауыр хеҙмәт. Бик ҡыйыуҙар ғына йөрьәт итә торған эш тип уйлайбыҙ, һәм был батыр кешеләрҙе, улар тәрбиәләгән балаларҙың уңыштарын башҡалар ҙа күрергә, белергә тейеш. Бөгөн Хәйбулла районында 62 ғаиләлә опекаға алынған балалар, 39 ғаиләлә уллыҡҡа алынғандар үҫә.
Бер телесюжет бер ғаиләгә арнала. Ғаилә үҙе менән тулыһынса таныштырғас, балалар һөнәрҙәрен күрһәтә ала. Бында хеҙмәт тәрбиәһенә ба­ҫым яһала — ҡыҙҙар, мәҫәлән, камера алдында өлкәндәр ҡатнашлығында ризыҡ әҙер­ләй, малайҙар төҙөлөш, техника буйынса эш башҡара.
Телепроектты ойоштороусылар тәҡдиме буйынса ғаи­ләләр район приютында тәрбиә­ләнеүселәргә үҙ ҡул­дары менән эшләгән бүләк бирә ала.
Проектта тәүгеләрҙән булып ҡатнашҡан Буребай ауылынан Миңзәлә менән Риф Абдуллиндар ғаиләһе ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған­дарға тиҙ арала өй йылыһы тапһын, тигән изге теләк менән дүрт пар йөн ойоҡбаш тапшырҙы. Улар яҙмыш ҡушыуы буйынса бик иртә мәхрүм булған ҡыҙҙары Айгөлдөң улын тәрбиәгә алған. Рушанға өләсәй-олатаһы уңайлы шарттар тыуҙырған, ул мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, олатаһынан күреп, оҫта бейеүсе, спортты ла үҙ итә. Телепроектта ҡатнашҡан һәр ғаилә йыл аҙағына район телевидениеһы бүләктәренә эйә буласаҡ.
“Бәхет утрауы” геройҙа­ры­ның һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ бәхете, әммә уларҙы бергә туплаған бер һыҙат бар, ул да булһа, өй йылыһында, ғаилә ҡосағында улар үҙҙәренең бәхетле бала сағын кисерә һәм ошондай уҡ бәхетте балалар йортонда тәрбиәләнгән башҡа тиҫтерҙәренә лә теләй.

Хәйбулла районы.


Вернуться назад