Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй18.04.2018
Халҡыбыҙҙың был тапҡыр әйтемен һәр кем яҡшы белә. Баланы табып, уны ҡарамай, сабыйҙың тәүге көндәренән үк баш тартыусылар йәки әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеп, аҙаҡ балалар йортона тапшырғандар ҙа арабыҙҙа юҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа Әсәлек капиталын түләү, күп балалы ғаиләләргә ер майҙандарын бушлай биреү республикала демографик хәлде яҡшыртыуға бер аҙ булышлыҡ итһә, ташланған балалар проблемаһы әле булһа йәмғиәтебеҙҙә осрай. Шуныһы ҡыуаныслы — ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙарҙы үҙ ҡанатына алған, йөрәк йылыһын өләшкән, ситләтмәй, ҡыйырһытмай, үҙенекеләй күреп, матур тәрбиә биргән ғаиләләр байтаҡ.
Тормош һынауҙарына ташланған балаларҙы үҙ ҡосағына алып, бар йөрәктән уларға наҙ һәм һөйөү бүләк иткән ғаиләләр ысын күңелдән хөрмәткә, иғтибарға лайыҡ. Улар менән осрашып аралашҡанда был ғаиләләрҙең рухи ныҡлығына аптырап та, һоҡланып та ҡуяһың. Кемдер үҙ балаларын ҡарамай, әсә — ҡыҙҙы, атай улды белмәгән заманда, тот та сит баланы үҙ тәрбиәңә алырға йөрьәт ит әле?!
Сит балалар булмай, тип әйтеүҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Әгәр ҙә һин алдан ныҡлы ҡарарға килеп, шундай яуаплы аҙымға барғанһың икән, тимәк, һин ул бала яҙмышын, киләсәген үҙ ҡулыңа алғанһың, һәм уның өсөн һин яуап бирергә тейешһең. Бөгөн беҙ шундай оло аҙымға барған, ташланған балаларға әсәлек наҙын тигеҙ өләшкән, атай һөйөүен бүләк иткән ғаиләләр менән таныштырырға булдыҡ. Улар һәр районда һәм ауылда тиерлек осрай. Кемдер был аҙымға йөрәк ҡушыуы буйынса бара, икенселәрҙе яҙмыш ошо юлға илтә. Сираттағы геройҙарым — тап шундай оло йөрәкле, миһырбанлы кешеләр. Уларҙың береһе лә ҡасандыр үҙ иңдәренә оло яуаплылыҡ алғаны өсөн үкенмәй, киреһенсә, уллы йәки ҡыҙлы булыуҙары менән Хоҙайға рәхмәт уҡый. Изге күңелле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле ғаиләләр менән һеҙҙе лә яҡындан таныштырабыҙ.


Вернуться назад